МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Илһам алып тыуған төйәктән

    18 март район мәҙәниәт һарайында Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ойошторған “Илһам алып тыуған төйәктән: Бөрйән яҙыусыларын уҡыйбыҙ” исемле шиғыр һөйләүселәр араһында үткәрелгән район конкурсының йомғаҡлау өлөшө үтте. Сара Бөтә донъя шиғриәт көнөнә һәм Башҡорт тарихы йылына бағышланды.

   Шиғриәт байрамында 4 йәштән 64 йәшкә тиклемге 38 конкурсант ҡатнашты. Улар яҡташ шағирҙарыбыҙ Самат Ғәбиҙуллин, Таңһылыу Ҡарамышева, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, Айһылыу Ғарифуллина, Земфира Аҡбутина, Таңһылыу Баһауетдинова, Зөһрә Үтәғолова, Флүрә Маликова, Зәки Сөләймәнов, Зәйтүнә Айытбаеваның шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙеләр.

    Нәфис һүҙ оҫталарының сығыштары өс категорияла баһаланды. 16 йәшкә тиклемге конкурсанттар араһында беренсе урын - Яңы Собханғол мәктәбе уҡыусыһы Хазина Кинйәбаевала, икенсе урында – Килдеғолдан Фаягөл Әйүпова менән Әбделмәмбәттән Айгүзәл Сәйфетдинова, өсөнсө урында – Иҫке Cобханғолдан Тимур Фәтҡуллин, Яуымбайҙан Айгөл Дауытова һәм Әтектән Азалиә Күжәбаева. 17-35 йәшлектәр араһында еңеүсе – Байғаҙынан Нәзилә Әлибәкова, Иҫке Собханғолдан Гөлназ Биргәнова менән Байназарҙан Нурзилә Исмәғилеваға икенсе, Мәһәҙейҙән Рәүилә Ғарифуллинаға өсөнсө урын бирелде. 35 йәштән өлкән шиғыр һөйләүселәр араһында иң оҫтаһы тип Әбделмәмбәттән Сәлимә Ғарифуллина билдәләнде, икенсе урында – Байназарҙан Нажиә Ишҡыуатова һәм Ҡолғананан Зәйтүнә Айытбаева, өсөнсө урында – Иҫке Монасиптан Айһылыу Бикмәтова, Ҡотандан Флүрә Нәҙершина, Байғаҙынан Зәмбилә Мәхмүтова. Әбделмәмбәттән Асия Мөхәмәтғәлина менән Иҫке Собханғолдан Юлиә Шәмиғолова “Иң йәш ҡатнашыусы”, Аҫҡарҙан Вилена Мырҙабулатова һәм Ғәҙелгәрәйҙән Мәрйенбикә Байегетова “Башҡарыу үҙенсәлеге”, Иҫке Собханғолдан Лилиә Ғибәҙәтова менән Яуымбайҙан Гәүһәр Ишбаева “Ихласлыҡ өсөн” номинацияларында билдәләнде.

  

                          

     

                                

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
16 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика