МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Афганистан - күңел яраһы

      13 февраль көнө ауыл мәҙәниәт йортонда Байназар урта мәктәбенең 7 -се синыф уҡыусылары өсөн, Афганистандан совет һалдаттарын сығарыуға 30 йыл тулыуға ҡарата яугир - интернационалистар менән осрашыу кисәһе үтте. Тәрән эстәлекле, тәрбиәүи, уйланырға мәжбүр иткән был сарала, уҡыусылар афгансы ауылдаштарыбыҙ Әйүпов Рәшит Фәхретдин улы, Алтынбаев Сәғит Ғизитдин улының Афган һуғышына нисек килеп эләгеүҙәре, унда ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре, үҙҙәренең иҫән-һау икәнлектәрен туғандарына нисек хәбәр итеүҙәре,әлеге заманда егеттәр өсөн армия кәрәкме, улар ниндәй сифаттарға эйә булырға тейештәр ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алдылар. Шулай уҡ, кисәбеҙҙә Чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған Нурғәлин Филюс Мөбәрәк улының әсәһе Таңһылыу апай ҙа ҡатнашып, уҡыусыларға үҙенең кәңәштәрен еткерҙе. Ҡунаҡтарҙы байрам менән ҡотлап Байназар ауыл хакимиәтенең хәрби иҫәп буйынса белгесе Гүзәл Илдус ҡыҙы үҙенең теләктәрен әйтһә, ә Садиҡа Вәлиева моңло йырын, Айсыуаҡ Айытбаев "Маршрут маршы" бейеүен бүләк итте.

        

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
10 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика