МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Һаман һыҙлай афған яраһы

     10 февралдә район үҙәк китапханаһы Иҫке Собханғол мәктәбенең Х "В" синыфы уҡыусылары өсөн "Һаман һыҙлай афған яраһы" исемле батырлыҡ сәғәте үткәрҙе. Китапханасылар афған һуғышы тураһында, был ҡан ҡойошта һәләк булған Яңы Монасип ауылы егете Азамат Йәғәфәров хаҡында һөйләне. А. Йәғәфәровҡа арналған презентация һәм афған һуғышы тураһындағы видеоролик ул йылдарҙағы хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итте.

Афған һуғышы 1979 йылдың 25 декабренән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем  дауам итте.  Һуғыш 9 йыл 1 ай 19 көн буйы һуҙылды. Афғанстанда 620 мең совет һалдаттары, офицерҙары, генералдары ғәскәри бурыстарын үтәй. Ошо ваҡыт арауығында 14453 кеше - яраларҙан, бәхетхеҙ ваҡиғаларҙан улде, эҙһеҙ юғалды, плендан ҡайтманы, 35 меңе – йәрәхәт алды.
Афған һуғышы беҙҙең республикабыҙ өсөн дә эҙһеҙ үтмәй. Унда Башҡортостандан туғыҙ мең ярымдан ашыу кеше ҡатнаша. Шуларҙан 343-ө яу яланынан әйләнеп ҡайтмай.

    

                                       

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика