МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

"...Ҡайҙа йөрөһәң дә,ҡыпсаҡ улы, әйләнеп ҡайт атаң йортона”

        18 ғинуар көнө Байназар ауыл мәҙәниәт йортонда ауылдашыбыҙ,шағир,прозаик һәм публицист, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған "...Ҡайҙа йөрөһәң дә,ҡыпсаҡ улы, әйләнеп ҡайт атаң йортона” исемле хәтер кисәһе үтте.      

       Мөнир Сибәғәт улы Ишбулатов 1935 йылдың 19 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, «Ағиҙел» колхозында эшләй. Шунан Совет Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. 1958—1963 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында белем ала. Хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1963 йыл — Бөрйән районы Белорет районы составына ингәндән һуң, Белорет районының мәғариф бүлегендә инспектор эшен алып бара. 1965 йыл — Яңы Мөсәт 8 йыллыҡ мәктәбен етәкләй. Нәби 8 йыллыҡ мәктәбендә директор була. Ырғыҙлы 7 йыллыҡ мәктәбе урта мәктәп булараҡ үҙгәртелгәс, уның завучы ла, директоры ла булып эшләргә тура килә. Шулай уҡ, Мөнир Ишбулатов йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай. Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе вазифаһында оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәт итә. 1988 йыл — Ульяновск Бөтә Союз юридик институтын ситтән тороп тамамлай. 1990 йыл — хеҙмәт юлын Мәләүез ҡалаһы мәктәптәрендә, Денис Бүләков исемендәге Арслан урта мәктәбендә дауам итә.Талантлы педогог хеҙмәт юлын Мәләүез мәғариф бүлегендә методист булып тамамлай. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеген әҙәбиәт өлкәһендә ижад менән бергә алып бара. Шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр, сәхнә әҫәрҙәре яҙа. Үҙәк китапханала, 4-се ҡала китапханаһында уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға ла, 9-сы гимназияла йәш әҙәбиәтселәр түңәрәге үткәрергә лә өлгәрә. Ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем Мәләүез ҡалаһында йәшәй һәм уҙенең яратҡан яҙыусылык эше менән шөғөлләнә. Мәғариф, әҙәбиәт өлкәһендә ҡаҙанған уңыштары өсөн Мөнир Сибәғәт улы республика ведомстволарының Почёт грамоталары менән бүләкләнә. 2010 йылда вафат була. Мәләүез ҡалаһында ерләнгән.

        Мөнир Ишбулатов педагогик хеҙмәте менән бер рәттән әҙәбиәт өлкәһендә лә уңышлы эшләй. Уның был эшмәкәрлеге үткән быуаттың 60-сы йылдарынан башлана. Ололар өсөн дә, балалар өсөн дә яҙа. Әҫәрҙәре «Башҡортостан», «Ленинсы»«Йәшлек»«Башҡортостан пионеры»«Йәншишмә» гәзиттәрендә, «Йәш көстәр» альманахында, «Ағиҙел»«Шоңҡар»«Аманат»«Башҡортостан уҡытыусыһы» журналдарында баҫыла килә. Шиғриәт, проза һәм драматургия өлкәһендә берҙәй үк уңышлы ижад итә. Бик күп шиғырҙарына Муса Смаков, Дамир Әҙелбаев һәм башҡа композиторҙар көй яҙа. Башта әҫәрҙәре «Ағиҙел» журналында донъя күрә. 1994 йылда «Мөхәббәткә хөкөм юк», 1998 йылда — «Әруахтар ғәҙеллек юллай», 2002 йылда — «Шырмый Ихлас», 2010 йылда «Бар ине заманалар» (Хикәйә-хәтирә) тигән әҫәрҙәре баҫылып сыға. Аҙағыраҡ хикәйәләре, повестары китап булып тупланып сыға башлай. Әҙиптең туған халҡына аманаты булып тормош фәлсәфәһе менән һуғарылған 6 китабы ҡалды.

 

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
10 + 7 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика