МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Килдеғол ауыл китапханаһында “Китапханалар төнө”

     Килдеғол ауыл китапханаһында “Китапханалар төнө” акцияһы сиктәрендә “Ял итәйек, бергәләп” исемле сара ойошторолдо.  Акцияны асыҡ тип иғлан иткәс, уҡыусылар араһында шашка ярышы ойошторолдо.  Ярыш бик сәмле барҙы, башланғыс класс уҡыусылары айырым, өлкән кластар айырым көс һынаштылар. Башланғыс кластар араһында Усманова Нургизә -1-се урын, Көмөшбаева Розалия -2-се урын, Көмөшбаев Нургиз - 3-сө урын яуланылар.  5-9 кластар араһында Исхаков Нурислам-1се , Билалов Айназ – 2-се, Искужина Наҙгөл һәм Билалова Азалия-3-сө урынды бүлештеләр.  Артабан 5-9 класс уҡыусылары араһында “Аҡыллылар һәм башлылар” интеллектуаль уйыны үткәрелде. Был уйында иң-иңдәр булып Азалия Билалова, Миләүшә Корманғолова, Минсаф Билаловтар табылды. Шулай уҡ китапханала “Китаплы кәнфиттәр” исемле акция ойошторолдо. Был акция китап уҡыусыларға китапхана эшен рекламалау маҡсатында эшләнде һәм ололарҙа ла, балаларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙырҙы. Кәнфиттәргә китапхананың эш сәғәте, адресы, яңы китаптар, күрһәткән хеҙмәттәре һ.б. тураһында яҙылған ҡағыҙ киҫәктәре йәбештерелде.

    Ә  “Оҫталар-ауыл күрке” исемле китап кргәҙмәһенә Көмөшбаева Гөлсинә Таһир ҡыҙының, ҡыҙы Розалияның ҡул эштәре ҡуйылды.  Китапханаға килеүселәр уларҙың матур-матур эштәрен ҡарап ҡыуандылар. Артабан ололар өсөн “Зифа Ҡадырова – халыҡ күңелендә” исемле күҙәтеү яһалды. “Көтөп уҙған ғүмер”, “Бәхеткә юл ҡайҙан?”, “Һинһеҙ килгән яҙҙар”, “Һағынырһың, мин булмам”, “Яҙмыш һынауы” китаптары менән танышты улар .  “Еребеҙ берәү генә” экологик уйыны ла бик йәнле генә үтеп китте. Ике командала үҙҙәренең белемле икәндәрен күрһәтте. Акцияға килеүсе иң йәш китап уҡыусыбыҙ 2 йәшлек Көмөшбаева Зинира китап уҡырға ла, бейергә лә өлгөрҙө.

     “Китапхана төнө” акцияһы “Бейеү ул – бөйөк  сәнғәт” исемле бейеү байрамы менән тамамланды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылар, йәштәр, ололар үҙ оҫталыҡтарын күрһәтеп, бүләк алып, таралыштылар.  

                                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 9 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика