МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙ

    7 март, Әтек ауылы китапханаһында, халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә  арналған "Донъя йәме - ҡатын-ҡыҙ” тигән тема буйынса “түңәрәк өҫтәл” үткәрелде. Сараның тәүге өлөшөндә китапханасы, башҡорт халҡының мәшһүр ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, билдәле яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 115 йыл тулыу айҡанлы, уның ижады һәм тормош юлы менән таныштырып, әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Артабан "Ағинәйҙәр" клубы етәксеһе Әлфирә апай Иманғолова ҡатын - ҡыҙҙарҙы һәр үткән мәҙәни сараларҙы ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә күрһәткән әүҙемлеге өсөн рәхмәтен белдереп байрам менән тәбрикләне. Ҡатын - ҡыҙҙар советы етәксеһе Нурзия Ишбаева - "Күңелендә илаһилыҡҡа, матурлыҡҡа һоҡланыу йөрөткән, үҙ халҡының ғөрөф- ғәҙәттәренә, тарихына, мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә битараф булмаған инәйҙәргә, апайҙарға, барлыҡ ҡатын - ҡыҙҙарыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге, бәхет теләйем" - тип байрам менән ҡотланы һәм бүләктәр таратты. Әңгәмәләшеү сәй табыны янында ла дауам итте.

                                              

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика