МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Читаем детям о войне

       Һамар төбәк балалар китапханаһы ойошторған “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара акцияһы быйыл унынсы тапҡыр үтә. Сараның маҡсаты – балалар өсөн ижад ителгән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы иң һәйбәт әҙәби әҫәрҙәр миҫалында йәш быуында патриотизм һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләү. Акция сиктәрендә үҙәк район китапханаһы китапханасылары Иҫке Собханғол мәктәбенең VIII “А” синыфы уҡыусылары өсөн әҙәби-патриотик сәғәт үткәрҙе. Уҡыусылар тәүҙә Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса белгәндәрен иҫкә төшөрҙөләр, дәһшәтле йылдарҙы һүрәтләгән әҙәби әҫәрҙәрҙе барланылар. Артабан Мостай Кәримдең “Үлмәҫбай” поэмаһын ҡысҡырып уҡып, әҫәр буйынса әңгәмә ойошторҙолар. Шат күңелле, тәүәккәл, кәрәк саҡта хәйләкәр ҙә Үлмәҫбай менән ҡыйыу, ныҡыш, шаян Теребай халҡыбыҙға хас үҙенсәлектәрҙе үҙҙәренә туплаған образдар. Улар аша автор башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын да сағылдыра алған. Әҫәрҙең юморға бай булыуы, үҙенсәлекле тел менән яҙылыуы уҡыусыларға бигерәк тә ныҡ оҡшаны.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары алыҫайғандан-алыҫая бара. Йәш быуын улар хаҡында ишетеп, киноларҙан ҡарап ҡына белә. Илебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған аяныслы йылдар тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ, был хаҡта киләсәк быуындар ҙа белергә тейеш. Был йәһәттән ошондай акцияларҙың әһәмиәте бик ҙур. Һуғышта ҡатнашҡан яҙыусыларҙың ҡаһарманлыҡ, Тыуған илде һөйөү тойғолары, дошманға ҡарата нәфрәт хисе менән һуғарылған әҫәрҙәрен уҡыу, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар образдары менән танышыу уҡыусыларҙа әҙәбиәткә, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уята, илебеҙҙе ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәтә. 

     6 мая Байназаровская сельская модельная библиотека приняла участие в Международной акции «Читаем детям о войне», организованной Самарской областной детской библиотекой. Участниками Акции стали воспитанники детского сада МОБУ СОШ д,Байназарово. В ходе вступительной беседы дети вспомнили о том, что совсем скоро в стране будет отмечаться праздник – День Победы, ознаменовавший собой окончание одной из самых страшных войн и начало мирной жизни. Юным читателям были прочитаны рассказы Л.Кассиля "Защитники наших морей", "Вперед,танкисты!" и стихи Н.Коола "Там вдали,за рекой", М.Исаковского "У самой границы". Затем дети коллективно сделали плакат на 9 мая "Пусть будет мир на всей земли".
       Акция прошла интересно, насыщенно и с творческим эффектом.

                          

      6 май Килдеғол ауыл китапханаһы Һамар төбәк балалар китапханаһы ойошторған “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Акцияның төп маҡсаты – балалар өсөн ижад ителгән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр аша йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тоғоһо уятыу. Акция сиктәрендә 3-4 класс уҡыусылары өсөн "Һуғыш. Еңеү. Хәтер." исемле батырлыҡ дәресе үтте. Уҡыусыларға Бөйөк Ватан һуғышы, ошо һуғышта ҡатнашыусы ауылдаштар, тыл ветерандары тураһында мәғлүмәт еткерелде. Артабан Динис Бүләковтың "Яралы китап" әҫәре менән таныштылар, Мостай Кәримдең әҫәре буйынса төшөрөлгән "Малайҙар" фильмын ҡаранылар. Шулай уҡ "Йөрәктәрҙә ҡалыр Еңеү көнө" исемле китап күргәҙмәһенә ҡуйылған "Хәтер", "Улар Еңеү менән ҡайттылар", "Тыл ветерандары" исемле китаптар менән танышып, олатай-өләсәйҙәрен эҙләп таптылар.

                   

 

       6 май Исламбай ауыл китапханаһы Һамар төбәк балалар китапханаһы ойошторған “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара акцияһына бик теләп ҡушылды. Акцияның төп маҡсаты – балалар өсөн ижад ителгән Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәби әҫәрҙәр аша йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү, тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тоғоһо уятыу. Кескәй дуҫтарыбыҙға Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесынан "Бына кем икән минең һеңлем" һәм "Бына кем икән ул беҙҙең ҡәҙерле ҡунаҡ..." бүлектәренән өҙөктәр тәҡдим ителде. Һуңынан уҡылғандар буйынса йәнле фекер алышыу булды.

        Сараның икенсе өлөшө - Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көнөндә үк Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән һалдаттар менән бер рәттән яуға күтәрелгән "Дүрт аяҡлы һалдаттар" - эттәргә арналды. Эттәрҙең танкылар шартлатыуы, яралы һалдаттарҙы яу яланынан алып сығыуы, фронттың алғы һыҙығына боеприпастар, кәрәкле документтар алып барыуы, мина эҙләүҙәре, часовой булып хеҙмәт итеүҙәре, элемтәсе, разведчик, ҡыҫҡаһы, уларҙың алыштырғыһыҙ ярҙамсы булыуы балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. "Эттәр - Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары" исемле презентация күрһәтелде. Бөйөк ваҡиға йылдан-йыл йырағая бара, ләкин беҙ киләсәк быуынға "был тыныс тормош ниндәй юл менән яуланғанын" еткерә, иҫкәртә барырға тейешбеҙ. Ошо матур тормошто беҙгә бүләк итеүселәрҙең батырлығын, ҡаһарманлығын китаптарҙан уҡып, фильмдарҙан ҡарап булһа ла белергә, онотмаҫҡа тейешбеҙ, тип тыныслыҡ ҡошо - күгәрсендәр эшләп, иҫтәлеккә фотоға төшөп таралышты балалар.

 

                                                                 

      Һамар төбәк балалар китапханаһы ойошторған “Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара акцияһына Аҫҡар ауыл китапханаһы ла теләп ҡушылды. Акция сиктәрендә китапханала 1-7 класс уҡыусыларына “Данлы йылдар ауазы” исемле батырлыҡ сәғәте үткәрелде. Балаларға Бөйөк Еңеүҙең ниндәй ауырлыҡтар, һынауҙар аша килеүе, олатай -өләсәйҙәрҙең рухи ныҡлығы, көсө хаҡында һөйләнелде. Шулай уҡ уҡыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы һәм уның геройҙары тураһындағы белемдәрен арттырыу маҡсаты менән “Батырҙарын ил онотмай” исемле викторина тәҡдим ителде. Бигерәк тә балаларҙа Зоя Космедемьянскаяның үлемһеҙ ҡаһарманлығы хаҡында әңгәмә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Улар был батыр ҡыҙ тураһында “Бөйөк Ватан һуғышының йәш геройҙары” исемле презентацияны ла яратып ҡаранылар.Ә башланғыс класс уҡыусылары һуғыш ваҡытында яугирҙар менән бер рәттән сафта торған “дүрт аяҡлы һалдаттар” хаҡында бик мауығып тыңланылар, китаптар, папкалар менән таныштылар.Акцияла ҡатнашыусылар һуғыш ҡорбандарын мәңге онотмаҫҡа, улар менән ғорурланырға һәм киләһе быуынға ошо турала еткерергә һуҙ биреп таралыштылар саранан.

     "Балаларға һуғыш тураһында уҡыйбыҙ" Халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә Ҡотан ауыл китапханаһында 1-4 синыф укыусылары өсөн "Мәңге иҫтә, мәңге хәтерҙә" исемле патриотик сәғәт үткәрелде. Анатолий Митяевтын "Мешок овсянки" әҫәрен уҡып, һорауҙарға яуаптар бирелде.
      "Рәхмәтлебеҙ ветерандарға!", тип ҡыҙҙар ҡағыҙ салфеткаларҙан ҡәнәфер сәскәләре яһарға өйрәнеп, открытка эшләнеләр.

     6 мая в преддверии Великого праздника – Дня Победы – детская библиотека приняла участие в Международной акции «Читаем детям о войне». Цель акции: воспитание патриотизма, чувства любви и гражданского долга к Родине, гордости за свою страну. Учащиеся 1,3 классов МОБУ НШ-ДС № 2 с.Старосубхангулово прослушали солдатскую сказку Константина Паустовского «Похождения жука-носорога». Ребята узнали, почему символ Дня Победы – Георгиевская ленточка – двухцветная, и что означает черный и оранжевый цвета. Также маленькие читатели познакомились с выставкой книг «Бер кем дә бер нәмә лә онотолмай».

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика