МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡар һыуына барыу йолаһы

     Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Һыу ала торған урынды ололар алдан билдәләгән. Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла. Һыу алып ҡайтҡас, ҡатын-ҡыҙҙар унан сәй ҡайнатҡан, бит, сәс йыуған. Әсәләр был һыу менән балаларын ҡойондорған. Был һыу баланы күҙ тейеүҙән һаҡлай тигән инаныу йәшәгән. Хатта боронғолар ҡар һыуын “зәм-зәм” һыуы тип тә йөрөткәндәр.
      16 апрель Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Толомғужина Л. мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәр менән Яңы Мөсәт ауылына “Ҡар һыуына барыу” йолаһына барҙылар. Яңы Мөсәт ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәре бик йылы ҡаршы алып, бергә гармунға ҡушылып йырлап, бейеп ҡар һыуына барҙы. Илебеҙгә именлек-тыныслыҡ теләп, һыуға тәңкәләр төшөрөп, мәҡәл, әйтемдәр әйтеп, йырлап-бейеп, ҡыҙҙар һыу алып ҡайтты. Ҡар һыуына барыу йолаһынан һуң байрам концерт номерҙары менән дауам итте. Байрам сәй табыны менән тамамланды.

 

                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
15 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика