МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тема оформления

Ғәҙелгәрәй ауылы тарихы

      Ғәҙелгәрәй (халыҡ телендә Шүлгән) ауылы 19-сы быуат баштарында барлыҡҡа килә. Ауылға нигеҙ һалыусы кеше есаул Әҙелгәрәй Хәлиуллин була. Ул Ҡотан ауылы кешеһе була.

     Ауылға нигеҙ һалыныу тураһында  аныҡ  ҡына мәғлүмәт юҡ. 1816-1834 йылдар араһы. 1816 йылда халыҡ иҫәбен алыуҙың VII ревизия мәғлүмәттәре буйынса Ҡотан ауылында 19 ғаилә йәшәй.

     1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәренә ҡарағанда Ғәҙелгәрәй ауылында 21 ғаилә иҫәпләнә, йәмғеһе 213 кеше иҫәпләнә: 108 ир-ат, 105 ҡатын-ҡыҙ. 1816 йылда Ҡотандағы 19 ғаиләнең 13-ө Ғәҙелгәрәйгә күсеп килеп йәшәй башлағаны билдәле. Улар: Хәлиуллиндәр, Тимербаевтар, Сәғитовтар,Йомағужиндар, Ишморатовтар, Байегетовтар, Бикйәновтар һәм Сафиндар. (Архив мәғлүмәттәре буйынса)

    1859 йылда 21 ғаиләлә 329 кеше иҫәпләнә: 165 ир-ат, 164 ҡатын-ҡыҙ. Октябрь революцияһынан һуң, 1920 йылда үткәрелгән тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу Ғәҙелгәрәйҙә 447 кеше булыуын билдәләй. Граждандар һуғышы, 21 йылғы аслыҡ һөҙөмтәһендә халыҡ ныҡ ҡырыла, ҡайһы бер аралар юҡҡа сыға. Ауылға исем биреүсе Әҙелгәрәй  Хәлиуллиндарҙың   ғаиләһенән берәү ҙә ҡалмай, ләкин уның ағаһы Дәүләткирәйҙең нәҫел ептәре өҙөлмәй һәм әлеге көндә йәшәүсе Хәлиуллиндар, Тимербаевтар быға асыҡ миҫал булып тора.

    Тарихтан күренеүенсә бик күп башҡорт ауылдары 1834-59 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Бында Перовскийҙың утарҙарҙы бөтөрөү тураһындағы бойороғо билдәле роль уйнай. Утарға сығып, полиция күҙәтеүенән ситләшеп йәшәгән башҡорттарҙы кире ауылға ҡыуыу башлана. Был-йәйләүҙе тыйыу тигән һүҙ. Утарҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсаты менән төп ауылдарҙан ҡайһы бер ғаиләләр күсеп килеп ултыра һәм яңы ауылдар барлыҡҡа килә.

   Ауылға күсеп килеүсе, йә дәрәжәле, йә абруйлы, йә иң өлкән кешенең исеме бирелә.

   Беҙҙең ауылға исеме бирелгән  Әҙелгәрәй  Хәлиуллин отставкалағы  есаул була. Уға ул ваҡытта 74 йәш була.

   Был осорҙа ауыл  халҡының төп кәсебе малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ була. Игенселек эше менән бик һүлпән шөғөлләнәләр.  Мәҫәлән, 1842 йылда йәшәгән 213 бот иген сәсеүҙәре теркәлгән. Йәки йән башына 8 кг тура килә.

  Беҙҙең тау-урман башҡорттары ярым күсмә тормош алып баралар. Уларҙың йәйләү урындарында ағастан бурап ваҡытлы йорттар төҙөлә. Хәҙер ошоға дәлил булып ауыл эргәһендәге 5-25 км алыҫлыҡтағы ер-һыу атамалары иҫәпләнә. Мәҫәлән, Күлйорт, Туңйорт, Сауҡайорт, Трансайорт һәм башҡалар.

  Беренсе донъя һуғышы башланған осорҙа ауылда 400-ҙән артыҡ кеше йәшәй. Был һуғышта ауылға исем биреүсе нәҫеленән Дәүләткирәй Хәлиуллин ҡатнаша. Уларҙың ротаһы ҡамауҙа ҡалып, немецтарға әсир төшә.   Һуңынан уны Германияға оҙаталар,  уны бай немец алпауытына хеҙмәтсе итеп тәғәйенләйҙәр. Ат йәнле Дәүләткирәй олатай мал-тыуарҙы бик яҡшы ҡарай. Хужалар менән аралашып немец телендә оҫта ғына һөйләшергә өйрәнеп ала. Хатта алпауыт уны немкаға өйләндерергә тырышып ҡарай. Илдә революция булып, хәрби әсирҙәргә ҡайтырға рөхсәт булғас та, үҙ ауылына ҡайтырға сыға һәм 1919 йылда ҡайтып инә.

  Ауылға ҡайтҡас бер ни тиклем немец культураһын да индерә. Ауылды уртаға бүлеп аҡҡан Һарыла шишмәһенә өс улаҡ эшләп ҡуя. Иң түбәнге улаҡта малдың эс-ҡарынын йыуҙыра, икенсеһендә көнкүреш өсөн тотоноу һәм кер сайыу урыны, өсөнсөһөндә тик эсеү өсөн һыуға барыу урыны итеп тәғәйенләй. Шулай уҡ ауылда иң тәүге аҡ мунсаны ул төҙөп ҡуя.  Ауылда иң тәүге радиоприемникты Тимербаев Солтангәрәй, унан Хәлиуллин Дәүләткирәй ала. 

     Атайым  үҙ өйө эргәһенән  түбәнге бер өйгә тиклем сым һуҙып, ауылдаштарына тыңлатты, шул  сым аша телефон һымаҡ ауылдаштар бер-береһе менән һөйләшә торғайнылар, тип хәтерләй Сәләх ағай.

    Граждандар һуғышы.  Ауылдың   үҙендә һуғыш хәрәкәттәре булмай тиерлек, тик һөжүм итеүсе һәм сигенеүсе ғәскәрҙәрҙең ауыл  аша үтеүе һәм ҙур булмаған һуғыштар тураһында бәйән ителә. Ауылдың көнбайышын биләп торған Аҡҡашҡа тауҙарына казактар туптарын урынлаштыра,  туптарҙан аталар.  

 Колхозлашыу осоро.

    Халыҡ хужалығын тергеҙеү, аслыҡтан йонсоған халыҡты икмәк, сәнәғәтте сырье менән тәьмин итеү өсөн 1923 йылда Бөтә Башҡортостан кооперация берләшмәһе –“Башсельхозкредит” төҙөлә. Районда 1924-1925 йылдарҙа тәүге кооперациялар ойошторола һәм ерҙе бергәләп эшкәртеү өсөн кредитҡа һабан, тырма, сәске, мололтилка, сәсеү орлоғо алып ҡайтып бирелә. Кредитҡа бирелгән әйбер хаҡын ҡайтарып алыу 3-5 йыл срокка билдәләнә. Башта малсылыҡ, ҡошсолоҡ, ҡортсолоҡ, ерҙе бергәләп эшкәртеү товариществолары ойошторола, һуңғараҡ улар нигеҙендә ауыл хужалығы  артелдәре төҙөлә.

    1929 йылда колхоздар төҙөү тураһында һүҙ башлана, ә 1930 йылда колхоз төҙөү эшенә тотоналар. Ошо йылдың йәй айында йәйләүҙә саҡта, ирекле рәүештә колхозға инергә теләүселәрҙе саҡыртып алалар. Утыҙлап өйҙән 12 кеше колхозға инә. Арлы- бирле эшләүселәр күп булғас, киренән таралып бөтәләр. Ауылдан комсомолға иң беренселәрҙән булып Сафин Әхмәтйән, Ишмөхәмәтова Ғәрифә, Ишморатов Ҡадир, Байрамғәлин Сәйетғәле, Әхмәтйәнова Камила, Бикйәнова Зәйнәптәр инә.

    1931 йылдың 16 июнендә Өфөнән бер вәкил  килә, кешеләрҙе йыйып колхозға инеү өсөн өндәй башлай һәм шул ваҡытта колхоз ойошторола.

   Колхозлашыу башланғас, Хәлиуллин Сәлимгәрәй, Хәлиуллин Дәүләткирәй,  Изгин Усман үҙ малдарын биреп беренселәрҙән булып колхозға инәләр.  Унан  Хәлиуллин Зәкир, Хәлиуллин Абдрахман, Галин Шәрифйән һәм башҡалар яҙылалар. Колхоздың председателе итеп Ҡолоҡов Хөснитдин ҡуйыла, бригадиры- Солтанбаев Дәүләтбай,хисапсыһы- Сәғитов Шәкир була. 1932 йылда хәллерәк крәҫтиәндәрҙән кулак яһайҙар һәм кисәге колхоз хисапсыһы Сәғитов Шәкир ғаиләһе һәм колхоз ағзалары, ағалы-ҡустылы Бикйәновтар Себергә һөргөнгө ҡыуыла.

     Ҡанлы репрессия йылдары күпме кешенең ғүмерен өҙә. Ғәйепһеҙ кешеләр ҡырыла, балалар етем ҡалдырыла, мөлкәт тартып алына…

Ғәҙелгәрәй ауылының  репрессия ҡорбандары

                  1931 йыл

Сәғитов Шәкир Уйылдан улы

Сәғитов Мөжәүир Уйылдан улы 

Сәғитова Хәҙисә Уйылдан ҡыҙы

Сәғитова Фатима Уйылдан ҡыҙы

Сәғитова Фәтиха Уйылдан ҡыҙы

           1937 йыл

Бикйәнов Шәүһәли Абдулмөьмин улы

Бикйәнов Шәһисолтан Абдулмөьмин улы

Тимербаев Фәтхетдин Юныс улы

             1938 йыл

Сафин Ялал Мөхәмәтсафа улы

Сәғитов Хәйбулла Ғилман улы

             1941 йыл

Маликов Мөжәүир Әбделмәлек  улы.

      Сәғитов Әхәт Шәкир улы ҙур тулҡынланыу менән ата- әсәһенең күргән ыҙалыҡтары тураһында балаларға һөйләне.

      Күжәлә йәйләүҙә ятҡан Әхәт ағайҙың әсәһе Ҡанифа инәйҙе йәш кенә балалары менән, атаһының ҡустыһы Мөжәүир, һеңлеләре Фатиха, Фатима инәйҙәрҙе ҡулға алалар. Күжәнән Ғәҙелгәрәй ауылына килтереп бер кис тоталар ҙа алып китәләр. Һаҡ аҫтында уларҙы Магнитогорскийға тиклем алып баралар. Магниттан Прокопьевскийға барыу осоро ике айға һуҙыла. Унда ябылған шахта ерендә, ауыл булмаған урындарҙы күрһәтеп: “Һеҙҙең йәшәү урынығыҙ ошо”, тип әйтәләр.

      Был мәлдә Әхәт ағайҙың атаһы Шәкир бабай банкта эшләгән була, уны   эшен тапшырырға алып ҡалалар. 

     Шулай итеп,  23 йәшлек Ҡанифа инәй йәш балалары менән тороп ҡала. Бында Башҡортостандан ебәрелгән “халыҡ дошмандары” күп була. Иң ҡыйыны ҡышты үткәреү була.  Ҡайһы берҙәр землянкалар ҡаҙып ҡышлайҙар, ҡайһылары туңып үләләр. Һуңынан Шәкир бабай килеп етә. Ул килгәс, донъя рәтләнгәндәй  була.

      Шулай итеп, һөргөндә ете йыл ғүмер үтеп китә. Ғәйепһеҙ һөргөнгә ебәрелгәндәр ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен тоғро ил кешеләре итеп иҫбатлайҙар.

      Ете йыл үткәс Шәкир бабай бер үҙе ауылға ҡайтып төшә. Уның ҡайтыуын белгәс, “Теге кулак ҡасып ҡайтҡан”, тип НКВД –ға хәбәр итәләр. Тағы тикшереүҙәр башлана. Һөҙөмтәлә Шәкир бабай ҡасып түгел, ә реабилитироваться итеп ҡайтҡанын асыҡлайҙар. Ул барыһы ла яйға һалынғас, телеграмма биреп ғаиләһен саҡыртып ала. Ауылға ҡайтҡас, мал- тыуарын да, ҡорттарын да, йорт- ҡураһын да кире ҡайтарып ала алмайҙар. Яңынан өй һалалар. Һөргөн, әлбиттә, эҙемтәһеҙ үтмәй, 40 йәштәр тирәһендә генә ҡаты ауырып Шәкир бабай үлеп китә. Ҡанһыҙ замандың ҡанундары, Әхәт ағайҙың әсәһен фермаға эшкә ҡыуалар. Ә шуның икенсе йылына хөкүмәткә булған ит заданиеһын үтәмәне, тип бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ Себерҙән ҡайтҡас төҙөгән өйҙәрен боҙоп алып китәләр. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы, йәберләүҙәрҙе йырып сыға Сәғитовтар.

   Әхәт ағай армиянан ҡайтҡас, тыуған колхозында шофер булып эшләй. Яҡшы эшләгәне өсөн уны партшколаға ебәреп уҡытып алалар. Партком секретары вазифаһын башҡара. Агроном - агротехник, ауыл хужалығы буйынса  кадрҙар бүлеге мөдире булып эшләргә тура килә Әхәт Шәкир улына.

    “Халыҡ дошманы”, ”кулак” мөһөрө тағылған ғаиләлә үҫкән Әхәт ағайға Октябрь революцияһының 90 йыллығы уңайы менән миҙал тағалар.

    - Был донъя ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та инде ул, тип ҡуя Әхәт ағай аптырап.

    Бөгөнгө көндә уңған Нәзирә апай менән  алты бала тәрбиәләп үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә Әхәт ағай.  Баҡса тултырып ҡош- ҡорт көтөп, йәшелсәләр үҫтереп йәштәргә өлгө булып  тора улар. Уларға олоғайған көндәрендә иҫәнлек – һаулыҡ, балаларының изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.

  

      1934 йылдың аҙағында Ғәҙелгәрәй, Аҡбулат, Кейекбай  “Яңы тормош” колхозына берләшәләр. Председателе – Йомағужа Айытбаев. Ауылда бригадир итеп Ғәлин Шәрәфитдин ҡуйыла.

     1938 йылда Ғәҙелгәрәй һәм  Аҡбулат ауылдары “Яңы тормош”тан айырылып, “Чапаев” исемендәге колхозға берләшәләр. Председателе -  Бикбулатов Баһауетдин. 1940 йылдан председатель – Маликов Мөжәүир. 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, көҙгө уңышты йыйғанда, Шүлгән күпере эргәһендәге иген урылып бөтмәһә лә бөттө тип, отчет биргән өсөн Маликов Мөжәүир ҡулға алына һәм төрмәгә оҙатыла. Ул шул китеүҙән ҡайтмай. Уның урынына Ғәлимйән Сафин һайлана. Унан һуң Ҡотан ауылы кешеләре Ғәлин Ғәли, Ғәлин Зәкир эшләйҙәр. 1949 йылда “Чапаев” исемендәге колхозды промартелгә үҙгәртәләр. Уның производство мөдире итеп Тимербаев Солтангәрәй ҡуйыла һәм 1950 йылда председателе итеп һайлана.

     1955 йылда промартель “Ленин” исемендәге колхозға ҡушыла. Уның председателе - Тимербаев Солтангәрәй.

     1956 йылдың 13 февралендә С.Тимербаевты Иҫке Собханғол ауыл советы рәисе итеп һайланғас, председатель вазифаһына Хәлиуллин Шәйшәриф һайлап ҡуйыла.

     1959 йыл 19 август - Салауат исемендәге колхозды ла “Ленин” исемендәге колхозға ҡушалар, ләкин улар 1962 йылда киренән айырылалар.

    “Ленин” исемендәге колхоз 8 ауылды: Ябаҡ, Мәндәғол, Кейекбай, Яңы Аҡбулат, Иҫке Аҡбулат, Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Мәҡсүт, Ырғыҙлы үҙ эсенә берләштерә. Председателе итеп Бикбулатов Баһау тәғәйенләнә. Колхоздың үҙәге Ғәҙелгәрәйҙә була.

    Ҡотан, Мәҡсүт, Ырғыҙлы “Ленин” колхозынан айырылғас, ҡалған 5 ауыл  “Марс” колхозына берләшәләр, правление үҙәге Кейекбайға күсә. Председателе  Б.Бикбулатоов  Әтеккә  эшкә киткәс, Хәлиуллин Шәйшәриф рәис итеп һайлана. Һуңынан ул Иҫке Собханғолға күскәс Мәжитов Муса килә һәм  ул  “Марс” колхозы “Бөтйән” совхозына берләшкәнсе 1969 йылға тиклем эшләй.

     Ауыл  1969 йылдан 1983 йылға тиклем Бөрйән совхозы составында була. 1983 йылдан “Шүлгән-Таш” совхозы составында була.

 

             Шәрифйән Солтанбаев хәтирәләренән:

     “1938 йылдың 12 декабрендә СССР-ҙың юғары Советына беренсе депутаттар һайлау булып үтте. Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәтеүҙә ауыл халҡы өсөн ҡайғы-хәсрәтһеҙ үтмәне. Депутатлыҡҡа кандидаттар күрһәткән саҡта  Ялал бабай Сафин һәм Хәбибулла  Сәғитов ағайҙарбеҙ Ежовты һайламайбыҙ, Гинэбургты һайлайбыҙ тигәс, уларҙы икенсе көнө үк  Халыҡ дошманы тип НКВД кешеләре ҡулға алып киттеләр. Ошо китеүҙән улар эҙһеҙ юғалдылар.

    Ауылда тормош үҙ ағышы менән барҙы: ер һөрҙөләр, иген сәстеләр. Малсылыҡтағылар һыйыр,йылҡы, һарыҡ, ҡуян һәм тауыҡ фермаларында ал-ял белмәй бер тин аҡсаһыҙ хеҙмәт көнөнә эшләнеләр. Иген уңһа иген алдылар, уңмаһа аслы-туҡлы йәшәнеләр. Үҙ хәлен яҡшыртырға теләүселәр ҡортсолоҡ, һунарсылыҡ һәм кустарсылыҡ менән шөғөлләнделәр. Атайым тимерселектә эшләгәс колхоз етәкселәре уға яҡшы ҡарашта ине. Үҙ ара аңлашып, аралашып йәшәне.

     Әтек ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Иҫке  Собханғол  уртамәктәбенең һигеҙенсе класына уҡырға индем. Ләкин шул уҡ йылдың декабрь айында мине ауылға алып ҡайтып колхоз идараһы Йәмилев Әхмәтшәриф ағайҙың ярҙамсыһы итеп раҫланы. Күп тә үтмәй Әхмәтшәриф ағай үҙенең тыуған ауылы Ҡотанға бухгалтер булып ҡайтып китте. Уның урынына Миһран ағай Агишев раҫланды. ВЛКСМ райкомы секретаре  Камаев һәм мәктәп директоры Ғәни Сөләймән улы Ихсанов экстерно әҙерләнеп унынсы класты тамамларға тәҡдим иттеләр һәм мин 1941 йыл экстерно мәктәпте тамамланым. Колхоз председателе  Мөжәүир ағай Маликов менән килешеп эшләнек. Тик1941 йылғы урожайҙы йыйғанда- Шүлгән күпере янындағы иген урылмаһа ла урылып бөттө тип  районға мәғлүмәт биргән һәм Военкомат тарафынан 50 пар саңғы эшләп бирергә задание бирелһә лә ул эшләнеп бөттө,  тип хәбәр иткән өсөн Район халыҡ суды тарафынан хөкөм ителеп, Белорет төрмәһенә оҙатылды. Ләкин ул  унан ҡайта алманы. Унан һуң колхоз рәйесе итеп Ғәлимйән ағай Сафин һайланды.

    1942 йылдың ғинуар айында һуғышҡа ауылымдың арҙаҡлы кешеләре бабайым Сәлимгәрәй, Зәки ағайым Бикйәновтар, Хәлим Сәғитов,Әбделҡәҙир Ишморатов, Сәфәр һәм Сәйетғәле Байрамғәлиндәр, Фазылғүмәр Билалов, Аҡбулаттан Бәҙретдин Юлсурин,Ғиләж Ноғомановтар киттеләр.

    Хәҙер ауылдағы эштәр ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға елкәһендә тороп ҡалды. Колхоз идараһы рәйесе итеп ветеринар Хәлфетдин Юлсурин тәғәйенләнде.

    1942 йылдың яҙғы сәсеүе үҙ ваҡытында тамамланды. Иген ҡул менән сәселде. Атайым бесәнгә төшөү өсөн ат менән бесән сабыу техникаһын, бесән йыйғыстарҙы, молотилканы ремонтланы. Усман бабайым  Антонтүшендә ер баҙында дегет ҡайнатты. Фәхретдин ағай Сәғитов кустартауарҙарын Мораҡ, Ҡыуандыҡ,  Дубинский баҙарына сығарып һатты. Аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә төшөнкөлөккә бирелмәнеләр ауылдаштар.

    Ҡыш көнө ҡатындар һуғышсыларға ойоҡ, бейәләй бәйләнеләр һәм һәм райондағы оборона фондына тапшырҙылар. Ҡыш башланыу менән район Советы тарафынан еткерелгән ағас ҡырҡыу, ағас ташыу буйынса  план-заданиеһын үтәү өсөн көсөнән килгән ҡарт-ҡоро, эшкә таһыллы булған ҡатын-ҡыҙҙар  Күркәтау участкаһына эшкә китте. Улар сана юлы ҡалғансы урман участкаһында эшләне.

    Һуғыш башланғас ауылда всеобуч ойошторолдо, штаб төҙөлдө.  Командир итеп Бәҙретдин Юлсурин,  штаб  начальнигы  итеп мин тәғәйенләндем. График  буйынса  төнөн дежурство  ойошторолдо. Был да үҙенә күрә  яуаплы эш ине. 1941 йылғы сәселгән игенде йыйып, молотилка  менән һуҡтырғас, иген таҙартыуҙа  көндөҙ оло йәштәге инәй-апайҙар эшләһә, киске сменаға комсомолец йәштәр вейелка менән иген елгәрҙеләр. Таҙартылған иген дәүләткә оҙатып торолдо.Орлоҡҡа һалып,  дәүләткә  тапшырылғас, барлы-юҡлы  иген колхозниктарға бүлеп бирелде. Күп түгел, шулай ҙа тамаҡ ялғарлыҡ ине.

    Мин үҙем һуҡышҡа киткәнсе хисапсы булып эшләнем. Мин һуғышҡа киткәндә колхоз етәксеһе булып Хәлфетдин Юлсурин, партия ойошмаһы секретаре  булып Нәзирә Байрамғәлина эшләп ҡалды. Бөйөк Ватан һуғышына киткәнгәсә, 17 авгусҡа тиклем колхозда  Ғәҙелгәрәй бригадаһында  бригадир булып Ҡәнзәфәр Сәғитов, һатыусы Зәйнулла Сәғитов, склад мөдире  Ғәлиә Сафина, Аҡбулатта бригадир булып Бикә Сәйфетдинова, һуңынан  Фитрат Сәйфетдинов, ферма мөдире Мәғәфүрә Ноғомановалар эшләнеләр. Әбделмән Изгин китапхана мөдире булды. Йәштәштәрем  Ғениәт Хәлиуллин, Әбделхай Сафин, Әхмәтйән Ишморатов, Ғилмитдин Йомағужин, Әбүбәкир Тимербаев, Ҡазихан Ишморатов, Миңзифа  Байрамғәлина, Ғәйшә Хәлиуллина, Әсмә Сәғитова, Шәмсикамал Солтанбаева һәм башҡалар йәш булһаларҙа колхоз производствоһында хәленән килгән эштәрҙә тырышып эшләнеләр. Ауылда ҡалған бар халыҡ еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштылар, хатта ат урынына  ла егелделәр. Сөнки иң яҡшы аттар Башҡорт кавалерия дивизияһына  Дим, Красноусол, Ҡандракүл яҡтарына (йәғни РККА-ға ) ебәрелгәйне. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Разия Байрамғәлина, Йомабикә, Мәрхәбә, Камила Сәғитовалар,Ғәйникамал Солтанбаева, Үлмәҫбикә, Татлыбикә Ишморатовалар, Менәүәрә, Мәрхәбә, Зөлфәр Хәлиуллиндар, Сәбилә Байегетова, Сәхип, Ғәфүрә Сафиналар, Бикә Ғәлина, Камила Әхмәтйәнова, Ғәрифә  Ишмөхәмәтова, Ғәлиә Сафиналар колхоздың тотҡаһы ине.”   

 

            Мәктәп тарихы

      Ғәҙелгәрәй ауылында тәүге мәктәп 1928 йылда асылған. Иң тәүге уҡытыусы Ғаффаров Исмәғил була. Мәктәп итеп Сәғитов Насретдин өйө файҙаланыла. Был өйҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Тимербаев Солтангәрәй Фазлетдин улы йәшәгән. Хәҙер уның ҡыҙы  Тимербаева Светлана йәшәй.

      1929 йыл мәктәп итеп Хәлиуллин Дәүләтгәрәйҙең өйө алына. Был өйҙә хәҙер Әхмәтова Рәмзиә йәшәй. 1930 йылда мәктәп Шәһисолтан өйөнә күсә һәм 2001 йылға тиклем белем усағы булып тора. 1977 йылда Ғәҙелгәрәй алты йыллыҡ, 1779 йылда һигеҙ йыллыҡ, ә 1992 йылда урта мәктәпкә әүерелә.

 

         Төрлө йылдарҙа эшләүсе уҡытыусылар

1928 йыл - Ғаффаров Исмәғил

1931- 1932 йылдар- Вәлитова Маһруй 

1934- 1935 йылдар- Төлкөбаев Сәғит

1936- 1940 йылдар - Сафин Барый

1940- 1942 йылдар - Ямашева Мәҙинә

1943 йыл - Әбдрәхимова Шәмсинур 

1943- 1949 йылдар - Ямгурзина Йәнифә, Ишбаева Шәмсиә, Юнысов Ильяс

1952- 1953 йылдар- Айытова Маһира, Сыңғыҙова Маһира, Бикбулатова Фәүзиә, Этҡарина Фәүҡинур

1953 йыл- Байшеғорова Зөлхизә

1954 йыл- Фәттәхова Рәхимә Фәхретдин ҡыҙы

1970 йыл - Солтанова Зифа Рамаҙан ҡыҙы

1978- 1979 йылдар - алты йыллыҡ мәктәп директоры Бикмухаметов Рафаэль

1979- 1980 йылдар- һигеҙ йыллыҡ мәктәп- Әсиғолов Рауил Тимерйән улы

1980- 1981 йылдар- Ҡадырова Эльза Мазһар ҡыҙы.

1984 йыл - Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы.

1988 йыл-Ҡаһарманов Фәтих Вәхит улы.

1997 йыл- Йомағужин Миннәхмәт Ғылмитдин улы.

2000 йылдан башлап мәктәп директоры- Сафина Әҡлимә Сәғит ҡыҙы

 

31 октябрь     2007 йылда  мәктәптә тарихи музей асыла

 

        Яугир-интернацианалистар

    1979 йылдың 29 декабренә ҡараған төндә ул саҡта СССР тип аталған илебеҙҙең ҡораллы көстәре донъяла иң яҡшы хәрби техникаһы-танктары, бронетранспортерҙары, самолеттары һәм кеше үлтергес ҡоралдары менән көньяҡ күршебеҙ Афғанстанға баҫып инде. Бер тәүлек эсендә бөтә ил совет ғәскәрҙәре менән тулды. Үҙ аллы булған дәүләттә, Афғанстанда, үҙебеҙҙәге кеүек тәртип урынлаштырылды, ил сигенән бер кем сыға ла, инә лә алманы.

     Афғанстанда совет режимын яҡлау маҡсатында ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Урта Азия һәм Төркөстан хәрби округтары территорияларында йөҙҙән артыҡ хәрби белешмә, часть, учреждение ҙурайтылды, запастан 50 меңдән артыҡ офицер, сержант, һалдат саҡырып алынды.

       1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан һуңғы совет һалдаты сығарылғанға тиклем – ун йылда бер ай һәм ун алты көн дауам иткән һуғышта илдең баш ҡалаһы Ҡабул, Ҡандагар, Герат һәм башҡа ҡалалар емереклектәргә дусар ителде, ике ҡатлы йорттарҙа күпме бала-саға,ҡарт-ҡоро, ябай халыҡ вәкилдәре ҡырылды.

     Афған халҡына ҡаршы ойошторолған ҡан ҡойғос, йән өҙгөс һуғышта Башҡортостанда тыуып үҫкән егеттәргә лә ҡатнашырға тура килде. 1979 йылдан 1989 йылға тиклем дауам иткән һуғышҡа ир-егеттәр барырға мәжбүр булды, һалдат бурысын үтәү – Ватан намыҫын яҡлау.

     Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, был иғлан ителмәгән һуғышта 14 меңгә яҡын совет һалдаты һәләк булған, 35 меңе яраланған, 300-ҙән артығы хәбәрһеҙ юғалған йәки әсир төшкән. Афған халҡының дөйөм юғалтыуҙары 1 миллионға яҡын кеше тәшкил итә.

    Беҙҙең ауылдан да 5 егет: Сәғитов Садиҡ Сабит улы, Сәғитов Рөстәм Сабит улы, Юлмөхәмәтов Сәлимйән Ғәлимйән улы, Сәғитов Әхмәҙей Сабир улы, Аллағолов Ринат Зәйнулла улы  һалдат бурысын үтәү өсөн, Афған халҡына ҡаршы һуғышта ҡатнашырға мәжбүр була.

     Юлмөхәмәтов Сәлимйән Ғәлимйән улы

   1966 йылдың 22 майында Бөрйән районы Яңы Аҡбулат ауылында тыуған. Ғәҙелгәрәй мәктәбен тамамлағандан һуң, 1985 йыл хәрби хеҙмәткә алына. 6 ай Төркменистан республикаһы Ашхабад ҡалаһында була һәм 1985 йылдың 2 ноябрендә Афғанстанға ебәрелә. Афғанстанда командир БМ булып хеҙмәт итә. Төрлө грамота, миҙалдар менән бүләкләнә. Хәҙерге көндә Аҡбулат фермер хужалығында –эшсе.

      Сәғитов Әхмәҙей Сабир улы.

    1966 йылдың 26 майында Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған.Ырғыҙлы урта мәктәбен тамамлай һәм 1985 йылдың 2 февралендә хәрби хеҙмәт үтәргә Афғанстанға ебәрелә. Грамота, миҙалдар менән бүләкләнә. Хәҙерге көндә Шүлгәнташ ҡурсаулығында һаҡсы- инспектор.

     Сәғитов Рөстәм Сабит улы.

    1969 йылдың мартында Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған.Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлағас, Кабулға хеҙмәткә алына. 1981 йылда Афғанстанға күсерелә. Яҡшы хеҙмәте өсөн миҙал менән бүләкләнә.

     Сәғитов Садиҡ Сабит улы.

     1966 йылдың 3 июлендә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлай. 1984 йылда Үзбәкстандың Термез ҡалаһына хәрби хеҙмәткә ебәрелә.1985 йылдың 2 февралендә Афғанстанға күсерелә. Яҡшы хеҙмәте  өсөн  «Верховный совет – СССР» почет грамотаһы; “Хәрби көстәргә- 70 йыл”, “Совет – Афған дуҫлығы”, «Яугир – интернационалист”  миҙалдары менән  бүләкләнә.  

      Иҫке Собханғол мәктәбен тамамлағас, хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башлай. Физкультура һәм хеҙмәт дәрестәрен уҡыта ул. Армия сафынанҡайтҡас, 1987-1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый. 1991- 1997 йылдарҙа «Шүлгән –таш»совхозында зоотехник. 1997-2001 йылдарҙа- биология һәм химия уҡытыусыһы. 2001-2002 йылдарҙа - Киекбай ауыл хакимиәте башлығы. Әлеге ваҡытта шәхси эшҡыуар.

         Аллағолов Ринат Зәйнулла улы.

       1964 йылдың 1 февралендә Бөрйән районы Аҡбулат ауылында тыуған. 1-се, 2-се синыфтарҙы Аҡбулатта, 3-сө синыфты Ғәҙелгәрәйҙә, 4-8 –се синыфтарҙы Ырғыҙлыла тамамлай. 8-се синыфты бөткәс тә совхозда эш башлай. 1982 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Иптәше Киекбай егете Шәрәфетдинов Нурғәле менән Ташкентҡа тиклем баралар. А. Ринат 3 ай Самаркандта «учебка»ла була. Аҙаҡ Афғанстандың Кабул ҡалаһына ебәрәләр. Хеҙмәтте уңышлы тамамлап ҡайтҡас, тыуған совхозында эшен дауам итә һәм совхоз тарҡалғансы шунда эшләй.

 

      Чечняла хәрби хеҙмәт үтәүселәр.

      Манапов Алмаз Мөхәмәт улы.

     1980 йылдың 1 ғинуарында Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. Ғәҙелгәрәй урта мәктәбен тамамлағас, 1998 йылда Владикавказға хеҙмәткә алына. 1998 йылдың 12 сентябрендә  Чечняға күсә. Хеҙмәтте уңышлы тамамлап ауылға ҡайта.

     Билалов Шәһит Рауил улы.

    1981 йылда Бөрйән районы  Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 2001 -2003 йылдарҙа Чечняла хәрби хеҙмәтен үтәй. Хәҙерге көндә Шүлгәнташ ҡурсаулығында – шофер.

    Йомағужин Азамат Рәис улы.

    1981 йылда Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1999 – 2001 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте Чечняла үтә. Хәҙерге көндә Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһында УГАВМ –да зоотехния факультетын тамамлай.

     Ғәлин Ғәлим Ғәле улы.

    1980 йылдың 17 октябрендә Бөрйән районы Ғәҙелгәрәй ауылында тыуған. 1999 – 2001 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте Чечняла үтәй. Хәҙерге көндә Шүлгәнташ ҡурсаулығында эшләй.

                                                                                                                                                        Ишморатова Ф.Ю.

                                                                                                                         Источник:   burzyanmuseum.jimdo.com

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
5 + 14 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика