МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ижадында - халыҡ ынйылары

        Аҫҡар ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте өлкәһендә баһалап бөткөһөҙ аҫыл хазиналарға тиң хеҙмәт туплап ҡалдырған фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, академик, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Сөләймәновтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап “Ижадында – халыҡ ынйылары” исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Был сара бар булмышын берҙәй үк изге нәмәләргә - әҙәбиәткә, Тыуған илгә һәм тыуған халҡына хеҙмәт итеүгә бағышлаған оло шәхесте иҫкә алыу, тормош юлы, ижады һәм эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында эшләнде. Әҙәбиәт һөйөүсе һәм халыҡ ижадын ихтирам итеүсе уҡыусылар талантлы яҡташыбыҙҙың хеҙмәт юлы,  тормошо, берәмләп-бөртөкләп йыйған ауыҙ-тел ижады ынйылары менән таныштылар, эшмәкәрлеге хаҡында презентация ҡаранылар. Әҙәби сәғәттең икенсе өлөшөндә уҡыусылар халыҡ ижадында киң таралған уйындарҙы иҫкә төшөрөп төрлө хәрәкәтле уйындар уйнанылар, әкиәттәргә бәйле һорауҙарға яуап таптылар. Балалар фольклор йыйындарының уртаһында йөрөгән әүҙем йәмәғәтсе, түкмәй-сәсмәй үҙ ғилемен киләсәк быуынға еткереүсе сәсән остазыбыҙҙы мәңге онотмаҫҡа һүҙ биреп таралышты әҙәби сәғәттән.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 14 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика