МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тема оформления

Ғәлиәкбәр ауылы тарихы

     Ғәлиәкбәр ауылы Башҡортостаныбыҙҙың армыт-армыт мәғрүр  тауҙары араһында, көмөштәй йылтырап ятҡан Нөгөш йылғаһы буйында, хоҙур тәбиғәттең ожмахтай күркәм урынында урынлашҡан. Ауылдың артында ғына ҡуйы урман менән ҡапланған ТаҡыяСусаҡ тауы теҙмәләре һаҡсылар һымаҡ баҫҡан. Әйтерһең дә, улар ғәлиәкбәрҙәрҙе ыжғыр елдәрҙән, буранлы ҡыштың әсе елдәренән һаҡлар өсөн  кәртә итеп ҡуйылған. Икенсе яҡтан һөҙәк кенә, ары бейегәйә  барған  Ҡалыу тауҙары башлана.

    Борон-борондан был  төбәккә төйәкләнгән бөрйән һәм ҡарағай  ҡыпсаҡ ырыуҙары ошо  уңайлы урынды тиккә генә һайламаған. Бында урмансылыҡ менән шөғөлләнеү, мал, ҡортсолоҡ тотоу һәм ҡош-ҡорт аҫырау өсөн дә ифрат яйлы. Туғайҙары ла, көтөүлектәре лә, сабынлыҡтары ла  етерлек был тирәнең.

     Ауылдың ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килеүенә бәйле тарихтың ике төрө бар. Һәр хәлдә икеһе лә Баймаҡ районың Темәс ауылынан күсеп ултырған Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов (1796 й.) тигән кешенең исеме менән бәйле.

   Нөгөш йылғаһы буйына хәҙерге  Темәс  ауылынан Мунаш исемле кеше күсеп килә һәм утар һалып донъя көтә башлай. Күп  итеп мал аҫырай, ҡортсолоҡ  менән шөғөлләнә.  Күркәм  төбәк Мунаш янына башҡа ауылдаштарын да тарта. Ауыл әкренләп ҙурая, хәлле кешеләр ҙә ишәйә. Байыған һәр кем ауылға үҙенең исемен биреп  ҡалдырырға тырышҡан һәм  бер ваҡыт талаш-тартыш башланған. Айырыуса  иң тәүҙә бында килгән Мунаш ныҡ тырышҡан.

      Берҙән-бер ваҡыт ул, русса уҡый-яҙа белгән Ғәлиәкбәр исемле егетте эйәртеп, Орскиға китә. Мунаш, түрәләр менән һөйләшеп, тегеләрҙе майлап-көйләп, ауылға үҙенең исемен бирҙертеү тураһындағы танытманы  эләктерергә тырыша. Үҙе уҡый-яҙа белмәгәс, ҡағыҙ тултырыуҙы Ғәлиәкбәргә ҡуша. Ә тегеһе, байҙың тома наҙанлығынан файҙаланып, танытмаға  үҙ исемен яҙҙыра. Был хаҡта Монаш ауылға ҡайтҡас ҡына һиҙә. Ошолай килеп сыҡҡан тиҙәр, Ғәлиәкбәр ауылының исемен. (Тыуған яҡты өйрәнеүсе К.Зәйнетдинованың “Еңеү юлында” (1969 йылдың 13декабрендә баҫылған мәҡәләһе яҙмаларын Раил Байбулатов “Сағыл ташта үҫкән ҡарағас” китабы баҫмаһы 13-14-се биттәр).

    Икенсе  төрө. Ауылдың барлыҡҡа килеүен хәтерләп, ауылдың оло кешеһе Ағзам Әминев (1933 йылғы) ошолайыраҡ һөйләй: Башҡорттар батша ҡыҫымына сыҙай алмай, ауыр һалымдар, бөлдөргөс һуғышыуҙар, йөҙәрләп, меңәрләп ауылдарҙы яндырыу, башҡорт халҡын аяуһыҙ язалау, талау, уларҙы ҡырыу сәбәпле, сараһыҙҙан, үҙҙәренә ирек эҙләп Темәстән Оло Нөгөш буйына Ярыу тамағына, улар батша шымсылары эҙерлекләй алмаһын өсөн, тау-таш, юлһыҙ яҡҡа ҡасып килеп ултырғандар.

      Оло Нөгөштән эскәрәк, Аҫҡараҡ йылғаһы тамағынан үргәрәк инеп ( ул ерҙе хәҙер иҫке ыҙма тиҙәр),  кешеләр ишәйә башлағас, Нөгөш ҡабағына сығып ултыра башлағандар.

     XX быуат башында Ярыу утарынан (унда 10-11 йортта Әминевтар нәҫеле йәшәгән) Ғәлиәкбәр ауылына күсеп килгәндәр. Нөгөш йылғаһы  ҡабағы, тау битләүе тотошлайы менән ағаслыҡ үҫкән (хәҙерге ултырышында). Ошо ағаслыҡты ҡырҡа килә ауыл ҙурая, урам да барлыҡҡа килә. Ә.З.Әсфәндийәров “Башҡортостандың ауылдар тарихы” китабында Ғәлиәкбәр ауылы 1850-1859 йылдар араһында барлыҡҡа килә тип яҙа.

      1850 йылғы рәүиздә, Ғәлиәкбәр Ғәбделмөкминов (1796 й.) 54 йәштә, ҡатындары Аҙнабикә 44 йәш, Йәмилә – 27 йәш. Беренсе ҡатынынан ҡыҙҙары Сәхипъямал 9 йәш, Ғәйниямал - 5 йәш, икенсе ҡатынынан ҡыҙҙары Фатима – 7 йәш, Латифа – 4 йәш,Мәхүпъямал -3 йәш.

        Ике ҡатынын да хөрмәт менән ҡараған һәр береһенән өсәр ҡыҙ бала (1850 йылдарҙан һуң ир балалары була әле) үҫтергәндәр бер ихатала, ағаһы Ҡәҙерғол Ғәбделмәнов (1792 йылғы) 1842 йылда 50 йәшендә үлә, ҡатыны Инсебикә – 56 йәш, улы Бағаҙан (14 йәш) йәшәй. Уларҙан Ҡәҙерғоловтар таралған.

     Солтанғолов Аҙнабай, Йомағол (Ғәлиәкбәрҙә йәшәгән Баймөхәмәтовтар таралған),Ҡарағол нәҫелдәре 3-5 ихатала йәшәй. Темәс ауылында йәшәгән осорҙа Ҡарағол Солтанғолов (1791 йылғы) 1812 йылғы Ватан һығышында ҡатнашып, 1814 йылда Парижғаса итеп, дан яулаған. (Ә.З.Әсфәндийәров, “Башҡортостандың ауылдары тарихы” китабында, 110 сы бит).     

       Әлеге ваҡытта Әминев Ағзам Яхъя улы үҙ баҡсаһында тапҡан 1814 йылдарҙағы  Ватан һуғышында бирелгән миҙал һаҡлана.

       Бесәнсе Ҡолмөхәмәтов, Бикмөхәмәт, Арыҫланғол Бесәншиндәр атаһы, ике улдары менән 6-8 ихатаны тәшкил иткән.

       Бейембәт Ҡайдайҡужин, Хисаметдин Ҡотлоғужин, Ҡобай, Кинйәбулат Таһировтар– 9-14 ихатала йәшәгән.

      Ғәбит Нийәнсурин (1797 йылғы), Мәүлетбирҙе (1837 йылғы), Ишбулды (1808 йылғы), Әхмәт (1822 йылғы), Ғәбитовтар (1809 йылғы),  Ишйәр (1811 й.), Дәүләтҡол Хәлитовтар (1820 й.) – туғандар 15-20 ихатаны тәшкил иткән (хәҙер уларҙан Ғәлиәкбәрҙә, башҡа тарафтарҙа йәшәгән туғандары Ғәбитов, Хәлитов, Сәғитов,Әхмәтовтар таралған).

      Йыһанша, Солтан Мөмәтҡужин, Кинйәғол Ырыҫҡужин, Ишмырҙа Мәһәҙиев, Игебай Йәнбәков, Мөхәмәтрәхим Япарғолов, Ғайса Шәриповтар нәҫеле 21-29 ихатаны тәшкил иткән. Баҙарғол Япарғолов 1850 йылда  ике йортҡа, Зөлкәрнәй Ишемғоловтың нәҫеле 11-се йортҡа, йәғни тимерҙәр тәшкил иткән ауылдарға күсерелгән. Йәмғеһе 31 ихатала 58 ир ат, 56 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Беҙҙең төбәк Ырымбур ғубернаһы Верхний Урал өйәҙенең, 7-се башҡорт Ҡарағай-Ҡыпсаҡ олоҫона ҡараған.

      1850 йылғы рәүиздә Мунаш байҙың үҙе һәм нәҫелдәре телгә алынмай, тимәк ауыл Ә.З.Әсфәндийәров билдәләгән йылдан алданыраҡ (1834 йылғы рәүиздә Ғәлиәкбәр ауылы телгә алынмай, картала күрһәтелмәй) барлыҡҡа килгән.

    1859 йылда 25 өйҙә 148 кеше йәшәй. 1920 йылда ауыл икеләтә ҙурая 66 өйҙә 337 кеше йәшәгән. 1940 йылда 68 хужалыҡта 324 кеше йәшәһә, ауылдан икенсе урындарға Айҙәрбәков, Айгашкиндәр күскән. Алдағы рәүиздә телгә алынмаған фамилияларҙың күптәре икенсе урындарға күсә. Эргәләге күрше-тирә ауылдарҙан: Кәбәс, Ҡалғаһау (Ҡолғона) Кәшәле, Түбәнге, Үрге Нөгөш, Бикташ, Маҡар ауылы Ҡолғанаһынан Бөйөк Ватан һуғышынан алда, унан һуң да яңылары өҫтәлеп, Ғәлиәкбәр ауылы ҙурая.

      Ғәлиәкбәр ҡарттың нәҫелдәрен дауам итеүсе улы Йәрмөхәмәт, уның улдары Вәлиәхмәт, Зәйнулла, уның улы Батыргәрәй (ҡыҙы Тамара Аллабирҙина Тимер ауылында йәшәй), уның ул һәм ҡыҙҙары, Йәрмөхәмәт ҡарттың ҡыҙҙары Мәхмүҙә, Бәлхийә (1898…. йылғы), уның улдары Рәхмәт, Әхмәт (Әбделмәмбәт ауылында йәшәй), уның ҡыҙ һәм улдары Әпдрәхим бабайҙың ҡыҙ һәм улдары, Фатима инәйҙең ҡыҙы Әминә, уның улдары йәшәй. Ғәлиәкбәрҙең ағаһы Ҡәҙерғолдан улдары Әхмәтйән, уның ҡустыһы Мөхәмәтйән, улы Әхмәткирәй, уның улы Зәки (1922 йылғы) Ишембай районы Этҡол ауылында Ҡәҙерғоловтар таралған. Темәс ауылынан Бөрйәнгә, Тимер ауылына Ҡәҙерғоловтарҙың туғандары килеп ултырған.

     Бөгөнгө көндә Ғәлиәкбәрҙә күбеһенсә Ғәбитовтар, Каһармановтар, Сәғитовтар, Әминевтар, Аҫылғужиндар, Хәлитовтар, Сабитовтар, Ғәлиевтар, Толомғужиндар,Ишмөхәмәтовтар, Байғазиндар, Биккининдар, Исламбаевтар, Күлбаевтар һ.б нәҫел-нәсептәре йәшәй. Хәҙер инде улар затынан әллә күпме билдәле шәхес: уҡытыусы,нефтсе, урмансы,врачтар, ғалим һәм башҡа һөнәр кешеләре, зыялылар үҫеп сыҡҡан, бөтә республикаға таралған.  2004 йылда ауылда 125 хужалыҡта йәмғеһе 500 кеше йәшәй .

    Эйе, күкһел тауҙар менән уратып алынған ҡаҙан һымаҡ ҡына ергә һыйынып ултырған Ғәлиәкбәр ауылы йылдан-йыл ҙурая, матурая. Асфальт түшәлгән урам буйлап береһенән-береһе күркәм йорттар теҙелгән. Ғәлиәкбәр ауылында тәү тапҡыр 1994 йылдың 17 июнендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарылды.

                                                                                                                                             Д.Аллабирҙин, тарих уҡытыусыһы. 

                                                                                                                                       Источник:   burzyanmuseum.jimdo.com         

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
2 + 14 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика