МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Изгелек ерҙә ятмай

    14 ноябрҙә Иҫке Мөсәт ауыл китапханаһында башланғыс синыф уҡыусылары менән Бөтә донъя изгелек эшләү көнөнә арнап “Изгелек ерҙә ятмай ”исемле изгелек сәғәте үтте. Был сара китап уҡыусыларҙы изгелек хистәре менән таныштырыу, яҡшы эштәргә ынтылыш тәрбиәләү, әҙәпле һүҙҙәр һәм уларҙы ҡулланыу тураһында белемдәрен нығытыу, әйләнә тирәләгеләрҙең һәм үҙҙәренең эштәренә дөрөҫ баһа бирергә өйрәтеү, әйләнә тирәләгеләргә хөрмәт, изгелекле мөнәсәбәт, яҡшы эштәр эшләргә һәләтле кешеләр тәрбиәләүҙе дауам итеү маҡсатында үтте. Балалар төрлө ситуацион һорауҙарға яуап бирҙеләр, изгелек, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйттеләр. Түңәрәккә баҫып  бер-береһенә матур һүҙҙәр әйтеп шар бирҙеләр. Шулай уҡ яҡшы ғәмәлдәр, дуҫлыҡ тураһында “Дуҫлыҡ ҡанундары» ҡабул ителде. Сәскә таждарына үҙҙәренең араһында иң изгелекле уҡыусы кем икәнен яҙҙылар һәм сәскә эшләнеләр. Иң күп тажлы сәскә Йәмилә Биктанованыҡы булды. Уға ”Иң изгелекле уҡыусы”тигән миҙал тапшырылды. Иң һуңынан бер-береһенә матур һүҙҙәр яҙып йөрәк бүләк иттеләр, парлашып, устарын усҡа ҡуйып йылылыҡ символы булған Ҡояшты эшләнеләр, йылы һүҙҙәр әйтеп ҡосаҡлаштылар. Сара

                   Йәшәү беҙгә ауыр булыр ине

                   Яҡшылыҡтан башҡа.

                   Шуға күрә яҡшылыҡты эшләйек

                   Беҙ үҙебеҙ башта.

                  тигән һүҙҙәр менән тамамланды.

 

                                                  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
16 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика