Оҫталыҡ дәресе үтте
10 апрель Килдеғол ауыл китапханаһында, Пушкин картаһы программаһы сиктәрендә, оҫталыҡ дәресе үткәрелде — ҡыҙҙар таҫтамал сигеү шөғөлөнә өйрәнделәр. Китапханасы Исҡужина Н.И. таҫтамал сигеү тарихы, сигеү төрҙәре тураһында һөйләгәндән һуң, ауылдың уңған, ҡул эштәренә оҫта ағинәйе Мөхәмәтҡолова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы ҡыҙҙарға таҫтамалды сатрашлап сигергә өйрәтте. Фәйрүзә апай үҙе сигеү менән бала саҡтан шөғөлләнә, әле лә яратҡан шөғөлөн ташламаған, ауыл, район күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа ҡатнашып тора. Ҡыҙҙарға ул төрлө биҙәктәрҙе нисек сатрашлап сигергә икәнен күрһәтте, аңлатты. Оҫталыҡ дәресендә мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Билалова Д.М. һәм Исхакова Р.Г. «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә» йырын бүләк иттеләр. Шулай уҡ, «Ҡулъяулыҡ» уйыны уйнап та алдылар. Сарала ҡатнашыусыларға Фәйрүзә апайҙың таҫтамалдарынан эшләнгән «Күҙ нурҙарын һалып биҙәккә» исемле күргәҙмә бик оҡшаны. Йәш быуынға һөнәрҙәрен өйрәтеп ҡалдырыу өсөн ваҡыт табып килгән Фәйрүзә Арслан ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.