МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Бәләкәй принцессалар балы

     Аҫҡар урта мәктәбендә яҙғы лагерға йөрөүсе башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Бәләкәй принцессалар балы” үткәрелде. Балаларҙы сәхнә серҙәренә өйрәтеү, уларҙың таланттарын асыу маҡсатында эшләнгән был сараны китапханасы Н.Мырҙабулатова ойошторҙо. Принцессалар һәм принцтар булып кейенеп, яһанған был малайҙар һәм ҡыҙҙар өсөн был кисә ҙур бер күңелле байрамға әүерелде. Ысынлап та, һәр ҡыҙ - үҙе матур принцесса. Ә принцессаларҙың хыялы - балда ҡатнашыу. Шуға ла сәхнә түренә береһенән – береһе һылыу 16 ҡыҙ сыҡты ярышҡа. Принцесса исемен яулау өсөн кескәй ҡыҙҙарға бик күп һынауҙар аша үтергә тура килде. Улар өсөн балдың төп шарттары булып - “Визитка” - үҙҙәре менән таныштырыу, кейемдәрен күрһәтеү, принцтар менән вальс бейеү, үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеү ине. Принцесса булыу өсөн, әлбиттә матурлыҡ ҡына етмәй. Шуға күрә лә ҡыҙҙарҙың белемдәрен тикшереп, яратып уҡыған әкиәттәре буйынса төрлө һорауҙар бирелде. Ә инде “Золушка” конкурсында ҡатнашыусыларҙың сослоҡтарын, етеҙлектәрен билдәләү өсөн һауытта буталған дөгө һәм ҡарабойҙай ярмаларын тиҙ арала айырыу эше йөкмәтелде. Ниндәй генә ауыр һынауҙар булһа ла, кескәй принцессалар барыһын да уңышлы үтеп сыҡтылар. Был йәнле сара барыһына ла бик оҡшаны.

   

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика