МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа

       17 октябрь көнө Байназар ауылында Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалы Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа" исемле әҙәби -музыкаль кисә үтте. Унда Мостай Кәримдең данлы тормош юлы, ижады, бар халыҡтың күңелен яулаған ҡабатланмаҫ әҫәрҙәре күҙ алдына баҫты. Байрамда  әҙиптең һүҙҙәренә яҙылған тамашасыларыбыҙ яратҡан йырҙар яңғыраны. Аҡһаҡалыбыҙҙың "Ҡоштар осорам", "Мин фронҡа китәм, иптәштәр!", "Үлмәҫбай", " Ҡайын япрағы тураһында" поэма-шиғырҙарын А.Айытбаева, Ф.Мөхәмәтйәнов, Д.Теләүсина, А.Ҡарағоловтар бик аһәңле итеп башҡарҙылар. Шулай уҡ Байназар урта мәктәбенең 6-сы синыф уҡыусыларының Мостай Кәрим һүҙҙәренә Айрат Ҡобағошов ижад иткән "Уҡытыусыма" йыры ла кисәбеҙҙе нығыраҡ байытты. Сара һуңында ауылдың "Етегән" үҙэшмәкәр театры артистары «Ҡыҙ урлау» спектакленән өҙөк күрһәтте.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 12 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика