МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Беҙ - тыныслыҡ яҡлы

       3 сентябрь Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында бынан 16 йыл элек - 2004 йылдың 1-3 сентябрендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле. Яңы уҡыу йылының тантаналы линейкаһынан һуң, террорсылар 1128 тотҡондо мина һалынған бинанан сығармай. Уларҙың күбеһе балалар була. Ата-әсәләр, уҡытыусылар аманатлыҡҡа алынып, ике көн буйына ауыр шарттарҙа - үлем менән йәшәү араһында була. Махсус операция һөҙөмтәһендә әсирҙәрҙең күбеһе азат ителә, әммә 314 кеше ҡорбан була, уларҙың 186-һы-балалар.
      Халыҡ араһында трроризмға ҡаршы иғтибарҙы арттырыу, террор хәүефе һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр янағанда нимә эшләргә кәрәклеген аңлатыу маҡсатында Иҫке Мөсәт китапханасыһы Күсәпова Ф. балаларға әңгәмә үткәрҙе. Китапханала үткән сарала һәр кем үҙенең теләген әйтте, ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын тип теләктәшлек белдерҙе. Илеббеҙҙә терроризмға юл ҡуймаҫ өсөн төрлө милләт халыҡтары үҙ-ара дуҫ йәшәргә, һәр кемдең диненә, мәҙәниәтенә, йолаларына ҡарата ихтирамлы булырға тейеш тигән фекергә килде балалар. Сара аҙағында балалар "Беҙ- тыныслыҡ яҡлы" темаһына асфальтҡа һүрәт төшөрҙө.

 

                                                        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 9 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика