МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!

          2018 йылдың тәүге көнөндә күренекле шағирә, үткер һүҙле журналист, Яҙыусылар союзы ағзаһы Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина үҙенең алтын юбилейын үткәрҙе. Шул айҡанлы 18 ғинуарҙа Бөрйән район китапханаһында “Балҡы, әйҙә, балҡы нур булып!” тип аталған ҙур сара - шағирәнең ижад кисәһе булып уҙҙы. Айһылыу Рәжәп ҡыҙының ижадына арналған, шағирәнең төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптарынан торған күргәҙмә ойошторолдо. Байрамда Айһылыу Рәжәп ҡыҙының туғандары, тыуған ауылы Мәһәҙейҙең “Элгеләү” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Фатима Шәғәлина), “Таң” гәзире редакцияһында бергә эшләгән коллегалары, “Баҙал” әҙәби берекмәһендәге ижадташ дуҫтары, “Мираҫ” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Хәлиҙә Ғәҙелшина), Иҫке Собханғол һәм Байназар ауылы ағинәйҙәре ҡатнашты. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Мөнир ҡыҙы Теләүбаева, район Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы Салауатова шағирәне ҡотлап сығыш яһаны. Ижади кисә Айһылыу Ғарифуллинаның шиғырҙары, йыр-моң менән һуғарылып барҙы. Күренекле шағирә үҙенең сығышында был кисәне ойоштороусыларға, байрамда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Байрам иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.

 

                       

 

    

                 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
12 + 6 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика