Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Газизов Юнир Хасанович

Место рождения: Республика Башкортостан, Бурзянский район, с.Старосубхангулово

Дата рождения: 17.01. 1950

Дата смерти:  15. 05. 2006.

Образование: Башкирская цирковая студия при Уфимском государственном цирке, 1973.

Трудовая биография:

1968-1970 – Служба в рядах Вооруженных сил СССР.

1971-1973 – студент Башкирской цирковой студии.

1973-1997 – работал в Москве в Российской государственной цирковой компании в составе Башкирского циркового коллектива.

1973-1974 – Руководитель и участник номера «Гимнасты на кольцах и бамбуках»

С 1975 года выступал в номере «Горная легенда» вместе с женой Гузель Мустафиевной Газизовой. Гастролировал по СССР и за рубежом (Аргентина, Бельгия, Голландия, Колумбия, Япония и др.).

1982-1990 – Директор Башкирской цирковой программы

   Звания, награды:

1979 – Заслуженный артист БАССР

1982 – лауреат 1-го Всесоюзного конкурса артистов цирка в Свердловске

1984 – Народный артист БАССР

                                                                     1986 – лауреат Госпремии РБ им. Салавата Юлаева

Юнир Хәсән улы Ғәзизов

         Юнир Хәсән улы Ғәзизов 1950 йылдың 17 ғинуарында Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа. Иҫке Собханғол урта мәктәбен тамамлағандан һуң, 1968 йылда Совет Аримяһы сафына алына. 1970 йылда хеҙмәт итеп ҡайта һәм 1971 йылда Башҡорт циркын булдырыу маҡсатында ойошторолған махсус һайлап алыу аша уҡырға инә. 1973 йылда Өфө дәүләт циркы эргәһендә ойошторолған “Башцирк” студияһын тамамлай.

         1973-1974 йылдарҙа “Ҡуласа һәм бамбукта уйнаусы гимнастар” номерында ҡатнаша, шул уҡ ваҡытта был номерҙың етәксеһе була.

         1975 йылдан башлап ҡатыны Гүзәл Мостафа ҡыҙы менән “Тау легендаһы” номерында эшләй башлай. Был номерҙары менән улар Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, Латин Америкаһы, Ҡытай, Япония, Египет, Польша, Монголия, Голландия, Бельгия илдәре тамашасыларының да һөйөүен яулай. Сит илдәрҙә гастролдәрҙә булғанда улар үҙҙәрен һауа гимнастары булараҡ ҡына күрһәтмәй, бер үк ваҡытта башҡорт халҡына хас булған нескәлекте, ябайлыҡты тамашасыға еткерәләр.

         Үҙенең эшенә яуаплы ҡарағаны һәм белеп башҡарғаны, кеше менән тиҙ аралаша һәм уртаҡ тел таба белгәне өсөн 1982 йылда Юнир Хәсән улын “Башцирк” программаһының директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифаны ул 1990 йылға тиклем башҡара.

         1982 йылда Свердловск ҡалаһында уҙғарылған 1-се Бөтә Союз конкурсында лауреат исеменә лайыҡ була.

         1986 йылда Юнир һәм Гүзәл Ғәзизовтар Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы менән бүләкләнәләр.

         Үкенескә ҡаршы, циркта һауа гимнастарының эш дәүере ҡыҫҡа. Шуға күрә, һуңғы йылдарҙа Юнир Ғәзизов циркка булған һөйөүен, үҙенең оҫталығын үҫеп килгән быуынға өйрәтеү менән мәшғүл була.

         Юнир Хәсән улы Ғәзизов ҡайҙа ғына эшләмәһен, ниндәй генә вазифалар биләмәһен, үҙен тынғыһыҙ, эшһөйәр кеше, абруйлы етәксе итеп күрһәтте, тыуған еренең һәм халҡының тоғро улы булып ҡалды. Үҙенең эштәре менән Бөрйән егеттәренең данын һәм мәртәбәһен арттырҙы.

         Башҡортостандың Өфө дәүләт циркы аренаһының йондоҙо, БАССР-ҙың халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге республика премияһы лауреаты Юнир Хәсән улы Ғәзизов 15 майҙың 2006 йылында 57-се йәшендә ҡапыл вафат булды.

+1