МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Башҡортостан - тыуған илкәйем

      30 март Исламбай ауыл китапханаһында, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнап, кескәй дуҫтарыбыҙ араһында "Башҡортостан - тыуған илкәйем" исемле шиғыр һөйләүселәр конкурсы үткәрелде. Халҡыбыҙ борон-борондан Урал ерендә йәшәгән, матур тәбиғәткә һоҡланып, Урал батыр, Аҡбуҙат эпостарын сығарған, Башҡортостаныбыҙҙы данлап бик күп йырҙар, шиғырҙар яҙған. Тыуған илгә һөйөү һәм ғорурлыҡ тойғоһо уятыу маҡсаты менән ойошторолған бәйгелә, республикабыҙҙы данлаған шиғырҙары менән 14 уҡыусы бәйге тотто. Кескәй дуҫтарыбыҙ бәйгегә ентекле әҙерләнеп килгән, шулай булһа ла һәр конкурстың иң-иңдәре була. 1 урынға Гөлсөм Ғәббәсова, 2 урынға Әлфинә Әхмәтйәнова, Илмира Хөснуллина, 3 урынға Ирхан Кульчиков, Элвира Саитгалиева һәм Фәдис Галиуллиндар лайыҡлы тип табылды. Барлыҡ бәйгеселәр ҙә бүләк, еңеүселәр маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр. "Әлеге бәйге иғлан ителгәнсе, беҙ шундай күп таланттарҙың барлығын белмәй йәшәгәнбеҙ икән. Уҡыусыларыбыҙ үҙҙәренең шиғриәткә булған һөйөүҙәрен беҙгә еткерә алдылар", - тип таралышты тамашасылар.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика