МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Диндең киләсәге – балалар

         Район үҙәк китапханаһында «Иман нуры»  конкурсы үтте. Бишенсе тапҡыр үткән матур сараны «Әбделмән» мәсете һәм район китапханаһы ойошторҙо. Тәджүид  менән Ҡөрьән ятлау конкурсы ике турҙа үтте:  тәүҙә урындарҙа, аҙаҡ – район үҙәгендә.  Инеш һүҙ менән райондың имам – мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов сығыш яһаны:

         - Бөгөн барыбыҙ өсөн ҙур байрам – районыбыҙҙың киләсәге булған балалар Ҡөрьән сүрәләрен ятлап ярыша. Ғүмәр бин Хаттаб әйтте: “Милләттең киләсәген күргегеҙ килһә, үҙ балаларығыҙға ҡарағыҙ». Был изге китапты уҡыу – ғибәҙәт. Унә беҙгә Раббыбыҙ хаҡты -  ялғандан, тура юлды ҡыйышынан айырыр өсөн етәкселек итеп ебәрҙе. Уңыштар һеҙгә!

         6 йәштән 12 йәшкә тиклемгеләр араһында бәйгене Әбделмәмбәттән 10 йәшлек Айгүзәл Сәйфетдинова башлап ебәрҙе. 12 конкурсант бер – бер артлы һынау тотто. Бәләкәстәр төркөмөндә иң кесеһе 6 йәшлек Арслан Ғүмәров булды. 12 йәштән  16 йәшкә тиклемгеләр араһындағы ярыш та бик көсөргәнешле барҙы – бында 11 үҫмер Ҡөрьән сүрәләрен  ятҡа һөйләүҙә маһирлыҡ  күрһәтте. Ниһайәт, жюри еңеүселәрҙе билдәләне. Рәсүл хәҙрәт балаларға кәңәштәрен дә еткерҙе: «Был конкурс – Ҡөрьән ятлау конкурсы, балалар сүрә менән доғаны айырһа ине, күптәр сүрәләрҙе шатырлатып ятлай, әммә дөрөҫ тәджүид менән түгел. Шуға күрә конкурсҡа әҙерләнгәндә  ауылдарҙағы имамдарҙан дәрес алырға, йә булмаһа Ҡөрьәнде кассета йә дискынан, интернеттан тыңлап өйрәнеү зарур».

         Еңеүселәр иһә түбәндәгесә: кесе төркөмдә 1-се урында – Вилена Хисаметдинова (Нәби), 2- се урында – Юлиә Хәликова (Исламбай), 3 – сө урында – Сынтимер Мәжитов (Яңы Усман). «Иң кесе ҡатнашыусы» номинацияһында еңеүсе – Арслан Ғүмәров. Өлкәндәр төркөмөндә 1- се урынды – Килдеғолдан Йәмилә Билалова, 2- се урынды – Нәркәс Аҫылғужина, 3 – сө урынды Иҫке Мөсәттән Алмаз Ҡулбирҙин алды. Аҫҡарҙан Азат Вәлиев бер юлы ике номинацияла еңеп, «Иман нуры», «Иң өлкән ҡатнашыусы» исемдәренә лайыҡ булды.

                                                    

                                                      

                                                                                          

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
7 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика