МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Китапханаларҙа - "Библиотөн 2021"

      Бөтә Рәсәй “Китапханалар төнө” акцияһы быйыл унынсы тапҡыр үтте. “Китап – йондоҙҙарға юл” девизы аҫтында уҙған акция кешенең берене тапҡыр йыһанға осоуына 60 йыл тулыу һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына арналды.
    Кисәнең тәүге өлөшөндә р
айон үҙәк китапханаһында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 9В синыфы уҡыусылары өсөн “Йондоҙҙар донъяһына сәйәхәт” исемле танып-белеү сәғәте үтте. Уҡыусылар Юрий Гагариндың тормош юлы менән танышты, легендар космонавтың Ер тирәләй осошо, йыһан сәйәхәтенә әҙерлеге хаҡында төрлө ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алды.
    Өлкән йәштәге китап уҡыусылар өсөн Йосоп һәм Флүрә Вәлиуллиндарҙың сығыштары фәһемле булды. Йосоп Фәйзрахман улы изге Рамаҙан айы, ураҙа тотоуҙың тәртибе, файҙаһы хаҡында һөйләне. Флүрә Саҙрислам ҡыҙы йыһан, кеше, улар араһындағы серле бәйләнеш тураһында бик мауыҡтырғыс итеп бәйән итте, һаулыҡҡа ҡағылышлы файҙалы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты.
    Психолог Мәҙинә Вәлиева үткәргән “Аҡса” тигән тренинг айырыуса йәнле үтте. Һәр ҡатнашыусы үҙенең аҡсаға ҡарата һәм аҡсаның үҙенә ҡарата мөнәсәбәтен асыҡланы, хаталары өҫтөндә уйланды.
    Ҡул эштәре оҫтаһы Гөлнәзирә Исҡужинаның оҫталыҡ дәресе лә бик ҡыҙыҡлы булды. Ул акцияла ҡатнашыусыларҙы фоамирандан яҡтыртҡыс эшләргә өйрәтте.
Йылдағыса, “Китапханалар төнө” акцияһы матур үтте. 
  
       В районной детской библиотеке ежегодная акция «Библионочь» началась с торжественного открытия – со знакомства с интересными фактами и историей создания. Тема «Библионочи» в этом году — «Книга — путь к звездам». В Марафоне творчества «Умелые ручки», в игровой форме показали Мастер-класс «Космонавт в скафандре». В создании игрушек использовались всевозможные, разноцветные и разного размера крышки. Помимо крышек использовали разной формы различные коробки. Собрав из крышек космонавта, посоветовали ребятам сделать своими руками прикольную поделку, дав для этого заранее продырявленные крышки. Ведь всем ребятам нравится сам процесс и результат.
       В интеллектуально-спортивной игре участвовали 2 команды. После краткой беседы о мерах безопасности во время проведения спортивных игр, начали спортивные игры с элементами интеллектуальных игр: конкурс «Дружба», где удерживая лбами надувной шарик и взявшись за руки, 2 участника игры бегут до стойки и обратно; конкурс «Тяни-толкай», игроки, встав по парам спиной друг к другу, сцепив руки замком, бегут до стойки и обратно; закончили пословицу «Цифры», конкурс «Мяч в ложке», «Пингвины», собрали пазл и т.д. Ведь спортивная игра способна забрать всю негативную энергию и преобразовать ее в хорошее настроение. В конце игр сфотографировались на память.
В блиц-викторине «Наука спасет мир», ребята отвечали на вопросы о технике, о науке и о космосе. Показали свой интеллектуальный потенциал, умение логически рассуждать и быстро реагировать на вопросы. После викторины проявили себя творчески. Сделав из бумаги ракеты, дунули трубочкой – и ракеты «полетели».
       К Всемирному дню книги и авторского права провели Турнир знатоков книг. Поговорив об авторском праве, предлагали детям посмотреть видео «Зачем нужно читать книги?». После, для проверки знания, отвечали на вопросы анкеты.
В атмосфере веселого озорства и доброжелательности, немного уставшие участники, выбрав книги для чтения и поблагодарив работников библиотеки, попрощались.
 
     Әтек ауыл китапханаһында «Библиотөн - 2021» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Ул "Китап - йондоҙҙарға юл асыусы" девизы аҫтында һәм тәүге космонавт Юрий Гагарин, Фән һәм технологиялар йылына арналды. Акция сиктәрендә "Ҡояшҡай" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн "Йыһанға сәйәхәт" исемле сара үтте. Йыһан киңлеге - үҙе бер серле донъя. Беренсе космонавт Ю. Гагарин кеүек батыр, көслө рухлы булырға һәм йыһанға осорға, йондоҙҙарҙы яҡындан күрергә хыялланмаған бала юҡтыр. Шуға ла кескәйҙәргә космос темаһы яҡын һәм ҡыҙыҡлы. Сарала балалар йыһан киңлеге, космонавт һөнәре һәм билдәле осоусыларҙың эшмәкәрлеге менән таныштылар йомаҡтар систеләр, шулай уҡ космос хаҡында йәнһүрәттәр, видеофильмдар ҡарап төрлө уйындар уйнанылар.
     «Библиотөн- 2021» Бөтә Рәсәй акцияһын дауам итеп өлкән синыф уҡыусылары өсөн “Алтын тирмә” интеллектуаль уйыны үтте. Уйын шарттары менән танышҡандан һуң ике командаға бүленеп “Кем сосораҡ?”, “Кем зирәк?”, “Серле һандыҡ” турҙарындағы төрлө һорауҙарға кемуҙарҙан яуап бирҙеләр. Башҡортостан географияһы, ҡалалары, яҙыусылар, матбуғат баҫмалары тураһында белемдәрен барланылар. Уҡыусыларҙың тел тураһында белемдәрен арттырыуға, телмәрен, логик фекерләү күнекмәләрен үҫтереүгә, тыуған илгә, туған телгә һөйөү йүнәлтелгән был сара бик әһәмиәтле булды.
 
     Аҫҡар ауыл китапханаһында быйыл да “Китапханалар төнө” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Акция барышында китапхана бар кешеләр өсөн үҙ ишектәрен асты. Ауылда күпселек китап һөйөүселәр был сараны яратып ҡабул итә, бигерәк тә балалар көтөп ала. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Йыһанға сәйәхәт” исеме аҫтында мауыҡтырғыс һәм күңелле уйын-сәйәхәт ойошторолдо. Сара барышында балалар күк йөҙөнөң төрлө серҙәренә төшөндөләр, ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылыр, һорауҙарға яуап таптылар. Артабан инде уҡыусылар викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Шулай уҡ сарала “Беҙ һәм космос” исемле ижади конкурска йомғаҡ яһалып, еңеүселәрҙе бүләкләп үтелде. Китапхана төнөнә килгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңған хужабикәләрҙең оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Зәбирә Харрасова бисерҙан күҙ яуын алырлыҡ роза эшләп күрһәтһә, Таңһылыу Зәйнитдинова балалар, ололар өсөн баш кейемдәре тегеү өлгөһө менән уртаҡлашты. Ә инде мәҙәниәт йортоноң етәксеһе Зөлфирә Аетбаева сергетышҡа орнамент эшләү серҙәренә өйрәтте. 
        
       Абдулмамбетовская сельская библиотека присоединилась к Всероссийской акции ,,Библионочь2021,, Тема акции - ,,Книга- путь к звездам,, 24 апреля проведен шашечный турнир среди детей 1- 4 классов. Шашечный турнир - это живое общение, познавательное развлечение, замечательный способ развить эрудицию, улучшить логическое мышление, память. 1 место занял среди мальчиков Газин Радмир, 2 место Кутлубаев Ильяс, 3 место Усманов Айсар, среди девочек 1 место заняла Усманова Амина, 2 место Махмутова, 3 место Байназарова Камила. Участвовли 19 детей разного возраста.
     В 16.00 часов проведена интеллектуальная игра ,,Загадочный космос,, чтобы познакомить учащихся с историей освоения космоса и с первыми космонавтами, развивать познавательную и творческую активность. Специалист по молодежи Касимова Гулфина задавала вопросы. Дети отвечали на вопросы космической викторины и отгадывали космические загадки. Участвовали 17 детей.
    Затем был организован круглый стол ,,Здорово быть здоровым,, Пригласили медиков нашего села Хисаметдинову Бибинур и Бускунову Гузель. Они рассказали о разных болезнях и о профилактики, дали полезные советы о здоровье.Фаткуллина Минзаля рассказала о лекарственных растениях, дала советы по их применению . Участвовали 24 человека разного возраста.
      В конце  библиотекарь Шамигулова Г.С. показала мастер - класс по вышиванию башкирского орнамента на ,,Янсыҡ,, Участвовали 7 человек разного возраста.
                
      Всероссийская акция "Библионочь 2021", которая проходит под девизом "Книга путь к звездам" в Байгазинской сельской библиотеке началась с награждения юных читателей библиотеки которые активно участвуют во всех мероприятиях проводимых нами. После для ребят прошла интеллектуальная игра "Слабое звено" где участники смогли блеснуть своими знаниями, эрудицией, смекалкой, логическим мышлением. Игра смогла раскрыть познавательный интерес к наукам, развить мышление интеллект и командный дух. А так же воспитать в себе стремление к непрерывному совершенствованию своих знаний. В конце мероприятия детям организовали дискотеку.
      В библиотеке была оформлена книжная выставка "Навстречу к звездам" и проведен обзор литературы, где библиотекарь рассказала о первом полете в космос, о планетах и звездах.Рядом для всех желающих работала фотозона. В завершении мероприятий для прекрасных дам прошел матер-класс по Зумба которую провела Алибакова Назиля. Ведь после занятия Зумбой, можно не только обрести красивую фигуру, крепкое самочувствие, отличное настроение, но и поразить всех прекрасной танцевальной техникой на любой танцплощадке.
  
     Байназаровская сельская модельная библиотека приняла участие во Всероссийской акции «Библионочь-2021». Чтобы познакомить учащихся с историей освоения космоса и с первыми космонавтами, развивать познавательную и творческую активность в этот день для детей состоялось познавательное путешествие " Эта удивительная Вселенная". Ребята окунулись в загадочный мир звезд и планет, познакомились с историей развития космонавтики. Затем ребята прошли испытания на готовность к полету в космос: проверили ловкость, выносливость. Путешественникам понадобились не только сила и ловкость, но и знания и смекалка, чтобы отвечать на вопросы космической викторины и отгадывать космические загадки.
      Настольные игры – познавательное развлечение, замечательный способ развить эрудицию, улучшить логическое мышление, память. Но самое главное, что настольные игры – это живое общение. Кроме того, игры, как и книги, развивают интеллект, а играть в них всегда интересно! В этот день сотрудники библиотеки подготовили для своих читателей настольные игры: «Гномики», «Мельница», «Шнуровка», больше всех понравилась и полюбилась игра «Монополия». В течение всего дня не смолкали голоса ребят, которые посвятили день любимым играм.
      Для участников акции в библиотеке был проведен познавательная настольная игра "Әлләсе". Игра помогает пополнить словарный запас и улучшить речь. В ходе игры участники объясняли этнографические термины, достопримечательности  Республики Башкортостан, ее обычаи и традиции. Увлекательная и весёлая игра понравилась всем.
     Также для любителей садоводства был проведён час полезных советов, посвящённый комнатным цветам и садоводство: «Сад, огород – весенние хлопоты». Исламгулова Салима Таштимеровна рассказала, что для того чтобы комнатные цветы украшали дом, каким должен быть правильный уход за комнатными растениями, как правильно посадить разные виды цветов, как подобрать горшок для комнатных цветов. Также Исмакова Альфия поделилась «секретами» получения богатого урожая, причем не только на участке, но и на подоконнике.
     На мероприятии звучали стихи, народные пословицы и поговорки, посвящённые цветам. Все, кто принял участие в акции Библионочь, кроме отличного настроения, приобрели ещё и новые знания, интересно и весело провели время и получили заряд хорошего настроения.
               
    Бөтә Рәсәй "Китапхана төнө -2021" акцияһы сиктәрендә Ғәлиәкбәр ауылы китапханаһында 1 - 4 синыф уҡыусылары өсөн "Йыһанға сәйәхәт" исемле сара үткәрелде. Балалар космос, беренсе космонавт Ю.Гагарин, космосҡа осоусы Белка һәм Стрелка тураһында мәғлүмәт алғандан һуң йыһан буйлап сәйәхәт иттеләр. "Космос" планетаһында йомаҡтар систеләр, "Йондоҙсоҡтар" планетаһында һүҙҙәр төҙөнөләр. Ә "Күңелле кешеләр" планетаһында геометрик фигураларҙан ғына торған кешеләр эшләү балаларға бик оҡшаһа, "Серле йыһан" планетаһында кем уҙарҙан кроссворд систеләр. Артабан сараның икенсе өлөшөндә "Белка һәм Стрелка: Йыһан серҙәре" исемле мультфильм ҡаранылар. Сара аҙағында космос карабы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо.
 
       Гадельгареевская сельская библиотека приняла участие во Всероссийской акции «Библионочь-2021», которая прошла под девизом «Книга — путь к звездам".  Юные читатели совершили увлекательный экскурс в историю освоения людьми космического пространства, узнали много нового и познавательного о Константине Циолковском, который изобрел ракету. С интересом прослушали рассказ о первых "хвостатых космонавтах" - Лайке, Белке и Стрелке. А также детям была подготовлена слайд-презентация "Первый космонавт- Юрий Гагарин". Узнали о детстве первого космонавта планеты: как он рос в годы войны, учился, мечтал о профессии летчика.
       Далее разделившись на две команды, ребята отправились в космическое путешествие по планетам, на которых их ожидали различные задания.
                 
    Бөтә Рәсәй "Китапхана төнө -2021" акцияһы сиктәрендә Килдеғол ауылы китапханаһында "Тәнәйҙәр" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн "Йыһанға сәйәхәт" исемле сара үткәрелде. Балаларға космос, космосҡа осоусы Белка һәм Стрелка, беренсе космонавт Ю.Гагарин тураһында мәғлүмәт еткерелде. Артабан планеталар буйлап сәйәхәт иттеләр. "Йомаҡ сисеү" планетаһында бер-бер артлы йомаҡтар систеләр. "Йондоҙсоҡтар" планетаһында "Кем күберәк йондоҙ йыя?" уйынын уйнанылар. Артабан "Ракетаны йый", "Ракетала осоу" кеүек уйындар балаларға бик оҡшаны. Сара аҙағында "Серле йыһан" район һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсының еңеүселәренә маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ "Космос" исемле китапҡа күҙәтеү яһалды.
Шулай уҡ акция сиктәрендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн Юрий Гагаринға арналған "108 минут Ер тирәләй " исемле портрет кисә үткәрелде.  Артабан ракета эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Өлкән класс уҡыусылары "      Мөғжизәләр яланы" уйынында үҙ көстәрен һынанылар.
 
    24 апрель Ҡолғана ауыл китапханаһында Бөтә Рәсәй "Китапхана төнө -2021" акцияһы сиктәрендә балалар өсөн "Барыһын да белергә теләйем" исемле уйын - викторина ,"Һаумы яңы китап" исемле мәғлүмәт сәғәте уҙғарылды. Ололар менән "Үлән сәйҙәре " исемле әңгәмәләшеүҙән һуң, уларға төрлө үлән сәйҙәрен тәмләп ҡарау мөмкинлеге тейҙе. Шулай уҡ Шәйхисламова Рәйфә Әхиәт ҡыҙы етәкселегендә башҡорт халҡының милли кейеменең бер өлөшө булып тороусы һарауысты нисек эшләү тураһында мастер - класс булып үтте.
  
       Кутановская сельская библиотека присоединилась к Всероссийской акции "Библионочь 2021", которая прошла под девизом "Книга путь к звездам". Для детей разного возраста провели калейдоскоп интересных открытий “В космическом времени Вселенной", где познакомили в игровой форме с историей возникновения космонавтики, о тайнах возникновения Вселенной, о видах звезд и загадках планет Солнечной системы.
        Для взрослых в рамках акции проводилась игровая программа «Среди звезд и галактик». Участники отправились в космическое путешествие.
 
     Мораҙым ауыл китапханаһында "Библиотөн - 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә "Книга путь и звёздам" исеме аҫтында фән һәм тормош технологиялар йылына арналған "Йондоҙға табан" исемле кисә үткәрелде. Китапханасы тәүге космонавт Юрий Гагариндың тормош юлын, унык батыр йөрәкле кеше булыуын һөйләне. Балалар китаптағы һүрәттәрҙе ҡарап сығып космос тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланылар. "Серле космос" исемле һүрәттәр эшләнеләр, төрлө уйындар, йомаҡтар систеләр, йондоҙҙар тураһында йырҙар йырланылар. Китапханаға килеүселәр буш ҡайтманы уҡырға китаптар ҙа алдылар.
                              
      Набиевская сельская библиотека присоединилась к Всероссийской акции "Библионочь". Провели для детей всех возрастов познавательный час «Звёздный сын планеты Земля». Пользователи библиотеки узнали о жизни первого космонавта Юрия Алексеевича Гагарина, о его трудном военном детстве, о юношеских годах, о любви к небу, о том, как Гагарин приближался к своей заветной мечте. А также о Солнечной системе, о загадочных звёздах и далёких планетах, о развитии космической науки и техники, об ученых, которые проявили свою жизнь исследованиям далеких планет. В 19:00 часов началась игра Поле Чудес на тему «Вселенная бесконечная и таинственная». Игра проводится по правилам знаменитой ток-шоу «Поле чудес». В начале игры тепло поздравили всех участников и познакомили их с правилами игры. В игре принимали участие четыре тройки игроков. В каждом туре победил тот, кто правильно называл слово. В нашей игре вместо очков были и задания: загадки, пословицы, рассказ смешной истории, исполнение песни и прочее.
      В 20 часов пригласили детей на мастер-класс «Ракета-закладка». Из цветного картона и бумаги научили сделать закладку для книг виде ракеты.
   
          24 апреля, Новомусятовская сельская библиотека присоединилась к Всероссийской акции "Библионочь - 2021".Тема: "Книга - путь к звездам!" и была посвящена к 60 - летию полета первого человека в космос. Для участников акции - юношеству и молодежи, на мгновение библиотека превратилась в целое космическое пространство. "К звездам, к мечте! Поехали!", под этим названием ребята начинали свой звездный путь, на турнир по шашкам и шахматам.
      Также успели поучаствовать в викторине "Космонавтом хочешь стать? Надо много - много знать!" , потом отправились в "Путешествие к планетам разноцветных Солнц " где путешествуя по галактике, на некоторое время превратились в космонавтов. Кроме того, участники акции познакомились с новинками библиотеки, читали свои любимые книги при свечах.  В интеллектуальной игре "Дорога в космос начинается в библиотеке", библиотекарь (Юлбердина И. Г.) ребятам дала понять, что "Книга - путь к звездам!".
 
      Йыл һайын уҙғарылған «Китапхана төнө» Бөтә Рәсәй акцияһы унынсы тапҡыр ойошторолдо. Фән һәм технологиялар йылына арналған акция девизы «Китап – йондоҙҙарға юл» тип исемләнде. Яңы Усман моделле ауыл китапханаһы ла акцияға ҡушылды. "Китапхана төнө" акцияһының тәүге өлөшөндә уҡыусылар өсөн " Гагарин осоуына - 60 йыл" тип исемләнгән мөғжизәләр яланы уйынында һәм " Йондоҙло сәғәт" интеллектуаль - уйында уҡыусылар күп белеүҙәре һәм белемле булыуҙары менән һоҡландырҙылар. Кескәй дуҫтарыбыҙ менән " Йыһанға сәйәхәт" исемле иртәлектә шау - гөр килеп уйындар уйнаныҡ. "Йыһан донъяһына сәйәхәт" викторинала ла ихлас ҡатнаштылар. Өлкән тамашасылар менән " Йыһанды иңләп, буйлап" КВН уйнаныҡ. Бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс уйын барыһына ла оҡшаны. Йылдағыса "Китапхана төнө" акцияһы бик матур үтте.
  
       Старомунасиповская сельская библиотека присоединилась к Всероссийской акции "Библионочь"-2021, которая прошла под девизом "Книга - путь к звездам": для детей разного возраста проведен литературно-познавательный вечер "Тайны Вселенной". Библиотекарь Мурзагулова А. рассказала о истории развития космонавтики, о знаменитых космонавтах, о Ю.Гагарине, о крупных планетах. Затем проведена викторина "Знаешь ли о космосе?". Дети охотно отвечали на вопросы викторины, сами тоже задавали вопросы библиотекарю. Затем библиотекарь показала мастер - класс "Космический корабль из бумаги". Во второй половине мероприятия дети играли в интеллектуальные игры: в шашки, в пазл, "Кто впереди?". Была организована выставка из рисунков и поделок детей на тему космос "Космос". Вечер всем понравился.
  
       Бөтә Рәсәй күләмендә 10-сы тапҡыр үткән "Китапханалар төнө" акцияһы "Китап аша йондоҙҙарға юл" девизы аҫтында үтте. Акция кешенең беренсе тапҡыр йыһанға осоуына 60 йыл тулыу, Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына арналды.
Иҫке Мөсәт ауылы китапханаһында сараға алдан килгән балалар иптәштәре йыйылғансы пазл йыйҙылар. Унан һуң бер төркөм балалар "Йыһан ул-беҙ" исемле һүрәт эшләү конкурсында көс һынашты. "Сәләмәт булыу-бик яҡшы" уйын программаһында ике команда катнашты. Уйында ҡатнашыусыларға төрлө конкурстар, эстафета уйындары тәҡдим ителде. Балалар ҡыҙыҡлы һәм еңел булмаған һынауҙарҙы уңышлы үтте. Шулай уҡ балаларға "Ә һеҙ беләһегеҙме?" исемле йыһан, йыһанды үҙләштергән бөйөк кешеләр тураһында викторина тәҡдим ителде.
     Кисәнең икенсе өлөшө 6-9 кластар өсөн тәғәйенләнде. Егеттәр "Мөғжизә тыуҙырабыҙ" исемле оҫтаханала төрлө пластик шешәләрҙән, фольга, ҡапҡастар, дарыу һауыттары ҡулланып йыһан корабы эшләнеләр. Бигрәк тә Йәнсүрин Азамат һәм Ҡаһарманов Ғәҙелдең эше маҡтауға лайыҡ ине.Икенсе бүлмәлә бер төркөм үҫмерҙәр "Барыһында белергә теләйем" исемле брейн-рингта көс һынашты. Шулай үҡ яратып уйнаған "Әлләсе" уйынын уйнап алырға ла өлгөрҙөләр. Үҫмерҙәр күңелле көйҙәргә бейеп таралышты.
     20:00 сәғәттә ҡатын-ҡыҙҙар Әҡлимә Манапова үткәргән "Сергетыш"эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенә йыйылды.
  
      Бөтә Рәсәй "Китапхана төнө -2021" акцияһы быйыл унынсы тапҡыр үтте."Китап - йондоҙҙарға юл" девизы аҫтында уҙған акция кешенең берене тапҡыр йыһанға осоуына 60 йыл тулыу һәм Рәсәйҙә Фән һәм технологиялар йылына арналды.
Тимер ауылы китапханаһы ойошторған кисәнең тәүге өлөшөндә уҙған "Йондоҙзар һәм галактика араһында" исемле уйын программаһында балалар бик ихлас һәм әүҙем ҡатнаштылар. Артабан ҡул эштәре һәм һүрәткә конкурс уҙғарылды. Кисәнең икенсе өлөшөндә йәштәр өсөн "Йондоҙло сәғәт" һәм"Әлләсе"уйыны үткәрелде. Йәштәр бик ихласлыҡ менән ҡатнаштылар. Уйындар йәнле һәм бик күңелле үтте.
 
     24 апрель Яуымбай ауылы китапханаһында "Библиотөн - 2021" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә өлкән синыф уҡыусылары өсөн "Космос тураһында нимә беләм?" исемле әҙәби сәғәт, "Авиация һәм космонавтика" чайнвордын сисеү буйынса сара ойошторолдо. Балалар космос тигән ғәжәйеп донъя тураһында мәғлүмәт алдылар, үҙҙәренең дә бай мәғлүмәтле булыуҙарын күрһәттеләр.
      Бөтә донъя Фольклориада сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн "Сергетыш" эшләү буйынса мастер-класс күрһәтелде. Был сараға Иҫке Монасип ауылы Ағинәйҙәре саҡырылды. Етәкселәре Әмирханова Клара Рәмзей ҡыҙы сергетыштағы һәр биҙәк нимәне аңлатыуын ентекләп һөйләп үтте. Буранбаева Нәйлә Мөдәрис ҡыҙы ла үҙенә генә хас булған оҫталығы менән бүлеште. Ниһайәт ҡорама түшәктәр тегеү буйынса оҫтабикә Бикметова Миңлегөл Әбделғәни ҡыҙына һүҙ бирелде. Әллә ни күп һөйләп тормай эшкә тотондо Миңлегөл, ә ҡулына күҙҙә эйәрмәй... Ул нисек итеп эшләү, эш алымдарын күрһәтте. Ниндәй төҫтәр ҡайһы төҫкә тура килеүе тураһында ла аңлатып китте. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәре эшләгән ҡорама түшәктәрҙән һәм сергетыштарҙан торған ҙур күргәҙмә тәҡдим иттеләр! Күҙҙәр күреп ҡыуанды, күңел һөйөндө! Афарин, Иҫке Монасип Ағинәйҙәре !!! Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!!! Шулай итеп быйылғы "Библиотөн-2021" яҡшы хәтирәләр, йылы осрашыуҙар менән үтеп тә китте.
           
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
13 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика