МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Гонаһһыҙ ҡорбандар

    30 октябрь - золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. Был көндө Иҫке Монасип ауыл мәктәбендә ауыл китапханасыһы Мырҙағолова Айһылыу мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Гонаһһыҙ ҡорбандар" исемле сара үткәрҙе. Күргәҙмәләге китаптарға байҡау яһағандан һуң золом, уның ҡорбандары хаҡында ентекле мәғлүмәт бирелде. Уҡытыусы Альмира Ғүмәр ҡыҙы ла шул осорҙағы фәһемле, ғибрәтле ваҡиғалар тураһында һөйләп үтте. Уҡыусылар иғтибар менән тыңланылар, "Хәтер китабы"ндағы исемлектән үҙебеҙҙең ауыл кешеләрен - золом ҡорбандарын эҙләп таптылар. Шағир Рәми Ғариповтың "Табыныу" поэмаһының

                          "Килер быуындарға ғибрәт итеп
                           Яҙ һин уны тарих ташына..."

тигән юлдарында әйтелгәнсә, ошо быуын тарихтың ғибрәтле, ҡанлы бер бите менән танышып, илебеҙ тарихын тәрәнерәк белеп, фәһем алып таралышты.

                                    

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика