Муниципальное бюджетное учреждение культуры
«Бурзянская централизованная библиотечная система»
муниципального района Бурзянский район
Республики Башкортостан
logo
Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы
«Бөрйән үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы»
Башҡортостан Республикаһы
Бөрйән районы муниципаль районы
Республика Башкортостан, Бурзянский район, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, 74
тел. +7 (347 55) 3-53-96; e-mail: mukcbs18@mail.ru

Сәләмәтлекте нығытыуҙа ғаилә традициялары

6 апрель Яуымбай ауылы китапханаһында уҡыусылар өсөн «Сәләмәтлекте нығытыуҙа ғаилә традициялары» исемле әңгәмә -дәрес үтте. Уҡыусыларҙа сәләмәт йәшәүгә ыңғай ҡараш тәрбиәләү, сәләмәтлекте һаҡлауҙың мөһимлеген төшөндөрөү, гигиена үтәүҙең кеше һаулығына йоғонтоһон күрһәтеү, ғаиләлә ата-әсәнең һаулыҡҡа мөнәсәбәтле икәнен аңлатыу төп бурыс булып торҙо. Йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр менән аралаштырып алып барылды был әңгәмә — дәрес. Балалар ҙа аныҡ ҡына һаулыҡ тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙеләр. Китапханасы Разия Искәнйәр ҡыҙы сара аҙағында балаларға киләсәктә тормоштоң ҡәҙерен белеп, шатланып, һау-сәләмәт йәшәргә яҙһын тип теләне.

+2