МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ил ағаһы Мортаза Рәхимов

         7 февраль, Аҫҡар урта мәктәбендә башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Ил ағаһы Мортаза Рәхимов” исемле әҙәби сәғәт үткәрелде. Китапханасы Нәйлә Мырҙабулатова ойошторған был сара Башҡортостан халыҡтарының яҙмышы, киләсәген ҡайғыртҡан хәстәрлекле етәксе, оло шәхес, Республикабыҙҙың тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш тулыуға бағышланды. Тәүәкәллеге, һәләтлелеге, эшмәкәрлеге менән тотош Рәсәй Федерацияһында ҙур абруй ҡаҙанған был шәхес менән уҡыусылар яҡындан таныштылар. Уның тормош юлы, ғаиләһе, эшмәкәрлеге һәм уңыштары хаҡында күпте белделәр. Ә инде әҙәби сәғәттең икенсе өлөшөндә балалар ике командаға бүленеп, гүзәл Башҡортостаныбыҙ буйлап сәйәхәткә сыҡтылар. Уйын-сәйәхәттең беренсе туры - Башҡортостандың тәбиғәтенә, икенсе туры - арҙаҡлы шәхестәренә, өсөнсө туры - ҡала һәм райондарына арналды. “Рәсәй” һәм “Башҡортостан” командалары һәр турҙа ла үҙҙәрен һынатмай,белгән белемдәрен ҡулланып бик оҫта уйнанылар. Әҙәби сәғәттән уҡыусылар ғәзиз Тыуған илебеҙ - Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәл тәбиғәте, киң күңелле халҡы, моңло теле, байлығы һәм арҙаҡлы шәхестәре тураһында белемдәрен нығытып, бик ҡәнәғәт таралыштылар.

          Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың 85 йәшлек юбилейы уңайынан, Әтек ауыл китапханаһында 7 - 9 синыф уҡыусылары өсөн "Яҙмышым минең - Башҡортостан" исемле әңгәмә үтте. Уҡыусылар Мортаза Рәхимовтың тормош юлы, 1993 йылдың декабренән алып 2010 йылға тиклем республиканы етәкләүе, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Башҡортостанды республика булараҡ һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индереүе, эшмәкәрлеге менән таныштылар.

        Башҡортостандың тәүге президенты, башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың олпат байрамы – 85 йәшлек юбилейы айҡанлы Ҡолғана ауыл китапханаһы китапханасыһы уҡыусыларҙы уның тормош юлы, эшләнгән эштәре һәм үҙе менән танышыу маҡсатында "Ил ағаһы Мортаза Рәхимов" исемле әңгәмә ойошторҙы.

 

        Исламбай ауыл китапханаһында, 7-9 класс уҡыусылары өсөн “Ил ағаһы” исемле әңгәмә үткәрҙек. Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың 85 йәшлек оло юбилейы уңайынан үткәрелгән әңгәмәнән, уҡыусылар Мортаза Рәхимовтың тормош юлы, эшмәкәрлеге менән таныштылар. 1993 йылдан 2010 йылға тиклем президент булып эшләү дәүерендә илем, халҡым тип, халыҡ мәнфәғәте өсөн янып-көйөп эшләгән, ысын мәғәнәһендә халыҡ Президенты булыуы менән таныштылар. Ул республика менән идара иткән йылдарға байҡау яһап, беҙҙең районда бик күп ыңғай эштәр башҡарылыуы: юлдар һалыныуы, ауылдарға газ үткәрелеүе, мәктәптәр, дауаханалар төҙөлөүе тураһында бик күп мәғлүмәт алдылар. Ниндәй генә заман елдәре иҫкәндә лә - беҙҙең арала: халҡы, Ватаны өсөн изге эштәр башҡарыуҙан туҡтамаған Ил ағаһы икәненә инандылар.

 

       7 февраль көнө Иҫке Монасип ауыл китапханаһында тәүге Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 85 йәш тулыу айҡанлы "Ил ағаһы" исемле сара үтте. Китапханасы балаларға Мортаза Ғөбәйҙулла улының тормош юлы, уның намыҫлы, егәрле, абруйлы шәхес булыуы, ул етәкселек иткән осорҙа республикабыҙ, районыбыҙ үҫеше тураһында һөйләне. Балалар ихлас тыңланы, һорауҙар бирҙе. Һуңынан тәүге Президентыбыҙ тураһында фильм ҡаранылар.

              

      7 февраль Нәби ауыл китапханаһында башҡорт халҡының хөрмәтле аҡһаҡалы, 1990 - 2010 йылдарҙа Башкортостан Республикаһына етәкселек иткән беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов олпат байрамын – 85 йәшлек юбилейын билдәләне. Ошо дата уңайынан мәктәп уҡыусылары өсөн «Тәүге Президент» исемле сара үтте. Китапханасылар балаларҙы Мортаза Рәхимовтың биографияһы, сәйәси эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Ул республика менән идара иткән йылдарға байҡау яһап, районыбыҙ яңырыу кисереүен һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр булғанын һөйләне.

                                      

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика