МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тема оформления

Онлайн-службы

Информационный бюллетень новых поступлений за I квартал 2018 года

 

 84. Художественная литература (произведения)

Художественная литература на русском языке

84(2Рос)-5

М 31

16+               Масленников. Д.Б. Добро [Текст]: стихи/ Дмитрий Масленников; Зима жизни  [Текст]: стихи/ Анатолий Яковлев. – Уфа: Китап, 2017. – 160 с.

            ISBN 978-5-295-06771-6

            В сборнике представлена поэзия двух талантливых уфимских поэтов, так рано ушедших из жизни, но оставивших заметный след в литературе Башкортостана.

 

84(2Рос)-4

С 16

12+               Сальманов, Р.В. Музыка – жизнь моя [Текст]: повесть, статьи, воспоминания/ сост. С.Р. Сальманов, А.Р. Сальманова; перевод с башк. Г.Н. Ягафаровой; авт. вступ. ст. Л.К. Сальманова. – Уфа: Китап, 2017. – 172 с.

            ISBN 978-5-295-06782-2

            В книге представлены литературные сочинения композитора Р.В. Сальманова, сохранившиеся в его личном архиве. Это автобиографическая повесть “Звуки гармони” и воспоминания о друзьях и коллегах. Также включены статьи, посвященные вопросам музыкального воспитания детей и юношества и др.

            Сборник адресован музыкантам и всем, кто интересуется духовной культурой башкирского народа.

 

Художественная литература на башкирском языке

84(2Рос=Баш)-5

Б 18

16+               Баймырҙина,Т.Р.  Атай һине күрҙем… [Текст]:шиғырҙар/ Таңсулпан Рәсүл. – Өфө: Китап, 2017. – 88 бит.

            ISBN 978-5-295-06795-2

            Йөрәк түрендә йөрөткән рухи ҡиммәттәр менән һуғарылған кешелек, йәмғиәт, миллилек, тарих һәм оло донъя хаҡындығы шиғырҙары тупланған был китабы авторҙың атаһы рухына бағышлана.

 

84(2Рос=Баш)-4

Ғ 14

12+               Ғәйнуллина, Ф. Яҙмышым һуҡмаҡтары [Текст]/ Фатима Ғәйнуллина. – Өфө: Инеш, 2017. – 160 бит.

               ISBN 978-5-903622-88-7.

 

84(2Рос=Баш)-4

Ғ 16

16+               Ғайсарова-Ғиззәтуллина, Г.М. Һөйөүем доғаһы [Текст]: повесть, хикәйәләр/ Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина. – Өфө: Китап, 2017. – 284 бит.

            ISBN 978-5-295-06813-3

            “Мөхәббәт – ул тормош, тормош – ул мөхәббәт” ти француз халыҡ мәҡәле. Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззатуллинаның был китабына тупланған әҫәрҙәр тормоштан алынған миҫалдар менән был хәҡиҡәтте тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Һөйөү беҙгә төрлө ҡиәфәттә килә, тик уны күрергә һәм аңларға һәләтәбеҙ бармы? Ә бит әҙәм балаһының бәхете туранан-тура шуға бәйләнгән. Беҙ иһә байлыҡ тип сабабыҙ, дан көҫәп күҙебеҙ тона, шул арала ваҡ-төйәк ығы-зығылар арҡаһында йолҡҡоланып юҡҡа сыға барған мөхәббәт ғазап эсендә  тонсоға.

            Нескә юмор, нәфис тойғолар, авторҙың бөтмәҫ-төкәнмәҫ һөйөүе менән һуғарылған образдар – был китап үҙенең иғтибарлы уҡыусыһына ысын мәғәнәһендә бәхетле мәлдәр бүләк итергә һәләтле.

 

84(2Рос=Баш)-5

Ғ 81

6+                 Ғәлиәскәрова, Ғ. М. Осорғосло бәпембәләр [Текст]: шиғырҙар, йомаҡтар, әкиәттәр/ Ғәлиә Ғәлиәскәрова. – Өфө: Китап, 2017. – 92 бит.

               ISBN 978-5-295-06812-6

               Был китапта авторҙың кескәйҙәр өсөн тыуған яҡ, тәбиғәт күренештәре, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы, алфавит хәрефтәре, һандар тураһындағы төрлө шиғырҙары, йомаҡтары, ҡыҙыҡлы әкиәттәре тәҡдим ителә.

 

84(2Рос=Баш)-4

З 95

16+               Зәйнетдинова, Р.Ғ. Килен шәле [Текст]: хикәйәләр/ Рәзинә Зәйнетдинова. – Өфө: Китап, 2017. – 88 бит.

            ISBN 978-5-295-06809-6

            Йәш авторҙың тәүге китабында күпселеген социаль-психологик пландағы хикәйәләр өҫтөнлөк итһә лә, геройҙар тормош ығы-зығыһына бирешмәй, йәшәйеш, мөхәббәт кеүек мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана. Ә өлкән йәштәге мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән әҫәрҙәр тәрбиәүи яҡтан күтәрелгән проблемалары менән әһәмиәтле.           

 

84(2Рос=Баш)-44

И 14

16+               Ибраһимов, Ғ.Ғ. Кинйә [Текст]: тарихи роман. Икенсе китап. Ил ағаһы/ Ғәли Ибраһимов. – Өфө: Китап, 2017. – 616 бит.

            ISBN 978-5-295-06658-0 (кн.2)

            ISBN 978-5-295-06371-8

            Был әҫәр – “Кинйә” романының икенсе китабы. Ул Башҡортостан ерендә йәшәгән халыҡтарҙың Рәсәйҙәге феодаль ҡоролошҡа, дворяндар иҙеүенә ҡаршы социаль һәм милли азатлыҡ көрәшен сағылдыра.

            Батша хөкүмәте башҡорттарҙы ла, башҡа халыҡтар кеүек үк, үҙенә буйһондороп тоторға тырыша һәм ҡаты язаларға дусар итә. Ләкин халыҡ ялпыһы сыҙап тора алмай, ҡаршы сыға. Был көрәштең башына Кинйә Арыҫланов, Юлай Аҙналин кеүек арҙаҡлы ил ағалары баҫа, яугирҙар алдында Салауат Юлаев пәйҙә була. Көньяҡ Уралды Емельян Пугачев етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышы ялмап ала.

            Автор был китабында ошо тарихи ваҡиғалар хаҡында бәйән итә.

 

84(2Рос=Баш)-4

К 97

6+                 Кәримов, М.С. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ= Долгое-долгое детство [Текст]: повесть; башҡорт һәм рус телдәрендә/ Мостай Кәрим; И.М. Кәримовтың рус теленә тәржемәһе. – Өфө: Китап, 2017. – 432 бит.

            ISBN 978-5-295-06657-3.

            Йыйынтыҡта Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ике телдә “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы урын алды.

            Китап мәктәп уҡыусыларына, уҡытыусыларға һәм әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәҡдим ителә.

 

84(2Рос=Баш)-4

К 97

16+               Кәрим М. Әҫәрҙәр. VIII том [Текст]: Сығыштар, телмәрҙәр, әңгәмәләр/ Мостай Кәрим. - Өфө: Китап, 2017. –472 бит.

            ISBN 978-5-295-06826-3

            ISBN 978-5-295-04902-6

            Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Әҫәрҙәр”енең VIII томына авторҙың төрлө йылдарҙа башҡорт-татар матбуғаты баҫмаларында донъя күргән һәм уның шәхси архивында ҡулъяҙма көйө һаҡланған сығыштары, телмәрҙәре, әңгәмәләре индерелде.

 

84(2Рос=Баш)-5

М 51

0+                 Мин бит әле бәләкәс. Ҡолаҡлы сәғәтебеҙ. Нәҫел ебе – шәжәрә. Гөлгөнәнең гөлдәре [Текст]: шиғырҙар/ Фәнүзә Биктимерова, Светлана Васикова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Сәфинә Хәкимова. – Өфө: Китап, 2017. – 80 бит.

               ISBN 978-5-295-06779-2

               Был китапҡа балалар өсөн ижад итеүсе авторҙарҙың шиғырҙары тупланды. Был – Фәнүзә Биктимерованың – өсөнсө, ә Светлана Васикова, Фәйрүзә Кинйәбаева, Сәфинә Хәкимоваларҙың тәүге китабы.

 

84(2Рос=Баш)-4

Н 93

16+               Нәжми Назар. Һайланма әҫәрҙәр [Текст]: III том: мәҡәләләр, әңгәмәләр, иҫтәлектәр/ Назар Нәжми. – Өфө: Китап, 2017. – 472 бит.

            ISBN 978-5-295-06772-3 (т.3)

            ISBN 978-5-295-04341-3

            Был баҫмала Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт донъяһы, талантлы шәхестәр хаҡында уйланыуҙары, замандаштарына һәм ватандаштарына бәйләнешле публицистик һәм әҙәби мәҡәләләре, иҫтәлектәре тупланды. “Талантлы булыу өсөн Хоҙай биргән генә етмәй, ул таланттың ниндәй замандарҙа һәм шарттарҙа йәшәүен, хатта ки бәндәүи ғүмеренең йәшәү рәүешен күҙ алдынан ебәрергә ярмай” – тип раҫлай ул, һәм уҡыусылары алдында тәрән кисерешле, үткер ҡәләмле публицист булып баҫа.

 

84(2Рос=Баш)-4

С 24

16+               Сафина, Ә.Ғ. Күрше хаҡы [Текст]:повестар, хикәйәләр, нәҫер/ Әҡлимә Сафина. – Өфө: Китап, 2017. – 144 бит.

            ISBN 978-5-295-06781-5

            Йыйынтыҡҡа ингән повесть һәм хикәйәләрҙә ҡатмарлы кеше яҙмыштары, төрлө хәл-ваҡиғалар, күңел кисерештәре бәйән ителә.

 

84(2Рос=Баш)-4

С 94

12+               Сәлихова, З.М. Атай абруйы [Текст]: Хикәйәләр, новеллалар, хәтирәләр, балалар өсөн әҫәрҙәр/ Зөлфиә Сәлихова. – Өфө: Китап, 2017. – 136 бит.

            ISBN 978-5-295-06777-8

 

84(2Рос=Баш)-4

Ф 17

16+               Фазлетдинов, К.Н. Ел осорған ауыл [Текст]: сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр/ Камил Фазлый. – Өфө: Китап, 2017. – 140 бит.

            ISBN 978-5-295-06748-8

            Үҙе уҡытыусы булараҡ, автор мәғариф системаһында осраған ҡайһы бер етешһеҙ яҡтарҙы үткер сатира утында өтә, бер үк ваҡытта айырым шәхестәрҙең йомшаҡ сифаттарын үҙенсәлекле шаян юмор менән һүрәтләй. Тормош тәртәһенә һыймаҫтай күренешттәрҙе эләктереп, “бүрттереп” тасуирлай ҙа, бай һүрәтләү сараларын ҡулланып, уҡыусы күңелендә йылмайыу тыуҙыра.

 

84(2Рос=Баш)-5

Һ 20

16+               Һаҡмар Лилиә. Матур йәшәй белеү – батырлыҡ! [Текст]:шиғырҙар, поэмалар/ Лилиә Һаҡмар. – Өфө: Китап, 2017. – 200 бит.

            ISBN 978-5-295-06788-4

            Үҫмер осорҙа һәр кемдең күңелендә ил, ер, планетала барған төрлө хәл-ваҡиғаларға, ерҙә йәшәү мәғәнәһенә, егет һәм ҡыҙ араһындағы һөйөү хистәренә ҡарата төрлө уй-фекерҙәр йәшәй. Шиғыр, поэмаларҙағы лирик герой бына шул ҡапма-ҡаршылыҡлы һорауҙарға яуап эҙләй, ерҙә кәрәкле кеше, шәхес булып йәшәү өсөн ниндәй сифаттарҙы үҙ итергә икәнен самалай. Был китап мәктәп уҡыусыларына, ата-әсәләргә, тәрбиәсе, уҡытыусыларға бик файҙалы буласаҡ.

 

84(2Рос=Баш)-4

Ш 94

16+               Шәрифуллина, Э.М. Мөхәббәттең ете төҫө [Текст]: повестар һәм хикәйәләр/ Эльмира Шәрифуллина; З.Ш. Ҡарабаева тәржемәһе. – Өфө: Китап, 2017. – 280 бит.

            ISBN 978-5-295-06787-7

            Сәңгелдәк һәм ләхет, йәшәү һәм үлем…

            Ошо аралыҡҡа һыйған хәтирәләр: Атай-әсәй ҡәҙере, Тыуған ер бөйөклөгө, йәйғорҙоң ете төҫөн һеңдергән Мөхәббәт ғазаптары – мәкерле лә, ләззәтле лә ғүмер биҙәген Ваҡыт ғали йәнәптәре бизмәнендә бер миҙгелгә тиң. Әммә күҙ асып йомған арауыҡтағы был йәшәйешебеҙҙең бәрәкәте, ҡиммәте нимәлә? Яҙыусы Эльмира Шәрифуллинаның психологик кисерештәр менән ижад ителгән проза әҫәрҙәре уҡыусыны шул хаҡта уйланырға саҡыра.

 

84(2Рос=Баш)-5

Ә 89

6+                 Әхмәт-Хужа Әсхәл. Йөрәккә йөрәк тоташа [Текст]: Әсхәл Әхмәт-Хужа шиғырҙарына башҡорт композиторҙарының йырҙары һәм романстары/ Әсхәл Әхмәт-Хужа; комп. А.Х. Ғабдрахманов, Р.В. Сәлмәнов, С.Я Мортазина, Х.Ф. Әхмәтов һ.б.; рус теленә тәрж. Д.А. Дәминов, Р.Р. Бухараев, Ю. Оленина; төҙ. С.Р. Сәлмәнов. – Өфө: Китап, 2017. – 200 бит.

               ISBN 979-0-706381-4

               Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф  отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның был китабына концерт залдарында, радиола, телевидениела йыш яңғыраған романстары, һәм көндәлек тормошта – клуб сәхнәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ололар ҙа, кеселәр ҙә яратып башҡарған йырҙары һәм романстары тупланды.

 

Художественная литература на татарском языке

 

84(2Рос=Тат)-5

Г 20

16+               Ганиев, Н.Р. Бер мизгел нибары: шигырьләр/  Нурлан Ганиев. – Уфа: Китап, 2017. – 112 бит.

            ISBN 978-5-295-06750-1

            Нурлан Ганиевның хис-тойгылы лирикасы нигезендә туган ягына, туган йортына тугрылык төшенчәсе ята. Автор кеше күңелендә оебрак яткан хатирәләр күленә дулкын-божралар жибәрә дә укучысын татлы да, газаплы да уйланулар дөньясына алып кереп китә.

               Аның шигырьләренә язылган жырлар Х. Фәрхи, А.Галимов, С.Фәтхетдинов, Г. Уразова, Г. Әхмәтова, Р. Зарипов кебек танылған жырчыларыбыз башкаруында зур сәхнәләрдән яңгырый.

 

84(2Рос=Тат)-4

З 88

16+               Зәкиев, А.М. Күбәләк канатлы бал корты [Текст]: повестьлар, хикәяләр/ Айдар Зәкиев. – Уфа: Китап, 2017. – 176 бит.

            ISBN 978-5-295-06717-4

            Китапта авторның повестьлары, хикәяләре урын алган. Алар укучы игьтибарын үзенчәлекле теле, вакыйгаларның көтелмәгәнчә борылыш алуы белән жәлеп итә. Әсәрләр үзәгендә мәхәббәте, бәхете өчен көрәшүче сынмас рухлы геройлар язмышы тора.

 

84(2Рос=Тат)-4

М 75

6+                 Муллагалиева, З.М.  Ак яулыклы тау  [Текст]: әкиятләр, хикәятләр, риваятьләр/ Земфира Муллагалиева. – Уфа: Китап, 2017. – 176 бит.

            ISBN 978-5-295-06815-7

            Земфира Муллагалиеваның бу китабына төрле жанрдагы әсәрләре тупланды. Автор Дим буе табигатенең матурлыгын, аңдагы жәнлек һәм кошлар, үсемлекләр донъясындагы мажаралы хәлләрне, балачак хатирәләре белән бергә үреп, үҙенең нәни герое исеменнән бәян итә. Могжизалы һәм серле әкиятләр укучылар күңеленә хуш килер, мөгаен.

 

81 Языкознание

 

81.2 Баш-4

Б 28

16+               Башҡорт теленең академик һүҙлеге: 10 томда. Т. IX [Текст]: (У-Щ хәрефтәре)/Ф.Ғ.Хисаметдинова редакцияһында. – Өфө: Китап, 2017. – 980 б.

            ISBN 978-5-295-06749-5(т.9)

            ISBN 978-5-295-05388-7.

            Башҡорт теленең академик һүҙлеге – башҡорт лексикографияһы тарихында беренсе аңлатмалы-тәржемәүи һүҙлек. Һүҙлек, нигеҙҙә, хәҙерге башҡорт теленең дөйөм ҡулланылышлы лексикаһын, фразеологияһын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, һүҙлеккә киң таралған диалектизмдар, иҫкергән һәм яңы һүҙҙәр, фәнни һәм халыҡ терминологияһы индерелгән. Һүҙҙәрҙең мәғәнәләре башҡортса аңлатыла, рус теленә тәржемә ителә һәм бай иллюстратив материал менән раҫлана. Баш һүҙҙәр рус, инглиз, төрөк телдәренә ауҙарыла.

            Һүҙлек телсе-ғалимдарға, журналистарға һәм нәшриәт хеҙмәткәрҙәренә, уҡытыусыларға һәм студенттарға тәҡдим ителә. Хеҙмәт башҡа өлкәлә эшләүсе белгестәр, башҡорт мәҙәниәте, тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы киң ҡатлам уҡыусылар өсөн дә файҙалы булыр.

 

85.16 Художественная фотография

 

85.163(2Рос=Баш)

0+                 Киләсәктә был ергә Хоҙай үҙе ҡыҙығыр…= И ангелы покинут рай и здесь устроят новоселье… [Фотоальбом]/ Фотографии Флюра Газина. – Уфа: ООО «Информреклама», 2017. – 152 с.: ил.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
1 + 0 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика