МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Афғанистан – күңел һәм йөрәк яраһы

      18 февраль көнө Байназар урта мәктәбендә китапхана һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткән “Афғанистан – күңел һәм йөрәк яраһы” исемле батырлыҡ дәресе Афғанистандан һуңғы совет һалдаттарын сығарыуға 31 йыл үтеүгә арналды. Был фәһемле сарала Тыуған ил алдында хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан афған һәм чечен һуғышы ветерандары, чечняла һәләк булған ауылдашыбыҙ Филүс Нурғәлиндың әсәһе Таңһылыу Һиҙиәт ҡыҙы, Байназар ауыл хакимиәтенең Хәрби иҫәп буйынса белгесе Азанғолова Гүзәл Илдус ҡыҙы ҡатнашты. Яугир интернационалистар Алтынбаев Сәғит Ғизитдин улы, Әйүпов Рәшит Фәхретдин улы, Килдейәров Мәүлит Фәтҡулла улы,Нурғәлин Айҙар Йомағужа улы үҙҙәренең Афған һәм Чечня һуғышында ҡатнашып алған миҙалдары, батырлыҡтары, афған һәм чечен халҡының ул ваҡыттағы йәшәйеше көнкүреше тураһында тетрәндергес итеп һөйләнеләр. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, һуғышта ғәзиз улын юғалтҡан Таңһылыу апай ҙа һүҙ алып, чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған улы Филүс хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты һәм йәш быуынға ундай мәхшәрҙе күрергә яҙмаһын тигән изге теләктәрен дә еткерҙе.

                                                       

                                                                                   

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
4 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика