МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Китапханаға өләсәй менән

       3 апрель  Әтек ауылы китапханаһында "Китапханаға өләсәй менән" исемле сара үтте. Кемдең әкиәттәре иң ҡыҙыҡлыһы? Кемдең икмәктәре һәм ҡоймаҡтары иң тәмлеһе? Кем өсөн баланың балаһы балдан да татлыраҡ? Атай -әсәйҙән дә нығыраҡ беҙҙе кем ярата, иркәләй, наҙлай? Борон-борондан кемдең тәрбиәһе алтынға тиң? Татыу ғаиләнең тотҡаһы кем? ӘЛБИТТӘ, ӨЛӘСӘЙҘӘР!!!
    Сараға саҡырылған һәр өләсәй китапханаға каникулда ял иткән ейән- ейәнсәрҙәре менән килде. "Китапхана", "китап фонды" менән танышҡанандан һуң өләсәйҙәр китап уҡыуҙың файҙаһы тураһында һөйләп, башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡынылар, мәҡәлдәр әйтеп, йомаҡтар ҡойолдо һәм төрлө уйындар уйнап ярыштылар. Сара һуңында һәр өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә, үҙҙәренә уҡырға китаптар алды.

 

 

            

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 15 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика