МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Исламбай китапханаһында - "Алтын тирмә"

       11 апрель Исламбай ауыл китапханаһында "Алтын тирмә" уйын кисәһе үтте. Был кисәлә Исламбай ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары менән Аҫҡар ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы ҡыҙҙары көс һынашты. Исламбай ауылы ҡыҙҙары "Етегән йондоҙ - ете ҡыҙ", ә Аҫҡар ауылы ҡыҙҙары "Нөгөш һылыуҙары" исеме аҫтында сығыш яһанылар. Ҡыҙҙар тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө - тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен күрһәттеләр. Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар, был бәйгеселәрҙең ныҡлы әҙерлек менән килеүҙәрен аңлата ине. Кисә лә тамашасылар менән дә йәнле аралашыу булды. Улар ҙа уйында ҡатнашып, бер нисә һорауға яуап эҙләп баш ваттылар. Бәйгеселәребеҙгә лә һәм шулай уҡ уйында ихлас ҡатнашҡан тамашасыларға ла бүләктәр тапшырылды. Командалар ҙа беҙгә буш ҡул менән килмәгәндәр ине, уларҙа тамашасыларға йырлы-моңло күстәнәс бүләк иттеләр.
      Йыр – көй, дәртле бейеүҙәр менән аралашып барған кисә бик тиҙ үтеп китте. “Алтын тирмә” уйын кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки ошондай халыҡты бергә туплаусы саралар белемде арттыра, рух-дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, шағир – яҙыусыларҙың тормошон, ижадын, тыуған еребеҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
17 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика