Һәйкәл тора. Имеш һөйләйҙәр,
Был - билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше
Билдәһеҙме, хәтер әйт әле!
3 декабрь Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан 7 декабрь Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында 2 синыф уҡыусылары өсөн "Исемең - билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ!" исемле сара үтте. Балалар 1966 йылдың 3 декабрендә Мәскәү янында немец ғәскәрҙәрен ҡыйратыуға 25 йыл тулған көндә Ленинград шоссеһының 41-се километрындағы туғандар ҡәберлегендәге билдәһеҙ һалдат һөйәктәре Александр баҡсаһына күсерелеүе һәм тантаналы шарттарҙа ерләнеүе хаҡында белделәр. Шулай уҡ 1967 йылдың 8 майында шул урында “Билдәһеҙ һалдат ҡәбере” мемориаль архитектура комплексы асылыуы, Мәңгелек ут ҡабыҙылыуы тураһында мәғлүмәт алдылар. Башҡа илдәрҙәге Билдәһеҙ һалдат памятниктары менән танышыу балалар өсөн бик фәһемле булды. Сара барышында балалар "Бер кем дә, бер ҡасанда онотолмай" исемле китап күргәҙмәһе менән таныштылар.
Толомғужина Гөлиә Мостай Кәримдең "Билдәһеҙ һалдат" шиғырын яттан һөйләп сараны йәмләп ебәрҙе. Сара аҙағында "3 декабрь Билдәһеҙ һалдат көнө" презентацияһын ҡаранылар.