МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Афғанистан - күңел яраһы

      15 фҽвраль - Cовҽт ғәскәрҙәрҽн Афганистандан сығарыуға 32 йыл. Йәш быуынды тыуған ил һаҡлаусыларына ихтирам һәм ғорурлыҡ тәрбиәләү маҡсатында Әбделмәмбәт ауылы китапханасыһы Шәмиғолова Г. мәҙәниәт хҽҙмәткәрҙәрҽ һәм йәштәр бүлҽгҽ мҽнән бҽрлҽктә "Афганистан - минҽң йәшлҽк" (Афганистан - наша молодость )исҽмлҽ осрашыу кисәһҽ үткәрҙҽ. Афганистан һуғышының бөтөн ауырлығын, ғазаптарын, ҡайғы -хәсрәтҽн татыған яугир - интҽрнационалист Әхнәф Алтыншин үҙҽнҽң хҽҙмәт юлдарын, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәрҽ тураһында һөйләнҽ. Кисәлә төрлө уйындар ойошторолдо, музыкаль номҽрҙәр буләк итҽлдҽ һәм сәй табыны мҽнән тамамланды.

 

      12 февралдә, Әтек ауыл китапханаһында, уҡыусылар өсөн "Һаман һыҙлай Афған яраһы" исемле батырлыҡ сәғәте үтте. Сараға Афғанстанда хәрби хеҙмәттә үҙенең һалдат бурысын үтәгән яугир - интернационалист Ибраһимов Хәниф Фәтхулла улы килде. Китапханасы афған һуғышы ваҡиғалары һүрәтләнгән әҙәби әҫәрҙәргә байҡау яһаны. К. Яйыҡбаевтың "Төйәгенә ҡайта торналар” исемле китабы менән таныштырып, Башҡортостанда тыуып үҫкән, буй еткергән һәм Афғанстандағы һуғышта һәләк булған ун һигеҙ - егерме биш йәшлек ир егеттәр тураһындағы очерк һәм һүрәтләмәләр хаҡында һөйләне.

       

       Үҫеп килеүсе йәш быуынды тыуған илгә һәм уны һаҡлаусыларына ихтирам һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында, 12 февраль көнө Байназар урта мәктәбендә “Афғанистан-күңел яраһы” тип исемләнгән яугир - интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте. Тау-таш араһында, үҙенсәлекле климат шарттарында һуғыштың дәһшәтен, бөтөн ауырлығын һәм ғазаптарын, ҡайғы-хәсрәттәрен үҙ елкәләрендә татыған ауылдаштарыбыҙ Газин Хәбир Нәҙир улы, Әйүпов Рәшит Фәхретдин улы, Алтынбаев Сәғит Ғизитдин улы, Ҡарамышева Гөлсәсәк Фаяз ҡыҙы, үҙҙәренең Афганистан ерендә хеҙмәт итеүҙәре, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында уҡыусыларға һөйләп үттеләр. Уҡыусылар ҙа уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр, яуаптар алып ҡәнәғәтләнделәр. Фәһемле осрашыу аҙағында Байназар урта мәктәбенең социаль педагогы Кинйәбулатова Фирүзә Фәрит ҡыҙы Афған һуғышы яугирҙарына рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткереп, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

      

      15 февраль Яуғир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Быйыл Совет һалдаттарын Афғанистан еренән сығарылыуына 32 йыл тула. Ошо уңайҙан 12 февраль Ғәлиәкбәр ауылы китапханасыһы Толомғужина Л. мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә башланғыс синыф уҡыусылары өсөн "Онотолмай Афған яраһы"исемле сара үткәрҙе. Ҡот осҡос афәтте үҙ күҙе менән күргән ауылдашыбыҙ Илшат Ишбулды улы Ғәбитов үҙенең Афғанистан ерендә хеҙмәт итеүе, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында һөйләп үтте, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Яуғиргә алдағы тормошонда һаулыҡ, именлек, ғәилә бәхете теләйбеҙ. Яу яландарында башын һалған яугирҙәрҙең яҡты исеме бер минут тын ҡалып иҫкә алынды. Уларҙың яугирлығына, батырлығына, ҡаһарманлығына баш эйәбеҙ. Уларҙың исеме, яҡты маяҡ булып, быуындарҙан-быуындарға күсһен! Ҡәберҙәргә, һәйкәлдәргә һуҡмаҡ өҙөлмәһен! Һуғыш уты бер ерҙә лә ҡабынмаһын, донъялар имен булһын!

 

    Всё дальше уходит в историю «Афганская война». В этот день отдавая дань уважения тем, кто проявил высочайшую силу духа, самоотверженность, героизм, выполняя боевой долг в Афганистане, Исламбаевская сельская библиотека, Исламбаевская средняя школа и работники культуры 12 февраля, для учащихся 1-9 классов провели вечер - встречу с воинами-интернационалистами «Йөрәктәргә шом һалған Афғанстан». Встречи участников боевых действий с учениками школы приобретают большое значение - молодое поколение должно знать о той войне от самих её участников. Именно такое эмоциональное общение оказывает большое влияние на подростков и молодёжь. Ведущая мероприятия – библиотекарь Исламбаевской сельской библиотеки Ахмедьянова Ф.Б. рассказала об истории Афганской войны, о мужестве, стойкости и героизме наших солдат, принимавших участие в военных событиях в Афганистане, которая десять лет была болью целой большой страны. Почетными гостями мероприятия стали ветераны войны в Афганистане: Ахмедьяновнов Шамил Аширафович и участники боевых действий в Чечне Мурзагулов Загит Нагимович и Аллабердин Радик Раисович. За отвагу и мужество они награждены орденами и медалями. И мы гордимся ими. С честью пройдя через военные испытания, они с достоинством исполнили свой интернациональный долг. Участники горячий точки поделились с подрастающим поколением своими воспоминаниями о героических и трагических буднях воинской службы в Афганистане. Из выступления воинов-интернационалистов учащиеся узнали о военных, особенных людях, с которыми они воевали в горячей точке на границе нашей Родины. Школьники не только с большим интересом слушали взволнованный рассказ участников боевых действий, но и задавали им многочисленные вопросы. После беседы дети поздравили воинов-интернационалистов с наступающим Днем Защитника Отечества, пели песни, читали стихи. Встреча была полезной для ребят, интересной, наполненной впечатлениями и, конечно, незабываемой.

 

     12 февраль Яңы Монасип мәҙәниәт йортонда өс ауыл менән берлектә «Афған ере -йөрәк яраһы» исемле яугир - интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте. 10 йыл буйы барған Афған һуғышынан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға быйыл 32 йыл тула. Ваҡыт үтә, тик бына улдарын ҡаршы ала алмаған әсәләрҙең хәсрәте генә кәмемәй, унда ҡатнашҡан яугир-интернационалистарҙың тән йәрәхәте, һуғыш хәтирәләре әле булһа ла үҙҙәрен иҫкә төшөрөп, йөрәген һулҡылдата...
    Был сараға Нәби ауылында йәшәүсе Афған һуғышы ветерандары Теләүбаев Вәлит Сәләхетдин улы менән Мөхәмәтғәлин Булат Вәлинур улы саҡырылғайны. Уларҙы был афәттән имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙары менән ҡотлап һәм киләсәктә илебеҙҙең күге тыныс булыуын теләп Иҫке Монасип ауыл хакимиәте башлығы Хәбир Мәһәҙей улы Йомағолов һәм Бөрйән районы буйынса хәрби комиссариатының әйҙәүсе белгесе Ҡаһарманова Флүзә Рәис ҡыҙы сығыш яһаны. Сарала Яңы Монасип мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм башланғыс кластар уҡыусылары тарафынан шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Кисә аҙағында Афған һуғышында батырҙарса һәләк булған яуғир Йәғәфәров Азаматың ҡәберенә венок һалынды.

                                     

    15 февраль — Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Быйыл совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл. Ошо көндө һуңғы совет һалдаты Афғанстандан сығарыла. Яңы Собханғол төп дөйөм белем мәктәбендә Иҫке Мөсәт китапханасыһы Күсәпова Ф. "Афғанстан - йөрәктә" исемле батырлыҡ дәресе һәм ШТК үтте. Сараның тәүге өлөшөндә тарих уҡытыусыһы уҡыусыларҙы Афған һуғышы тарихы, ауылыбыҙҙан ҡатнашҡан яугирҙар менән фотослайд ярҙамында таныштырҙы. Икенсе өлөштә егеттәр менән ШТК үтте.

                                                      

     15 февраль — Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө. Быйыл совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуына 32 йыл. Ошо көндө һуңғы совет һалдаты Афғанстандан сығарылыуы ҡыуаныслы булһа, ҡанлы һуғышта бик күп ватандаштарыбыҙҙың һәләк булыуы йөрәкте әрнетә. Был дата районда билдәләнмәй ҡалғаны юҡ. Ошо уңайҙан Тимер мәктәбендә "Афғанстан - йөрәк ярам" исемле ауылыбыҙҙың яугир - интернационалистары Ҡолдобаев Ф.С. һәм Мөхәмәтов И.Г. менән, бик фәһемле осрашыу үтте. Мәктәп уҡыусылары әҙерләгән монтаж, йырҙар яугир-интернационалистарға матур бүләк булды. Фазыл Сәләхитдин улы һәм Илшат Ғибат улы Афғандағы хеҙмәттәре, үҙҙәре тураһында һөйләп үттеләр. Уҡыусылар уларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Мәктәп, китапхана, мәҙәниәт йорто үҙҙәре әҙерләгән бүләктәрен тапшырҙы.

  

       Үҫеп килеүсе йәш быуынды патриотик рухлы, Тыуған илгә һөйөү һәм илебеҙҙең ысын гражданины булып үҫһендәр өсөн 12 февраль Яуымбай ауыл китапханаһында уҡыусылар өсөн "Төштәр булып йәшәй Афған яуы" исемле тематик кисә үтте. Китапханасы  Кинйәкәева Р. китап күргәҙмәһе менән таныштырҙы һәм Афған һуғышы тураһында һөйләп үтте. Мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе З.В.Мырҙағолова уҡыусыларға ошо һуғышта ҡатнашыусы Радик һәм Фәүзи Заһретдин улдары тураһында бай ғына мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ кисәлә тарих уҡытыусыһы З.Ғ.Габдулхаева ҡатнашты. Уҡыусыларға Зифа Ғаяз ҡыҙы ла Афған һуғышының шауҡымы тейгәндәрҙең күңелдәрендәге әрнеү-һағыштар тураһында һөйләп үтте. Уҡыусылар: "Илебеҙ тыныс,күгебеҙ аяҙ булһын, башҡаса ундай ҡан ҡойоштар булмаһын",- тип таралышты.

               

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
20 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика