МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Башҡортостаным – бәхет бишегем

         6 октябрь Ғәлиәкбәр ауыл китапханаһында «Башҡортостаным – бәхет бишегем” исемле сара үтте. Сарала Ғәлиәкбәр мәктәбенең 5-се, 6-се синыф уҡыусылары ҡатнашты. Байрамдың тарихы хаҡында һөйләп, Башҡортостаныбыҙға байҡау яһаныҡ. Башҡортостандың тәбиғәте, халҡы, уның гербы, флагы, гимны булыуы, ҡасан ҡабул ителеүҙәре, авторҙары кем икәнен, баш ҡалаһы  Өфө, тәүге президенты,  милли геройы, данлы балы һәм шифалы ҡымыҙы, милли музыка ҡоралы ҡурай тураһында әңгәмәләштек. Сараның икенсе өлөшөндә  Ғәлиәкбәр ауылының тарихы, ҡайһы-бер ер-һыу атамалары менән дә танышып киттек. Ауылдашыбыҙ Рәмис Аллабердиндың “Тыуған ауылым Ғәлиәкбәр” исемле видеоһын ҡарап үттек. Бикбаева Юлиә  М. Кәримдең “Ҡайын япрағы тураһында” исемле шиғырын уҡып ишеттерҙе.                                                                          

      Сараның  өсөнсө өлөшөндә балалар Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған “Йондоҙло сәғәт” исемле уйында бик әүҙем ҡатнашты, “Тыуған илем - Башҡортостан” исемле викторинала үҙҙәренең белемдәрен тикшерҙеләр. Шулай уҡ Башҡортостан һүҙенән һүҙҙәр төҙөү балаларға бик оҡшаны.

 

                

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика