МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

«Мәңгелек дан, батырға!»

             Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ленин ордены, ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн” миҙалына  лайыҡ булған яугир яҡташыбыҙ Һибәт Ваһап улы Ишкильдиндың яҡты  иҫтәлегенә арнап үткәрелгән урам байрамы өсөн сценарий

            Үткәреү ваҡыты: 11 сәғәт, 25 апрель 2015 йыл

            Яугир батыр иҫтәлегенә арналған урам байрамы Һибәт Ишкильдин исемен йөрөткән урамда үткәрелә. Байрамда ҡатнашыусылар алдан тәғәйенләнгән урам осона йыйылалар. Тәғәйенләнгән урында Һибәт Ишкильдиндың портреты , китап күргәҙмәһе урынлаштырыла.

 

         Хәйерле көн, хөрмәтле ауылдаштар! Хәйерле көн Һибәт Ишкильдин урамында йәшәүселәр һәм ҡәҙерле ҡунаҡтар!

         Йөрәктәрҙе  дәртләндереп, ергә яҙ һулышы өрөп, 1945 йылдағы  Еңеүҙең мәртәбәһен, данын- шанын арттырып, 70- се Еңеү яҙы килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең райондан һуғышҡа  киткән ир – егеттәр һәм катын-ҡыҙҙар бөтә фронттарҙа ла һуғыша. Уларҙың күптәре хәрби орден һәм миҙалдарға лайыҡ  була. Шуларҙың береһе лайыҡлы рәүештә һеҙ йәшәгән урам исемен йөрөткән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,  Ленин ордены , ике Ҡыҙыл йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн”,  “Ленинградты  обороналаған өсөн» миҙалдарына  лайыҡ булған, ҡаһарман яугир  яҡташыбыҙ Һибәт Ваһап улы Ишкильдин. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән данлыҡлы яҡташыбыҙҙың  батырлығына  яңынан һоҡланыр өсөн, уның рухы алдында баш эйер өсөн ошо тантанаға – урам байрамына йыйылдыҡ.  Һеҙҙең барығыҙҙы ла оло тантана, ҙур шатлыҡлы  көн менән ҡотлайбыҙ һәм байрам кәйефе теләйбеҙ!

         Бөгөнгө байрамды тәбрикләй  “Мираҫ” халыҡ  вокал  ансамбле.   Йыр «Илгенәм».

Атлап барам, таныштарым бара,

Ҡаршы килеп  сыға яҡындар.

Ғорурлана улар урамына,

Күҙҙәрендә дөрләй ялҡындар.

         Утты, һыуҙы кискән ҡаһармандың

         Яҙмышы бит йырға торорлоҡ.

         Күңелендә тик бер теләк янған,

         «Халҡына һәм илгә тоғролоҡ».

Кешеләрҙә - батыр рухы,

Һәр береһе уйсан ҡарашлы.

Һүҙен әйтер улар, эшен  эшләр

Халҡы, дәүеренә ярашлы.

         Байрамды асыу өсөн һүҙ Иҫке Собханғол ауыл биләмәһе башлығы Илшат Барый  улы Ҡасҡынбаевҡа бирелә. Рәхим итегеҙ!

         Тыуған еребеҙҙең  ҡаһарман улы Һибәт Ваһап улы хаҡында  һөйләр алдынан шағир Мәлих Харистың түбәндәге шиғри юлдары иҫкә төшә:

                          Эй ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

                           Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

                           Батырҙарын иҫкә алғанда,

                           Онотмаһын мине Тыуған ил!

         Иң нескә күңел ҡылдарын сиртә был һүҙҙәр. Шағир тарафынан Ватаныбыҙҙың нәҡ ошондай ҡаһармандарына төбәп әйтелгәндәй яңғырай улар бөгөн. Эйе, Тыуған ил үҙенең батырҙарын онотмай, киреһенсә улар данын йылдар саңы ҡапларға тырышҡан һайын, ҡәҙерле геройҙарыбыҙ беҙҙең күҙҙәребеҙ алдында мөһабәтерәк булып һынлана килә, тағы ла сағыуыраҡ, тағы ла нурлыраҡ  төҫкә инеп балҡырға тотона. Һибәт Ишкильдиндың батырлығын иҫкә алыу көнөндә, күптәр бәхете өсөн балҡып, атылып һүнгән йондоҙ ғүмерле  ир уҙаман яҙмышы беҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ уята. Яугир ғүмеренең ҡыҫҡа, ләкин маҡтаулы биографияһына күҙ һалайыҡ.

         Һибәт Ваһап улы Ишкильдин 1914 йылда өсөнсө Бөрйән волосы Мәндәғол ауылында урта хәлле ғаиләлә тыуа. Бәләкәйҙән зирәк, тырыш, сос, йылғыр бала булып үҫә. Тәүге белемде үҙ ғаиләһендә ала. Сөнки атаһы заманына күрә ауылдың урта белемле кешеһе- уҡытыусы булһа, ағаһы Ибраһим мәҙрәсә тамамлаған хәлфә була. 1923 йылда Башҡортостанда уҡытыу  ғәрәп алфавитынан  латин алфавитына  күсерелгәс,  крәҫтиән йәштәр мәктәбендә белемен камиллаштыра. 1932- 1934  йылдарҙа  Бөрйән районы Әтек ауыл советында секретарь булып эшләй. 1934- 1937 йылдарҙа  район  халыҡ мәғарифы бүлегендә наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса инспектор вазифаһын башҡара. 1937- 1939 йылдарҙа Совет армияһында хеҙмәт итә. Һуғыш башланыу менән фронтҡа алына ул.  Иң тәүҙә уны Свердловск ҡалаһында урынлашҡан Мәскәү дәүләт хәрби медицина юғары уҡыу йортона йүнәлтәләр. Уҡыу йортон тамамлағандан һуң, медицина хеҙмәтенең өлкән лейтенанты дәрәжәһендә Ленинград фронтына ебәрәләр. Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнсе Ленинград блокадаһында ҡатнаша. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн” миҙалы, “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы , ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә. Ләкин, үкенескә ҡаршы миҙалдарынан башҡа ордендарын тик 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Ленин һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендарын тапшыралар. Һуғыштан ҡайтҡас  район һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире булып эш башлай. Әммә, һаулығы  насар булыу сәбәпле, 1947 йылда эшен ташларға мәжбүр  була. 1951 йылда, ауыр һуғыш яраларынан вафат була. Уға ни бары  37 йәш кенә була. Икенсе Ҡыҙыл Йондоҙ ордены иһә геройҙы 1960 йылда эҙләп таба. Һибәт Ваһап улы тормош иптәше менән 4 балаға: Фәриҙә, Флүрә исемле ҡыҙға һәм Фәтих, Факил исемле улға ғүмер бүләк итәләр. Һибәт Ваһап улының яуҙа күрһәткән батырлыҡтары хаҡында  райондың Бөйөк Ватан һуғышына арналған сайты аша  танышырға була. Сайт биттәрендә уның Ленин ордены исеменә тәҡдим ителеү сәбәбе лә яҙылған:

         «1944 йылдың 11февраленән 14-нә тиклем барған ҡаты һуғышта дошмандың артиллерия- миномет утлы дауылы аҫтында ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 83 яралы һалдат һәм командирҙы уларҙың ҡоралы менән бергә яу яланынан сығарғаны һәм беренсе ярҙам күрһәткәне өсөн. 1944 йылдың13 февралендә бишенсе уҡлы ротала  үҙенең санитар взводы менән   дошмандың ике конратакаһын ҡайтарыу буйынса хәрби хәрәкәттәрендә ҡатнашып, үҙенең ҡоралынан дошмандың икегә яҡын пехота отделениеһын таратҡан һәм ҡыйратҡан.

Контузия алһа ла стройҙа ҡалған. Хөкүмәт наградаһына Ленин орденына тәҡдим ителә. »

         Хөрмәтле ауылдаштар!

         Үҙ йәндәрен аямай тыуған ил өсөн, Еңеү өсөн арабыҙҙан киткән ветерандарыбыҙҙы, яу яланында ятып ҡалған ҡәрҙәштәребеҙҙе ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ һәм уларҙың рухына аят бағышлайыҡ.

         Һүҙ Әмир Мансур улына  бирелә. 

         Туптар күптән тынды,

         Йәштәр өсөн,

         Тарих булып ҡалды үткәндәр.

         Һәр бер һалдат исемләнһен ине

         Хәтер йомғаҡтарын һүткәндә.

Еңеү көндәрендә, яҙҙың төндәрендә

Табындарҙа бергә булғандар!

Таң нурҙары булып,

Һеҙгә бағабыҙ беҙ-

Хәтерләгеҙ беҙҙе туғандар!

         Һеҙҙең өсөн Зәбирә Мөлөк ҡыҙы башҡарыуында “Гүзәлем”  йыры яңғырай.

         Ә хәҙер һүҙ  район ветерандар советы рәйесе Зәки Ғилман улына бирелә.  Рәхим итегеҙ!

         Бөгөнгө байрамда Һибәт Ишкильдиндың  яҡын  туғаны,  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ноғоман улы Ваһапов та  ҡатнаша. Һүҙҙе уға биреп үтәйек. Рәхим итегеҙ!

 Ауҙы һалдат

Үҙе тыуып үҫкән ергә,

 Еңеү яулап

 Ҡайтҡайны ул Тыуған илгә.

                   Ауыр аҡһап ,

                   Һыҙланһа ла хәлһеҙ көйгә,

                   Йәшәне ул

                   Ғашиҡ булып гүзәл ергә.

Тынды һалдат,

Ҡәберендә йондоҙ балҡый,

Ерҙе нурлап,

Көн дә иртән ҡояш ҡалҡыр.

                    Йырын йырлап,

                     Йылы яҡтан ҡоштар ҡайтыр,

                     Уны ҙурлап,

                     Аҫыл гөлдәр сәскә атыр.

                     Һалдат ятыр...

         Батыр иҫтәлегенә йыр яңғырай. Башҡара Зәйтүнә Нәҙершина. “Баллада о красках” .

         Ябай һалдат... Ошо һүҙгә күпме мәғәнә, ил ышанысы, өмөтө һыйған. Ошо ябай һалдат кешелекте фашист ҡоллоғонан азат итеп, исемен миллионлаған йөрәктәргә ҡотҡарыусы, азатлыҡ һаҡсыһы итеп мәңгелеккә уйған...

         Һүҙҙе  бөгөнгө тантанала ҡатнашыусы  Һибәт Ваһап улының  туғаны Әхәт Ибраһим улы Ишкильдинға биреп үтәйек. Рәхим итегеҙ!

         Яугир ветерандар иҫтәлегенә йырлай Ғәлиән Ҡолдәүләтов.  

         Бөгөнгө иҫтәлекле көндә оло ҡунағыбыҙ,  Һибәт Ишкильдиндың ҡыҙы, районыбыҙҙың оҫта икмәк бешереүселәренең береһе  Флүрә Һибәт ҡыҙы Манапованың   ҡатнашыуы үтә лә ҡыуаныслы. Һүҙ һеҙгә, Флүрә апай! Рәхим итегеҙ!

Һеҙҙең иғтибарығыҙға Ғәзимә Мәзитова ...     шиғырын тәҡдим итә.

         «Байыҡ»  бейеүе менән  Айҙар Торсонбаев.

         Ҡайғырма, дуҫ, йәшләй үләбеҙ тип,

         Беҙ алманыҡ һатып ғүмерҙе,

         Үҙебеҙсә йәшәп, үҙебеҙсә

         Беҙ сикләйбеҙ уны түгелме?!

Билдәләмәй ғүмер оҙонлоғон

Йылдар һаны, ҡартлыҡ етеүе.

Бәлки, бына ошо үлем беҙгә

Мәңге бөтмәҫ йәшәү килтерер?

         Сикләнһә лә ғүмер, йәшлек беҙҙең

         Эҙһеҙ һүнә , тиеп уйлама!

         Әйтһен йәштәр: бына шулай йәшәп,

         Шулай үлһәң ине донъяла!

         Һүҙҙе байрамдың сираттағы ҡунағы, Һибәт Ишкильдиндың ейәне Гәрәй Миңлеғәле улы Йомағоловҡа бирәбеҙ. Рәхим итегеҙ!

         Исеменә  күрә есеме тигәндәй, Һибәт Ишкильдин урамында егәрле,  ихлас күңелле, эскерһеҙ, берҙәм, дәртле халыҡ йәшәй. Уларҙың һәр береһенең ҡабатланмаҫ үҙ яҙмышы. Урамдың йөҙө лә йылдан- йыл үҙгәрә бара: яңынан –яңы уңайлы йорттар төҙөлә, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә, сабыйҙар тыуа.  Быуаттар яңыра, быуындар алмашына ...

         Ә хәҙер һүҙ  Һибәт Ишкильдин урамында йәшәүсе тыл ветераны , ил инәһе Мөкәрәмә Нәжметдин ҡыҙы Һөйөшеваға бирелә. Рәхим итегеҙ!

         Һибәт Ишкильдин  урамында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “Шайморатов генерал»

         Һеҙҙең өсөн Рәзилә Исянбаева  йырлай. «Оноторға ашыҡма!»

         Һүҙ  район китапханалар системаһы  директоры Сәүиә Әхмәтйән ҡыҙы Аминеваға бирелә. Рәхим итегеҙ!

         “Юҡҡа түгелдер”  йыры  менән  Айбулат Ишморатов   сығыш  яһай.

         Йылдар уҙа бара, йәшәйештең төрлө ҡиммәттәре үҙгәрә. Әммә ер йөҙөндә, кеше хәтерендә халыҡтың, яугирҙәрҙең Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәрлеге һәм батырлығы һүрелмәй. Ул мәңгелеккә уйылып ҡаласаҡ.

         Йәмле майҙың иртәһендә ,

         Һуғышты һин ослағайның.

         Илап ҡосоп күкрәгеңә,

         Дуҫтарыңды ҡотлағайның.

Шыбырланы тик ирендәр,

Тик бер һүҙҙе ҡабат- ҡабат,

Ошо була бөйөк еңеү,

Ә күңелем- ҡанатлы ат!

Ә күңелем- ҡанатлы ат!

         Яҡынлашып килгән Еңеү көнө менән хөрмәтле ветерандар, ҡәҙерле  ауылдаштар!

         Ошоноң менән бөгөнгө урам байрамының тантаналы өлөшө тамам. Барығыҙҙа байрам табынына рәхим итегеҙ! Йыр- моң дауам итә!

(Һалдат бутҡаһы. Концерт номерҙары.)

 

          Сценарийҙың төҙөүсеһе: Район үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы методисы Сафина А.С.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 1 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика