МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Бикчәнтәев уҡыуҙары

     12 октябрҙә Килдеғол ауыл китапханаһында яҙыусы Әнүәр Бикчәнтәевтың тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған "Бикчәнтәев уҡыуҙары" акцияһы сиктәрендә “Оло ижади ғүмер” исемле әҙәби сәғәт үтте. Сарала уҡыусылар яҙыусының тормош юлы, ижады менән таныштылар, “Юғары рухлы әҙип” исемле китап күргәҙмәһенә күҙәтеү яһалды. Яҙыусының "Бакенщиктар иламай" әҫәренән өҙөк тыңланылар.
 

       9 октябрь көнө  Аҫҡар ауыл китапханаһында 8 класс уҡыусылары өсөн башҡорт яҙыусыһы Әнүәр Бикчәнтәев ижады һәм тормош юлына бағышланған викторина үткәрелде. Балалар яҙыусының ижады һәм тормошо менән яҡындан таныштылар, әҫәрҙәре буйынса һорауҙарға яуап бирҙеләр. “Бөркөт һауала үлә”,  “Хушығыҙ көмөш ямғырҙар”, “Нисә йәш һиңә, комиссар?” повестары уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

                              

      9 октябрь көнө Иҫке Монасип ауыл китапханасыһы мәктәптә 5-6 класс уҡыусылары өсөн "Юғары рухлы әҙип" исемле сара үткәрҙе. Яҙыусының китаптарына байҡау яһалды, әҫәрҙәренең иң ҡыҙыҡлы урындары уҡылды, әҫәр геройҙары тураһында әңгәмә үткәрелде.

 

       6 октябрҙә, Әнүәр Бикчәнтәевтың 105 йыллығына арнап, Әтек ауыл мәктәбенең 7- се синыф уҡыусылары өсөн "Исемдәре мәңге хәтерҙә" исемле әҙәби - дәрес үтте. Яҙыусының тормош юлы һәм ижады менән таныштылар. "Нисә йәш һиңә, комиссар?" повесы буйынса әңгәмәнән һуң, уҡыусылар яҙыусының хикәйәләренән өҙөктәр тыңланылар.

 

      4 октябрь, Исламбай ауыл китапханаһында, 9 класс уҡыусылары өсөн Әнүәр Бикчәнтәевтың тормош юлына һәм ижадына бағышланған әҙәби сәғәт үткәрелде. "Бөркөт һауала үлә", "Нисә йәш һиңә, комиссар?" повестары буйынса ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс әңгәмә ойошторолдо.

 

       Район китапханаһында “Бикчәнтәев уҡыуҙары” акцияһы дауам итә. 2 октябрҙә Иҫке Собханғол мәктәбенең VII “А” синыфы уҡыусылары Әнүәр Бикчәнтәевтың “Нисә йәш һиңә, комиссар?” повесы буйынса фекер алышыуҙа ҡатнашты. Әҫәрҙең мауыҡтырғыс сюжеты, төп герой Азат образы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 17 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика