26 ноябрь Әсәйҙәр көнөнә арналған “Ер биҙәге – сәскәләр, ил биҙәге – әсәләр!” исемле әҙәби – музыкаль кисә үтте. Байрам кисәһенә район ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Р. Салауатова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе сәрҡәтибе Г.Йомағолова һәм район хәрби комиссариатынан Ф.Ҡаһарманова килде. Байрамды асҡандан һуң, Р.Салауатова сығыш яһап, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын матур байрам менән ҡотланы. Артабан башланғыс класс уҡытыусыһы Иркә Фәйзуллина ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының тормош-көнкүреше миҫалында, ауылдағы һуңғы утыҙ йыл эсендәге бөтә әсәләрҙе лә айырмай телгә алып, тамашасыларҙы хәтирәләргә бирелдереп төплө сығыш яһаны. Унан сәхнәгә герой-әсәләр саҡырылды, улар менән “Әсә һәм бала” темаһына әңгәмә ойошторолоп, йәш әсәләргә теләктәре, кәңәштәре тыңланды. Кисә моңло йыр, дәртле бейеү, нәфис һүҙ менән аралашып барҙы. Байрамға “Өй ҡояшы һин-Әсәй!” исемле китап күргәҙмәһе эшләнде. Аш-һыу конкурсына буҙа, бәлештәр әҙерләп килтергән ҡатын-ҡыҙҙарға , райондан килгән вәкилдәр бүләктәр тапшырҙы. Кисәгә килеүселәр тәмле бәлештәр менән сәй, буҙа эсеп таралышты.