МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

“Ҡарға бутҡаһы” йолаһы үтте

        Халыҡ йолаларын өйрәтеү, балаларҙа уларға ҡарата һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Аҫҡар ауылы китапханасыһы Мырҙабулатова Н. клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә “Ҡарға бутҡаһы” йолаһы үткәрҙе. Был сарала балалар ғына түгел, ололар ҙа бик теләп ҡатнаштылар. Йылы, йәмле көндәрҙә ойошторолған йолаға йәйге лагерға йөрөүсе балалар ҙа саҡырылды. Тирә-яҡ балаларҙың күңеле тауыштарынан гөрләп торҙо. Арҡан тартышыу, тоҡ менән йүгереү, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ташыу, “Аҡ-тирәк, күк-тирәк” , “Йәшерәм яулыҡ”,көршәк ватыу уйындары сараға йәм өҫтәне. Һәр ҡайһыһы килтергән бутҡаларҙы бергә ҡушып инәйҙәр бик тә тәмле ризыҡ әҙерләне. Балалар ололар өйрәткән һамаҡтарҙы әйтеп, ҡарғаларға бутҡа ҡалдырҙылар. Барыһы ла тәмле бутҡанан ауыҙ итеп, тәмлекәстәр менән сәй эсеп ҡәнәғәт таралыштылар.

               

 

                                                                    

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика