МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Ғашиҡтар көнөнә арналған кисә

       14 февралдә ауыл мәҙәниәт йортонда Ғашиҡтар көнө уңайынан “Мөхәббәттә - кеше бәхете, бәхеттәрҙең алтын тәхете” исемле кисә үтте. Кисәнең төп ҡунаҡтары - 59 йыл бергә ғүмер итеүсе  Вафир һәм Клара Сәғитовтар, 58 йыл бергә йәшәүсе Әхәт һәм Клара Сафиндар. Килгән ҡунаҡтар үҙҙәренең йәш саҡтарына әйләнеп ҡайтып, ҡайҙа, ҡасан, нисек осрашып-танышыуҙарын бик ихлас һөйләнеләр, бергә йәшәгән ваҡыттағы ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙөләр. Байрам дәртле бейеүҙәр, моңло йырҙар менән үрелеп барҙы. Ололарҙы ауыл депутаты Илүзә Нуретдин ҡыҙы, ветерандар советы, ауылдаштары ҡотланы. Мөхәббәтле оҙон - оҙаҡ йәшәр өсөн улар йәштәргә ошондай  кәңәш бирҙе: бер –береңде хөрмәт итергә, яратырға.

       Кисә тәмле сәй табыны менән тамамланды.

                              

                                            

                                                                                                                                   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
8 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика