МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Тема оформления

Байназар ауылы тарихы

        Үҙенең матурлығы менән һәр кемде һоҡландырған Урал тауҙары итәктәрендә, наҙлы Ағиҙел туғайҙарында, Яйыҡ, Дим, Һаҡмар, Йүрүзән һәм башҡа эреле-ваҡлы йылға буйҙарында борон-борондан батырлығы, ҡунаҡсыллығы, киң күңеллелеге менән дан тотҡан башҡорт халҡы йәшәп килә.  Әле ғәрәп  сәйәхәтселаренең юлъяҙмаларында уҡ телгә алынған был халыҡ үҙ  еренең именлеге, яҡшы тормош һәм ғәҙеллек өсөн күп быуаттар буйы көрәшкән, күп ҡорбандар биргән.

           Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Ағиҙелдең үрге ағымындағы матур туғайҙарында Ҡурғашлы, Кәлтәгәү, Бешәке, Ҡағы, Бәләкәй Нөгөш буйҙарында төйәкләнгән.

         Тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Әнеүәр Әсфәндийәровтың, “Баш­ҡортостан ауылдары тарихы” тигән китабындағы мәғлүмәттәргә ҡара­ғанда,Байназар ауылы – хәҙерге Бөрйән райо­ны территорияһында барлыҡҡа килгән Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ауылдарың иң боронғоһо. 1786 йылдағы картала ул утар итеп күрһәтелә, ә 1812 йылда, хәҙерге Әбйәлил районының үҙәге Аҫҡарҙан,  утыҙ ғаилә күсеп ултырғас, Байназар ауыл булып, Байназар Ильясов тигән кешенең исемен йөрөтә башлай. 1816 йылда Байназар Ильясовҡа 64 йәш була. Тимәк, ул Салауат Юлаевтың ҡорҙашы, йәштәше булып сыға. Был мәғлүмәт Байназар бәлки Салауаттың көрәштәше, уның яугиры ла булғандыр, тип фараз итергә урын ҡалдыра.

         Байназар йорт старшинаһы була һәм бер нисә йылдан уны бер туған ҡустыһы Алтынбай Ильясов алмаштыра. Байназарҙың улдары күп була һәм етенсе ревизия (халыҡ иҫәбен алыу) уларҙы исемләп күрһәтә: Иҫәнғол, Ҡарағол, Солтанғол,Мөьминғол, Исламғол, Ғәбделвәли, Сәйфелмөлөк.

       Ауыл  халҡы ревизиянан ревизияға арта бара. 1816 йылда 39 йорт булып, бөтәһе 273 кеше йәшәһә, 1920 йылда 274 йортта 1152 кеше иҫәпләнә.

      Байназар ауылы элек-электән Ағиҙел йылғаһының ике яҡ ярында урынлашҡан була. 1850 йылда байтаҡ кеше Ҡағы йылғаһы буйына күсеп ултырағас,  унда йәнә Байназар утары барлыҡҡа килә һәм ул үҙәге Әхмәт ауылы булған Түңгәүер волосына ҡарай. Байназарҙар малсылыҡ, бигерәктә йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Халыҡ һунарсылыҡ, балыҡ тотоу һәм  солоҡсолоҡ менән дә мауыға.

         1806 – 1807 йылдарҙа союздаштарҙың Францияға ҡаршы һуғышында Байназарҙан  Аслан Байрамғәлин һәм Рафиҡ Атанғолов ҡатнаша. 1812 йылғы Ватан Һуғышында зауряд-хорунжий Килдеғол Ибраһимов, рядовойҙар Буранғол Әбделкәримов, Ҡорманғәле Миңлейәров, Рәхмәтулла Мәрәсов, Ишназар Дәүләткилдин һәм Ишбулат Науразбаевтар Парижды алыуҙа ҡатнашып  һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн, көмөш миҙал ме­нән наградланалар, ә  Сарбай Байрамғол улы  Әмиров яу яланында ятып ҡала. Байназарҙap граждандар һуғышында ла актив ҡатнаша. Әфләх Дәүләтшин Төньяҡ Кав­каз революцион советының Почет грамотаһына лайыҡ була, Фазлетдин Иманғолов исеме яҙылған почетлы ҡорал менән бүләкләнә.

       Революцияға тиклем ауылда берҙәм бер дөйөм халыҡ йорто булған мәсеттә баҫма һәм ҡулдан яҙылған бик күп китап һаҡланған. Утыҙынсы йылдарҙа мәсет йорто клуб итеп үҙгәртелгәс, дингә, иҫкелеккә ҡаршы көрәш сараһы тип аңлап, шул осорҙоң комсомолецтары тарафынан ғәрәп хәрефтәре менән яҙылған китаптар күпләп юҡ ителә. Хәҙер асыҡланыуынса, унда дини китаптар ғына түгел, бәлки, ҡиммәтле тарихи ҡулъяҙмаларҙа булғандыр.

        Егерменсе йылдарҙың аҙаҡтарында, утыҙынсы йылдарҙың баштарында ауыл хужалығын коллективлаштырыу   башлана. 1923 йылда Байназар, Мораҙым һәм Нәби ауылдары бер колхозға берләшә. Колхоз төҙөүҙә партия ячейкаһы секретары Бикмөхәмөт Нурғәлин, ауыл Советы председателе Рәхмәтулла Һатыбалов комсомолдың район комитеты секретары Ғәйнетдин Тажитовтар етәкселегендә Фазлетдин һәм Нәсибулла Иманғоловтар, Әфләх һәм Мөхәмәт Дәүләтшиндар,Һаҙый һәм Әшрәф Ҡарағоловтар, Әшрәф Иҫәнғәлин, Ғылметдин Хәйбуллин, Ағзам Салауатов, Сабитулла Ишбулатов, Рәсул Үтәбаев,  Ишмөхәмәт Әлибәков, Зәйнулла Баймырҙин,Талха Моратшин һәм башҡалар ҙур активлыҡ күрһәтә.

       Ауыл хужалығы коллективлаштырыу менән бер рәттән илебеҙҙә культура революцияһыла тормошҡа ашырыла. 1924 йылда Байназарҙа беренсе совет мәктәбе асыла. Ғаяз Ҡәҙерғолов, ауылдаштарыбыҙ Сабир Зарипов, Әбделмәмбәт ауылынан Ғәлимйән Мөхәмәтҡоловтар тәүге уҡытыусылар була. 1930 йылда тотош район өсөн берҙән бер крәҫтиән йәштәре мәктәбе лә беҙҙең ауылда асыла. Был мәктәпте ойоштороуҙа уның тәүге директоры – Борай районы егете Малик Әбдюковтын, тәүге уҡыу-уҡытыу эштәр бүлеге мөдире мәрхүм Дауыт Рахманғоловтың хеҙмәте ҙур булды. Мәктәп районыбыҙ өсөн белемле кадрҙар әҙерләүҙә ғәйәт ҙур роль уйнаны. Ошо уҡ йылдарҙа ауылыбыҙ ҙа тәүге фельдшерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, китапхана, клуб, ололар араһында грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү буйынса киске мәктәп, почта бүлексәһе, сельпо эшләй башланы һәм ауылға телефон, радио үткәртелде.                          

       Ауылға   ат көсө менән эшләй торған бесән сапҡыс һәм йыйғыстар, иген сәскес, урғыс, һуҡтырғыстар килтерелә. Колхозсылар иген һәм йәшелсә үҫтерергә өйрәнә. Тормош күҙгә күренеп яҡшыра башлай. Үҙ эштәренең оҫталарына әйләнгән тәүге стахановсылар барлыҡҡа килә. Колхозда уңыш бүлеү ҙур байрамға әйләнә. Иң күп хеҙмәт көнө эшләгән колхозсыларға ылау-ылау иген оҙатыла.

         1930 йылда бер төркөм хеҙмәт алдынғылары Мәхмүтдин Сөйәрғолов,Басир Ғәйнуллин, Осип Архипов, ирле-ҡатынлы Бәҙерниса һәм Ильяс Байназаровтар, мәктәп директоры Лотфулла Ғәлиев Бөтә Союз ауыл хужалығы ҡаҙаныштары Күргәҙмәһендә ҡатнашалар.

     Ауылыбыҙҙың үҙ интеллигенцияһы барлыҡҡа килә башлай. Йәштәрҙән Хәсбиямал Салауатова, Бикә Мырҙағолова, Ағзам Байназаров, Халиҡ Ҡарағолов һәм башҡалар махсус белемле уҡытыусылар булып ҡайталар.

     Тормош шарттары яҡшыра, культураһы үҫә, халыҡ иркен, матур йәшәй  башлай, ләкин Бөйөк Батан һуғышы Байназар ауылы халҡына ла ауыр ҡайғы  һәм михнәттәр алып килә. Ауылыбыҙҙың ир- арыҫландары ҡулдарына ҡорал алып тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн яуға күтәрелә.  Байназар ауылынан ғына һуғышҡа 121 кеше китеп, шуларҙың 63-сө яу ҡырҙарында ятып ҡала,  3 кеше хеҙмәт армияһынан әйләнеп ҡайта алмай.

       Ауылдаштарыбыҙ фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградлана. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры, рота команди­ры өлкән лейтенант Халиҡ Ҡарағоловтың, Ватан һуғышы ордены кавалеры Ағзам Байназаров һәм Мөҙәрис Назаровтарҙың исемдәрен беҙ оло хөрмәт менән телгә алабыҙ. Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар Һәм йәш үҫмерҙәр "Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһелә дошманды тиҙерәк еңеү өсөн” тигән саҡырыу аҫтында эшләп, һуғыш ваҡытында массовый ҡаһарманлыҡ  күрһәттеләр.

 

        Һуңғы йылдары Байназар ауылы танымаҫлыҡ үҙгәрә, ҙурлығы буйынса район үҙәгенән ҡала икенсе урында тора. Унда 342 хужалыҡ иҫәпләнә һәм 1349 кеше йәшәй. Ауылда культура йорто, китапхана, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участҡа больницаһы, аптека, киң экранлы кино уста­новка, 5 магазин, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм прокат пункты, почта бүлексәһе, автомат- телефон станцияһы һәм башҡалар эшләй. Ауыл тулыһынса электрлаштырылған һәм радиолаштырылған. Өй һайын тип әйтерлек телевизор, электр приборҙары бар. Байтаҡ ғаилә газ плиталары менән файҙалана.Ауыл Советы буйынса граждандарҙын 15 еңел шәхси автомашинаһы, һәр өйҙә тип әйтерлек ауыр һәм еңел мотоциклдар бар.

      Халыҡ хужалығының һәр тармағы буйынса ауылыбыҙҙың үҙ кадрҙары үҫеп сыға. Колхоз, мәктәп, больница һәм башҡа ойошмалар тулыһынса үҙ кадрҙары менән тәьмин ителә. Бынан тыш ауылдаштарыбыҙҙың байтағы башҡа хужалыҡтарҙа, күрше райондарҙа һәм өлкәләрҙә етәкселәр һәм баш белгестәр булып  эшләй. Улар араһында фән кандидаттары, артистар. яҙыусылар, һәм башҡа һөнәр эйәләре  күп.

        Ауылдаштарыбыҙ араһынан алты кеше республикабыҙҙың атҡаҙанған малсыһы, ике кеше атҡаҙанған механизато­ры. 4 кеше атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен яулаған. Алты кеше хеҙмәттәге уңыштары өсөн СССР ордендары һәм күптәре миҙалдар менән наградланған. Ауылдаштарыбыҙҙың    был уңыштары менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Ауылдың киләсәге йәштәр ҡулында. Улар ҙа ата-бабаларының данлы традицияларын артабан дауам итер тигән  ышаныс бар.

                                                                        Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Л. С. Ишбулатов һөйләгәндәрҙән Д.Аллабирҙин яҙҙы.

                                                                        Источник:   burzyanmuseum.jimdo.com

 

История деревни Байназарово

    Из всех населенных пунктов Карагай-Кипчакской волости на территории нынешнего Бурзянского района самой ранней по времени образования была д.Байназарово. Она показана на карте Уфимского наместничества 1786 г. как хутор, переросший в деревню в 1812 г., когда из Аскарово (Абзелиловского р-на) по р.Танатар переселилось 30 семей. Через  пять лет сюда прибыли 3, в 1858 г. - еще 14 семей, в том числе семья внука Аскара Биишева - Аллагула Мухамедияровича. Однако через год 12 из них вернулись в коренную деревню.

    По всему видно, что д.Байназарово основали тангаурцы из д.Аскарово Абзелиловского района, но сюда переселились из других деревень (Абдулмамбетово, Узяново) и карагай-кипчаки. Деревня носит имя Байназара Ильясова, которому в 1816 году исполнилось 64 года. Он - юртовой старшина. Через несколько лет его сменил родной брат Алтынбай Ильясов. У Байназара было много сыновей. Имена их перечисляет VII ревизия 1816 г. Старшему Исянгулу было 39 лет, Карагулу - 21 год, Сейфульмулюку -5. Жил здесь и другой Байназар по фамилии Татлыбаев (его сын Гайнитдин), моложе своего тезки на 33 года, 1785 года рождения. Многие из этих имен перечисляются в родословной рода карагай-кипчак.
      Население деревни от ревизии к ревизии росло. В 1816 г. здесь проживало 273, в 1859 г. - 528, в 1920 г. - 1152 жителя. Дворов было соответственно 39, 81, 274.

     Деревня расположена на обеих берегах р.Белая. В 1850 г. часть жителей выехала и обосновалась на берегу р.Кага. Возник хутор Байназарово, состоящий из 6 дворов с 36 жителями. Хутор входил в Тангаурскую волость с центром в д.Ахметово (Абзелиловский район), а коренная деревня - в Карагай-Кипчакскую с центром в д. Билалово (Баймакский район).

    Байназаровцы занимались скотоводством, прежде всего - коневодством.  На 87 дворов с жителями в 556 человек приходилось 433 лошади, 280 коров, 232 овцы, 39 коз. Однако эти цифры не говорят о благополучии жителей. Скотоводство пережило упадок, поэтому приходилось заниматься промыслами - охотой, рыболовством, бортничеством (в 50-х гг. XIX в. у жителей было 14 бортей и 9 ульев). К земледелию только-только приступали. В 1842 г. было засеяно на всех жителей 16 пудов озимого и 450 пудов ярового хлеба.

      В войне союзников России против Франции в 1805-1807 гг. в составе одного из башкирских полков принимали участие Аслан Байрамгалин, Рафик Атангулов.

     Об активном участии байназаровцев в Отечественной войне 1812 г. говорят следующие факты. В составе 15-го башкирского полка, принявшего участие во взятии Парижа, самоотверженно и храбро сражались зауряд-хорунжий Кильдигул Игликович Ибрагимов, рядовые Бурангул Абдулкаримов, Курмангали Минлияров, Рахматулла Мрясов, Ишназар Давлеткильдин и Ишбулат Наурузбаев, награжденные серебряными медалями. Сирбай Байрамгулович Амиров не вернулся с поля битвы.

Библиография:

    Асфандияров, А.З. Бурзянский район [Текст] /А.З. Асфандияров//  История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. - Уфа, 2009. - С. 43-50.

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
11 + 3 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика