МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

"Алтын тирмә" уйыны

     7 март Әтек ауылы китапханасыһы шағир - яҙыусылар тормошо, халык ижады, тарих, мәҙәниәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәт биреү маҡсатында, "Алтын тирмә" уйын кисәһе үткәрҙе. Был кисәлә "Яҙғы тамсылар" һәм "Ялҡын" исемле ауыл ҡатын-ҡыҙҙар командалары тәүҙә үҙҙәре менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө - тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисәлә һынауҙар аша белемдәрен күрһәттеләр. Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар. Йыр - бейеү менән аралашып барғанлыҡтан уйын бер тында үтеп тә китте. Һәр командаға иҫтәлеккә бүләктәр тапшырылды. Ошондай саралар белемде арттыра, рух -дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, тыуған еребҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.
 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
16 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика