МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Алтын тирмә

     8 ғинуар Аҫҡар ауыл китапханаһында "Алтын тирмә" уйын кисәһе үтте. Был кисәлә ауыл ҡатын-ҡыҙҙарынан торған ике команда көс һынашты. Ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә үҙ командалары менән таныштырҙылар, бер-береһен сәләмләнеләр һәм кисәнең төп өлөшө - тапҡырлыҡты, зирәклекте, отҡорлоҡто һынаусы, халҡыбыҙҙың аң-белем даирәһен киңәйтеүсе уйын-кисә “Алтын тирмә” һынауҙары аша белемдәрен күрһәттеләр. Беренсе тур” Кем сосораҡ?», икенсе тур төрлө өлкәнән һорауҙар (тарих,әҙәбиәт,мәҙәниәт,халыҡ ижады, төрлөһөнән), өсөнсө тур “Кем башлыраҡ?”. Ауыр ғына һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, ҡатнашыусылар яуапты тиҙ таптылар. “Алтын тирмә” уйын кисәһе күңелдәрҙә матур хәтирә булып оҙаҡ һаҡланыр тигән ышаныста ҡалабыҙ, сөнки ошондай халыҡты бергә туплаусы саралар белемде арттыра, рух-дәрт өҫтәй, халҡым йолаларын онотмаҫҡа, шағир яҙыусыларҙың тормошон, ижадын, тыуған еребеҙҙең, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тулыраҡ белергә ярҙам итә.

         

                                                                  

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика