17 февраль Әтек ауыл китапханаһына Алғазина Розалия Рәхим ҡыҙы етәкселегендә 4-се синыф уҡыусылары килде. Улар өсөн "Гөлфиә Юнысова - шиғриәт донъяһы" исемле китапхана дәресе үткәрелде. Уҡыусылар халыҡ шағирәһе Гөлфиә Юнысова ижады хаҡында тулы мәғлүмәт алды. Шағирәнең "Донъя менән танышам", "Йылғыр тупҡайым" исемле китаптарынан шиғырҙарын, әкиәттәрен уҡып, ҡыҙыҡлы табышмаҡтарға ла яуаптар эҙләне. Сара һуңында уҡыусылар китаптар уҡырға алдылар.