МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Беҙ ҙә комсомол инек

         24 октябрь көнө Байназар ауыл моделле китапханаһында, ВЛКСМ-дың 100 йыллығына арналған "Беҙ ҙә комсомол инек" исемле осрашыу кисәһе үтте. Кисәгә Байназар урта мәктәбенең 10-11 синыф уҡыусылары һәм дә ауылдың элеке комсомол ойошмаһы етәкселәре, комсомолецтары: Баязитов Р.И.,Имангулов Р.Ф. һәм Зөләйхә Имангулова, Ишбаева Ф.Р.,Ҡотлобаева К.З., Нургалина Т., Заманова Р.Х., Карагулов Рәхимйән ағайҙар саҡырылды .Улар данлы йәшлектәрен иҫкә алып, хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. "Үҫештең бөтә осоронда ла йәштәр һәм комсомолдар әүҙем ҡатнашты һәм ҙур өлөшөн индерҙе. Тормоштоң һәр дәүерендә улар үҫмерҙәрсә дәрт менән уҡыны, тырышып хеҙмәт итте, Тыуған илде тоғро һаҡланы. Шул йылдарҙың лозунгтарын ғына хәтергә төшөрәйек әле: “Комсомолдар — самолетҡа!”, “Ҡыҙҙар — тракторға!”, “Даешь Магнитку!”, “Даешь ДнепроГЭС!” һәм башҡалар. "- тип иҫкә алды Роберт ағай Баязитов .Комсомол тураһындағы ретро йырҙар менән "Йәнгүзәл" вокаль ансамбле сығыш яһаны.Осрашыу аҙағында "Комсомол - ул беҙҙең йәшлек" исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһалды.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 5 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика