Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Әсәйҙәр тормош биҙәге

       Әсәйҙәр ерҙә иң ғәзиз, яҡын кеше. Сөнки ул беҙҙе тыуҙырған, күкрәк һөтөн имеҙгән, йыр көйләп бишектә тирбәткән,беренсе йылмайыуҙы күреп ҡыуанған, туған телде өйрәткән, халыҡ моңон күңеленә һеңдергән. Әсәйҙәрҙең беҙгә ҡылған изгелеген һанап бөтөрөү мөмкинме һуң? Шуға күрә әсәйҙәрҙе хөрмәт итеп, байрам менән ҡотлау өсөн 22 ноябрь Аҫҡар урта мәктәбендә китапхана менән берлектә “Әсәйҙәр тормош биҙәге” исемле байрам сараһы үткәрелде. Башланғыс синыф уҡыусылары ҡатнашлығында ойошторолған был матур байрамға уҡыусыларҙың әсәйҙәре саҡырылғайны. Кисәнең беренсе өлөшөндә балалар ғәзиз әсәйҙәренә арнап шиғырҙар ятланылар, дәртле йыр-бейеүҙәр бүләк иттеләр, ҡыҙыҡлы көләмәстәр ҡуйҙылар. Ә инде икенсе өлөшөндә балалар әсәйҙәре менән берлектә командаларға бүленеп төрлө уйындар уйнанылар, һорауҙарға яуап эҙләнеләр, әсәйҙәр көнөнә бағышлап шиғырҙар ижад иттеләр. Әсәйҙәргә дан йырлаған был күңелле сара барыһына ла бик оҡшаны.

0