МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

"Һеҙгә әйтер һүҙем бар!"

            23 март Исламбай ауыл китапханаһында "Һеҙгә әйтер һүҙем бар!" тип исемләнгән шиғриәткә ғашиҡ дуҫтарыбыҙ араһында, шиғыр конкурсы үткәрелде (ғаилә менән шиғыр һөйләү). Башҡорт теленең сихри көсөн, һүҙ ҡеүәтен халыҡҡа еткергән был шиғри бәйгене күптәр күтәреп алды. Илһам, рух байрамына майҙан тоторға, йөрәк түренән сыҡҡан һүҙҙәрен тамашасыларға еткерергә тип, 12 ғаилә, йәмғеһе 31 кеше сәхнәгә сыҡты. Кисәне хаҡлы ялдағы уҡытыусы, ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Ракия Зиннур ҡыҙы асып ебәрҙе. Ул, башҡорт теленә битараф булмайыҡ, телде һаҡлайыҡ тип, тәрән мәғәнәле шиғыр һөйләп ишеттерҙе. Һәр бәйгесе ентекле әҙерләнгән. Ир-егеттәрҙең сәхнәгә күтәрелеүе - үҙе бер мәртәбә, үҙе бер күренеш. Һәр бәйгесенең шиғыры күңел ҡылдарын сыңлатырлыҡ, зиһендәрҙе уятырлыҡ көскә эйә булды. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы еңелдән булманы. Ҡыҫҡаһы, был милли рухты күтәргән байрам булды. Бәйгеселәрҙең йөрәгенән сыҡҡан шиғри һүҙе һәр кемебеҙҙең күңеленә үтеп, берсә тетрәндерҙе, берсә һоҡландырҙы.Ошондай илһам байрамы бүләк иткән, әҙәбиәтте, шиғриәтте һөйөүсе дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

         

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика