МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Афган ере - йөрәк яраһы

        14 февраль Ҡолғана ауыл мәктәбендә китапханасы Вәлиева Г. ауылдан Афган ерендәге һуғышта ҡатнашыусы яугирҙәр Вәлиев Зәки Хәжиәхмәт улына һәм Мөхәмәтов Әсғәт Әғзәп улына бағышланған "Афган ере - йөрәк яраһы" исемле хәтер кисәһе ойошторҙо. Кисәне тарих уҡытыусыһы Якупова Фәнүзә Мырҙабай ҡыҙы һәм 7 - се класс уҡыусыһы Моратшина Әлиә Инсур ҡыҙы бик матур алып барҙылар. Кисәгә Зәки Хәжиәхмәт улының ҡатыны Вәлиева Гөлсәсәк Сәлих ҡыҙы саҡырылды. Ул уҡыусыларға Зәки ағайҙың Афган ерендә хеҙмәт иткән осорҙа тупланған фотоальбомын, афган аҡсаларын һәм башҡа иҫтәлектәрен күрһәтеп, һөйләп китте. Шулай уҡ уҡыусыларҙы афган һуғышы тураһында яҙылған китаптар менән таныштырҙылар. Кисә һуңынан уҡыусылар менән яугир - интҽрнационалистарҙың таҡтаташына сәскәләр һалынды.

   

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 4 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика