Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Иман нуры – 2016

        29 сентябрҙә район үҙәк китапханаһы тарафынан инде алтынсы йыл үткәрелгән балаларҙың Ҡөръәнде ятлау буйынса “Иман нуры” конкурсы булып уҙҙы. Быйылғы йыл ул “Янһары” мәсетендә үтте. “Иман нуры” конкурсының “Янһары” мәсете асылыуға 1 йыл тулыу тантанаһына тура килеүе һәм шул мәсеттә үткәрелеүе уға мәртәбә өҫтәне.

       “Янһары” мәсете имамы Юлай Теләүбаев һәм ауылдың аҡһаҡалдары менән ағинәйҙәре байрамға ныҡлап әҙерләнгән – мәсет йылытылған, ҡорбан салынған, аш һалынған.

       Конкурста йәмғеһе 21 бала ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, быйылғы конкурсты үткәреүгә ауылдарҙағы мәсеттәрҙең имамдары ҙур көс һалған: балаларҙы әҙерләп алып килеүҙән тыш улар еңеүселәрҙе бүләкләүҙе лә үҙ өҫтәренә алды.

       Конкурсты асып, районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов барыһын да байрам менән ҡотлап үтте. Конкурс барышында балалар тәжвид менән Ҡөръән уҡыны, жюри биргән һорауҙарға яуап бирҙе.

       Һөҙөмтәлә бәләкәстәр төркөмөнән Ғәзизов Арслан – 1-се, Аҙанғолов Ильназ – 2-се, Ишбаева Азалия – 3-сө урын алды. Өлкән балалар араһынан 1-се урынға Исламбаева Гөлдәниә, 2-сегә – Ғабдулхаев Айрат, 3-сө урынға Юнысова Вәлиә сыҡты. Урын алған балаларға бүләктәр иҫ киткес шәп булды – планшет, уйын приставкалары, телефондар. Әйтергә кәрәк, бер бала ла конкурстан бүләкһеҙ ҡайтманы. Хатта конкурстан тыш сығыш яһаған 4 йәшлек Динислам Ғүмәров та андроид-телефон менән бүләкләнде.

      Байрам ҡорбан ашы һәм тәмле сәй менән тамамланды.

0