МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Кейеҙ һуғыуҙың нескәлектәрен өйрәнделәр

         Әтек ауылы китапхана эргәһендә ойошторолған "Ағинәйҙәр" клубы ағзалары кейеҙ һуғыуҙын нескәлектәрен өйрәнеп, аҡ кейеҙ баҫтылар. Ең һыҙғанып эшкә тотонған ауыл уңғандары Иманғолова Әлфирә, Әбүбәкирова Нәйлә, Сөләймәнова Көнһылыу, Әхтәмова Лилиә, Байморатова Рәсилә, Абдрахманова Зәйтүнә һәм Байморатова Маһинур инәйҙәрҙең мөғжизәле, унған ҡулдарынан матур, тигеҙ, тығыҙ итеп баҫылған, яҡшы сифатлы кейеҙ барлыҡҡа килде. Эш уңайлы, ырамлы барһын өсөн өмәселәр йырлашып та, таҡмактар әйтешеп тә алдылар. Кейеҙ баҫыу бик мәшәҡәтле, күп көс, ваҡыт талап иткән шөғөл булһа ла, һөҙөмтәһе бик ҙур. Был кәрәкле, бөгөнгө көндә лә үҙ ҡиммәтен юғалтмаған шөғөл, артабан да үҙ урынын табыр. Киләсәктә эштәре уң һәм ниәттәре изге булһын!

 

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
15 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика