МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ҡанатлы шағир

         30 ғинуарҙа район үҙәк китапханаһында Яҙыусылар союзы ағзаһы, үткер ҡәләмле шағир, драматург һәм журналист Салауат Әбүзәргә 50 йәш тулыуға арналған “Ҡанатлы шағир” исемле шиғриәт кисәһе булып уҙҙы.

       Шағирҙың ижадына бағышланған күргәҙмәлә уның китаптары, төрлө ваҡыттарҙа матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан шиғырҙары, мәҡәләләре урын алды. Кисәне алып барыусы китапханасы Фәриҙә Айытбаева юбилярҙың тормошо тураһында һөйләне, ижадына байҡау яһаны, китап уҡыусыларға уның бер-нисә шиғырын уҡып ишеттерҙе.

        Кисәгә Салауат Әбүзәрҙәң курсташы, Башҡорт дәүләт университетында 5 йыл бергә уҡып, әле лә уның менән бәйләнеште өҙмәй аралашып торған ижадташы, шағирә, журналист, район “Таң” гәзитенең бүлек мөдире Айһылыу Ғарифуллина килгән ине. Ул Салауат Әбүзәр менән бергә уҡыған саҡтарындағы хәтирәләре менән бүлеште.

       - Сараға килер алдынан Салауат Әбүзәр менән телефондан  һөйләшкән инек, ул бик ҡыуанды һәм Бөрйән уҡыусыларына үҙенең теләктәрен еткерҙе. “Балалар тырышып уҡыһындар, ысын мәғәнәһендә үҙ ерҙәренең хужаһы булып үҫһендәр. Матурлыҡты күрә белһендәр, ижад итһендәр,”- тине. Бына бөгөн Салауат Әбүзәрҙең аманатын һеҙгә тапшырҙым. – тине шағирә.

       - Беҙ ҙә уға ижади уңыштар, һаулыҡ, бәхет, балаларының именлеген теләйбеҙ! - тигән теләктәрен әйтте балалар.

       - Рәхмәт, теләктәрегеҙҙе тапшырырмын.

        Ошондай уҡ шиғриәт кисәһе Иҫке Собханғол мәктәбендә лә үтте.

                         

                                                                                                          

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика