МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Бөрйәндең данлы ҡыҙҙары

      8 ноябрҙә район мәҙәниәт һарайында “Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районының данлы ҡыҙҙары” исемле китаптың исем туйы булып уҙҙы. Район үҙәк китапханаһы үткәргән был сараға китаптың редакторы – район ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы, редколлегия ағзалары – Теләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы, Вәлиева Хәнифә Кәбир ҡыҙы, Йомағолова Гөлдәр Әхәт ҡыҙы, Ҡолдәүләтова Алсу Рәхимйән ҡыҙы саҡырылды. Байрамда китаптың редакторы менән редколлегия ағзалары, китапҡа ингән райондың данлы ҡыҙҙары – Муллағолова Зәкиә Мөҙәрис ҡыҙы, Баймөхәмәтова Фәриҙә Хисам ҡыҙы, Ишҡолова Сәлимә Мөхәмәтҡужа ҡыҙы, Мырҙабаева Роза Хәләф ҡыҙы сығыш яһаны. Иҫке Собханғол ауылы ҡатын-ҡыҙҙар Советы рәйесе Иманғолова Таһира Ғәбит ҡыҙының, район мәғариф бүлеге начальник урынбаҫары Баймырҙин Ирәмән Ирғәле улының яңы китап донъя күреүе менән ҡотлап яһаған сығыштары ла барыһының да күңеленә хуш килде. Тамашасылар китап редакторы Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙына, редколлегия ағзаларына китаптың яңы өҫтәмәләр индерелгән вариантын сығарыуҙа уңыштар теләп таралышты.

 

 

                

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 9 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика