МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы - "Урал батыр"

   19 февраль Яуымбай ауылы китапханасыһы Кинйәкәйева Р.  мәктәптә 3 синыф уҡыусылары өсөн "Башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы - "Урал батыр" эпосы исемле әҙәби сәғәт үткәрҙе. Рухи байлығыбыҙҙы, ата-бабаларҙан ҡалған аманатыбыҙҙы өйрәтеү, балаларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға, уларҙың үҫешенә этәргес булып торһон өсөн, халҡыбыҙҙың хазинаһы булған эпосты балаларға өйрәтеү бик кәрәк. Китапханасы "Урал батыр" эпосы тураһында һөйләп үтте. Үҙенең күләме, боронғолоғо һәм әһәмиәте буйынса айырым урын биләүсе был эпос мотлаҡ уҡыла торған 100 әҫәр исемлегенә ингән. Халыҡтың тарихы, мәҙәниәте, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, изгелек менән яуызлыҡ, үлем, үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләрҙе сағылдырған был эпосты һәр кемебеҙ белергә тейеш. Был сара балаларға бик оҡшаны, улар эпосты ҙур теләк менән уҡып ҡаранылар. Был синыфта 3 йәшендә генә эпосты яттан һөйләү бәйгеһендә ҡатнашып "Иң йәш сәсән" номинацияһын алыусы Дилә Медаева уҡый икән. Сарала бөтәһе 10 кеше ҡатнашты, шулай уҡ уҡытыусы Хәлиҙә Мазһар ҡыҙы уҡыусыларҙы эпосты яттан һөйләү буйынса бәйгегә саҡырҙы.

   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
6 + 14 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика