МР Бурзянский район
Республики Башкортостан

Аҫҡар ауылы тарихы

        Аҫҡар Бәләкәй Нөгөш буйында ҡырын туғайлыҡта урынлашҡан. Ҡасандыр бер ваҡыт хәҙерге ауыл ултырған урында мал көтөү өсөн Аҫҡар ҡарт килеп ултырған (уның ҡайҙан килеүе билдәһеҙ).

        Аҫҡар ҡарттың ике улы – Туңғатар, Аҫтанғол булған. Туңғатарҙан 4 малай тыуған: Дәүләткилде, Күскилде, Ырыҫбай, Ишбай. Аҫтанғолдың өс улы:  Теребай, Ураҙбай, Ишбай булған. Улар ошо уҡ урында өй һалып донъя көтә башлағандар һәм уларҙан Аҫҡар ауылы йәйелеп киткән.

  Ауылдың иң ҙур ваҡыты 1910 -1913 йылдарҙа булып, 60 өй хужаһына еткән. Ауылда Әптелғәле Шахморатов тигән байҙар йәшәгән. Уларҙың 40-50-ләп йылҡылары, 15-20-ләп һыйыр малдары һәм 100-150 баш кәзә-һарыҡтары булған. Байҙар бесән эшләтеү өсөн 5-6 малай тотҡан. Ауыл халҡы ҡыш көнө ағас ҡырҡҡан, йәйен дегет эшләгәндәр һәм кустарсылыҡ эштәре менән шөғөлләнгән.

   Ауыл ҡаршыһындағы бәләкәй ҡалҡыулыҡты Аллабирҙе тип йөрөтәләр. Аллабирҙе данлыҡлы ҡурайсы булған. Ошо ҡалҡыулыҡта уның өйө, хужалығы булған, кистәрен өйөндә ҡурай уйнаған, ә ҡурай моңо асыҡ тәҙрәнән бөтә ауылға ишетелеп торған.

  Аллабирҙе ҡурайсы оҙаҡ йәшәгән. Ҡарттар һөйләүе буйынса уның үлеүе түбәндәгесә:

 Шулай көндәгесә өйө эргәһендә ҡурай уйнап ултырғанда, өй янындағы ҡайынға кәкүк килеп ултырған.Аллабирҙе уны ҡурҡытыр өсөн, нимәлер алып һелтәгән. Ә һелтәгән әйбере ҡошҡа тейеп, үлтергән. Аллабирҙе: “Ай харап иттем, былай булғас, мин дә оҙаҡ йәшәмәм инде”,- тигән һәм ошо уҡ йылдың көҙөндә ауырып вафат булған.

    Ауыл ҡаршыһындағы икенсе ҡалҡыулыҡты “Кинйәш” тауы тип атайҙар. Был тау башында Кинйәш әбейҙең аласығы булған, ул шунда ғүмер иткән.

     Ауылда Ишбирҙе исемле 80 йәшлек ҡурайсы ҡарт йәшәгән (1910-1912 йылдар). Ҡарт һәр кемдең һорауын ҡәнәғәтләндереп ҡурай уйнаған. Уның елкәһендә баш ҙурлыҡ ороһо булып, уны айырым шәл менән урап йөрөткән. Әүжәндән килгән урыҫтар уны больницаға өндәп ебәрәләр. Үрге Әүжән больницаһында уның ороһон ҡырҡалар. Оро биш ҡаҙаҡ (2 кг) тартҡан. Больницала ятҡан ваҡытында Ишбирҙе ҡарттың ҡурай уйнауын врачтар ҙа һоҡланып тыңлағандар. Һәм уға Мәскәүҙән ҡыҫҡа ғына ағас ҡурай алдырып бүләк иткәндәр.

    Ауылдың бәләкәйләнеүенә һәм халыҡ кәмеүенә 1918-1919 йылдағы көслө тиф ауырыуы, һуғыш һәм 1921 йылғы йотлоҡ сәбәп булған.

      1918 йылғы тиф ауырыуы ваҡытында кешеләр күпләп үлгәндәр, хатта 7-8 ғаиләнән бер нисә генә кеше лә ҡалмаған. Һуғыш та бик көслө булғас, бер төрлө лә медицина ярҙамы булмаған. 1921 йылғы йотлоҡта бер-береһен ашаған кешеләр ҙә осраған. Аҫҡарҙа бындай хәл булмаған. Ҡайһы бер һуғыштар ауыл тирәһендә булған. Әле аҡтар, әле ҡыҙылдар, йә икенсе отрядтар килеп  ауылды алғандар. Ауыл кешеләрен талағандар, малдарын, ҡаралдыларын тартып алып киткәндәр. Бер нисә кешене ошондай отрядтар үлтергәс, ауыл кешеләре икенсе яҡтарға ҡасҡандар.

   Ҡайһылары “Шәйек йортҡа” (йәйләүгә), ҡайһы берҙәре Өмөтбай яғына, яланға сығып киткәндәр.

  1918-1920 йылдары ауылда уезнай мулла булып, Әрмет ауылы – Абдулла тигән мулла йәшәгән. Ул үҙе батша армияһында хеҙмәт иткән һәм унтер офицер булған.

  Мулла бик иҫәпсе булған. Ауылға ҡыҙылдар килгәс, “Беҙгә лә белемле кеше кәрәк” тип уны үҙҙәре менән алып китәләр.

  Һуңынан уны Әүжән яғында атып үлтерһәләр булһа кәрәк. Кире ҡайтмай.

  1922 йылға тиклем Шахморат бай мал көтөү өсөн барған. Уның менән бер аҙ ауыл кешеләре лә күсеп барып ултырғандар Бөтәһе 10 өй хужаһы булған

  1922 йылдан һуң был ауыл кешеләре Аҫҡарға, Берәтәккә күсеп бөткәндәр. Хәҙерге “Ҡурғашлы” яландары ла бынан 35 йыл элек (1918-1920 йй.) 25 өй хужаһынан торған булған. Бындағы кешеләрҙә һуңынан Брәтәккә, Аҫҡарға китеп бөткәндәр. Сөнки был ауыл (Ҡурғашлы) кешеләре йәйләүҙә саҡта ауылға ут төртөп китәләр – ауыл бөтөнләйгә яна (Ауыл халҡы Ҡарағай йортта була) ауылды көҙ үртәйҙәр.

1919-1920 йылдарҙа көнсығыштан Дутов килеп сыҡҡан һәм уның аҡсалары йөрөй башлаған. Аҡсаһы насар ҡағыҙҙан, эт һүрәте төшөрөлгән булған. Хәҙерге брәтәк ултырған урында элек Ятол, ҡулға алынғандарҙы тотоу өсөн төрмә кеүек нәмә булған.

      Мәғлүмәт Мөхәмәткилде Сөләймәнновтың 1953 йылғы яҙмаларынан алынды.

                                                                                                                                                      Миләүшә Ҡасимова

                                                                                                                                     Источник:   burzyanmuseum.jimdo.com

 

Деревня Аскарово

       Вотчинники Тангаурской волости основали д. Аскарово. В 1815 г. 20 семей из Старлитамакского уезда было переселено в Верхнеуральский уезд и при р.Малый Нугуш возникла д.Аскарово. Известны имена сыновей Аскара. Старший Арслангул (1773-1828). Его дети Ишбай (его сын Якшигул), Аралбай, Узбекбай, Тувальбай. Второй сын Тангатар Аскаров, 1761 г., служил старшинским помощником, имена его сыновей даем по старшинству - Давлеткильды, Кусей, Рысбай, Игибай. В этой деревне жил Аскары Кулчуков (сын Мухаметьяр, внук Асаяр). Первопоселенцем он не мог быть по возрасту: немного моложе Арслангула и Тангатара Аскаровых.

      Вопрос о том, из какой деревни Стерлитамакского уезда переселились аскаровцы, остается открытым. По опубликованным источникам в том уезде невозможно найти поселения тангауровцев. Территория нынешнего Кугарчинского района в прошлом некоторое время находились в составе Стерлитамакского уезда. Там была и есть единственная деревня тангауров. Это - д.Смаково, известная сегодня как Тангаур. Возможно, часть людей из этой деревни направились туда, где образовалась д.Аскарово.

     В 1816 г. количество дворов было 20, в 1859 г. - 58, в 1920 г. - 93 двора. Жителей было соответственно 140, 302 и 479.

     Все 53 семьи в конце 40-х гг. XIX в. выходили на кочевку. У них было 147 лошадей, 119 коров, 45 овец и 15 коз. Некоторые занимались пчеловодством (9 ульев) и бортничеством (4 борти). 24 пуда озимого и 376 пудов ярового хлеба - вот урожай этих дворов.

     Итбай Еликбаев, Илчигул Юлдашбаев, Надыргул Зиянбердин - участники Отечественный войны 1812 г. Имели боевые награды.

 

Библиография:

    Асфандияров, А.З. Бурзянский район [Текст] /А.З. Асфандияров//  История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. - Уфа, 2009. - С. 43-50.

 

Вход на сайт

CAPTCHA
Ответьте на вопрос, чтобы мы знали что Вы человек, а не терминатор :)
3 + 2 =
Решите эту простую математическую задачу и введите результат. Например, для 1+3, введите 4.

Официальный сайт Администрации Бурзянского района Республики Башкортостан Министерство культуры Республики Башкортостан Национальная библиотека им. Ахмет-Заки Валиди Литературная карта Республики Башкортостан Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан

Яндекс.Метрика